Латин алфавиты

Латин алфавиты (латиница) —грек алфавитына барып тоташҡан хәрефле яҙыу, б. э. т. I мең йыллыҡтың уртаһында латин телендә барлыҡҡа килгән һәм аҙаҡ бөтә донъяға таралған.

Латин алфавиты
Нигеҙләү датаһыБ. э. т. VII быуат[1]
Рәсем
ИсемLatin[2][3] һәм latin[4]
УрынИталия
Нигеҙендә эшләнгәндревнеиталийские письменности[d]
Яҙыу йүнәлешеһулдан уңға[d][3]
Тасуирлау биттәреwikipesija.org/wiki/site…
Карта распространения
3D-модель
Юникод диапазоныU+0041-005A,U+0061-006A[5][6][7], U+00AA,U+00BA,U+00C0-00D6,U+00D7-00F6,U+00F8-00FF[8][9][7], U+0100-017F[10][11][7], U+0180-024F[12][13][7], U+0250-02AF[14][15][7], U+02B0-02E4[16][17][7], U+1D00-1D25,U+1D2C-1D5C,U+1D62-1D65,U+1D6B-1D77,U+1D79-1DBE[18][19][7], U+1E00-1EFF[20][21][7], U+2071,U+207F,U+2090-209C[22][23][7], U+2102,U+2107,U+210A-2113,U+2115,U+2117-2125,U+2128,U+212A-2134,U+2139-213B,U+2141-214C,U+214E[24][25][7], U+2160-2188[26][27][7], U+2C60-2C7F[28][29][7], U+A722-A787,U+A78B-A7CA,U+A7D0-A7D1,U+A7D3,U+A7D5-A7D9,U+A7F2-A7FF[30][31][7], U+AB30-AB5A,U+AB5C-AB64,U+AB66-AB69[32][33][7], U+FB00-FB06[34][35][7], U+FF21-FF3A,U+FF41-FF5A[36][37][7], U+1D400-1D6A5[38][39][7], U+10780-10785,U+10787-107B0,U+107B2-107BA[40][41][7] һәм U+1D400-1D6A5[38][39][7]
 Латин алфавиты Викимилектә

Роман, герман, шулай уҡ, бик күп башҡа телдәрҙең яҙмаһы нигеҙе булып торған хәҙерге заман латин алфавиты үҙенең база вариантында 26 хәрефтән тора. Хәрефтәре төрлө телдәрҙә төрлөсә атала.

Латин алфавиты нигеҙендә төҙөлгән яҙманы роман (башҡа молдаван язык Днестр буйы Молдова Республикаһынан һәм, ҡайһы бер илдәрҙә, сефард теленән башҡа), герман (идиштан башҡа), кельт һәм балтик төркөмдәре, шулай уҡ кельт һәм балтик төркөмдәре, шулай уҡ славян, фин-уғыр, төрки, семит һәм иран төркөмдәре, албан, баск телдәре, шулай уҡ ҡайһы бер һинд-ҡытай (вьетнам теле), Мьянма, Зонд архипелагы һәм Филиппиндың Африкала (Сахаранан көньяҡтараҡ) күпселек телдәре Америка, Австралия һәм Океания, шулай уҡ яһалма телдәр (мәҫәлән эсперанто) ҡуллана.

Тарихы

«Дуэнос яҙыуы» — иң боронғо латин яҙыуҙарының береһе

Табылған иң боронғо латин яҙыуҙары яҡынса б. э. т. VII быуат[42] менән билдәләнә. Нисек хат яҙырға Архаик яҙыуҙарҙа яҙыу йүнәлеше һулдан уңға ла, уңдан һулға ла булыуы мөмкин. Шулай уҡ бустрофедон менән яҙмалар ҙа булған тигән мәғлүмәт бар.

Латин алфавитының килеп сығышы буйынса ике гипотеза йәшәй. Беренсе фараз буйынса, грек теленән туранан-тура алфавит тәртибендә яҙыу үҙләштергән, икенсе фараз буйынса — бында үҙенсәлекле аралашсы булып этруск алфавиты торған. Ике осраҡта ла латин алфавиты нигеҙендә грек алфавитының көнбайыш грек (көньяҡ италий) варианты ята. Б. э. т. яҡынса VII быуат тирәһендә латин алфавиты бүленеп сыға һәм тәүге әҙер 21 хәрефтән тора: A, B, C, D, E, F, Z, H, I, K, L, M, N, O, P, Q, R, S, T, V һәм X.

Боронғо латин алфавиты
𐌀𐌁𐌂𐌃𐌄𐌅𐌆𐌇𐌈𐌉𐌊𐌋𐌌𐌍𐌎𐌏𐌐𐌑𐌒𐌓𐌔𐌕𐌖𐌗𐌘𐌙𐌜𐌚
ABCDEFZHIKLMNOPQRSTVX

Архаик латин алфавитында C хәрефе (боронғо Γ грек гаммаһы ауыш яҙылышына барып тоташыусы), K (грек Κ каппаһынан) һәм Q (һуңынан грек алфавитынан сығарылған Ϙ коппаһынан) [k] һәм [g] өндәрен билдәләү өсөн ҡулланылған; шул уҡ ваҡытта K A алдынан ҡуйылған; Qq хәрефе (ҡай берҙә) V һәм O хәрефтәре алдынан ҡуйылған; ә C һәр саҡ ҡуйылған[43].

Θ, Φ һәм Ψхәрефтәре һүҙ яҙыу өсөн ҡулланылмаған, әммә билдәһе булараҡ ҡулланыу өсөн иҫәптән 100, 1000 һәм 50 һандарының билдәләре булараҡ ҡулланылған. Һуңғараҡ ул функциялар шуға ярашлы C, M һәм L хәрефтәренә күскән (Рим цифрҙарын ҡара).

Z хәрефе (грек дзетаһының Ζ аналогы) б. э. т. йылда 312 йылда алфавиттан сығарыла[44] (аҙаҡ ул тергеҙелә). Б. э. т. 234 йылда сығарылған Z урынына C хәрефенә арҡыры һыҙыҡса өҫтәү юлы менән, айырым G хәрефе булдырыла[45]. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта, Рим Грецияны баҫып алғандан һуң, грек теленн үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе яҙыу өсөн Y һәм Z хәрефтәре өҫтәлә. Y хәрефенең исеме («i Graeca», йәғни «һәм гректыҡы») индерелгән, I хәрефен был (Y) хәрефте айырыу өсөн индерәләр, сөнки грек ипсилонына тап килгән грек өнө латин фонетикаһында юҡ. Хәрефтәрҙең күпселеге уларҙың аналогтарының грек атамалары менән (финикия алфавитына барып тоташа) түгел, ә бары тик уларҙың әйтелеше (һуҙынҡылар өсөн) йәки (тартынҡылар өсөн) тартынҡылар (шартлаулы тартынҡылар) артынан [eː] йәки өнөн өҫтәү юлы менән тартынҡы һуң йәки [ɛ] өнөн өҫтәү юлы менән алдында тартынҡы (фрикатив һәм сонор өсөн) ([aː], [beː], [keː], [deː], …)[46], K [kaː][47] һәм Q [kuː]нан башҡа (уларҙы C [keː] айырыу өсөн, шулай уҡ H. [haː]. Һөҙәмтәлә 23 хәрефтән торған классик латин алфавиты килеп сыҡҡан:

A B C D E F G H I K L M N O P Q R S T V X Y Z
Классический латинский алфавит
БукваABCDEFGH
Латинское названиеāēef
Латинское произношение/aː//beː//keː//deː//eː//ɛf//ɡeː//haː/
БукваIKLMNOPQ
Латинское названиеīelemenō
Латинское произношение/iː//kaː//ɛl//ɛm//ɛn//oː//peː//kʷuː/
БукваRSTVXYZ
Латинское названиеeresūexī Graecazēta
Латинское произношение/ɛɾ//ɛs//teː//uː//ɛks//iː ˈɡrajka//ˈzeːta/
Клавдийҙың хәрефтәре

Аппий, Клавдийҙың вариҫы, император Клавдий (41-54 йылдарҙа хакимлыҡ иткән), 37 йылда консул вазифаһында булғанда, латин алфавитына яңы өс хәреф өҫтәргә тырыша: PS/BS өндәре өсөн билдәләр (грек пси Ψ-һына оҡшашлыҡ буйынса); V тартынҡыһына, шундай уҡ хәреф менән билдәләнгән һуҙынҡы өн дә була (хәҙерге латин алфавитында был һуҙынҡы өсөн яы дәүерҙә генә бапрлыҡҡа килгән U хәрефе ҡулланыла); һәм шулай уҡ I һәм V араһындағы ҡыҫҡа өн өсөн (sonus medius тип аталыусы һәм, моғайын, урыҫ телендәге ы-ға яҡын ɨ йәки ʉ, яңғыраған). Әммә Клавдий үлгәндән һуң «Клавдий хәрефтәре» онотолған.

Б. э. т. II—I быуаттар сигендә айырыуса мөһим яҙыуҙар өсөн эпиграфик яҙманың каллиграфик яҡтан камил төрө эшләнә. Эпиграфик ҡомартҡыларҙың латин яҙмаһын шулай уҡ монументаль, квадрат йәки лапидар тип атайҙар. Әммә көндәлек тормошта римлеләр курсив рәүешендәге шәп яҙма ҡулланғандар. Эпиграфистар ҡайһы берҙә латин яҙмаһының тағы ла бер төрөн — актуар, документтар (акттар) өсөн ҡулланылғанын билдәләйҙәр. Латин яҙыуының айырым төрө III быуатта Төньяҡ Африкала барлыҡҡа килгән — унциаль яҙма тип атала.

Боронғо римлеләр баш хәреф формаһын ғына ҡулланған; хәҙерге замандағы юл яҙыуы антиклыҡ һәм урта быуаттар сигендә генә барлыҡҡа килгән; Дөйөм алғанда, хәҙерге күренешле хәрефтәр яҡынса 800 йылдар тирәһе формалаша (каролинг минускулы)[48].

Колонкаларҙа һулдан уңға: латин, грек, финикий, иврит (йәһүд) һәм ғәрәп алфавиты. Айырым хәрефтәрҙең сығышы уҡ менән күрһәтелгән

Яңы осорҙа, яҡынса XVI быуатта I һәм V (I/J һәм U/V) хәрефтәренең ижекле һәм ижекһеҙ варианттарын дифференциациялау була. Һөҙөмтәлә 25 хәрефтән торған хәҙерге заман алфавиты килеп сыҡҡан:

Aa Bb Cc Dd Ee Ff Gg Hh Ii Jj Kk Ll Mm Nn Oo Pp Qq Rr Ss Tt Uu Vv Xx Yy Zz

Сама менән шул уҡ ваҡытта, әммә XI быуатта төньяҡ Европала барлыҡҡа килгән VV диграфы һәм герман телдәрендәге яҙыуҙа ҡулланылған. W хәрефе лә ҡушылғас, алфавит үҙенең 26 хәрефтән торған хәҙерге составына еткән:

Aa Bb Cc Dd Ee Ff Gg Hh Ii Jj Kk Ll Mm Nn Oo Pp Qq Rr Ss Tt Uu Vv Ww Xx Yy Zz

26 хәрефле был стандарт алфавит Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO)[49][50] тарафынан «нигеҙ латин алфавиты» тип теркәлгән. Был алфавит хәҙерге инглиз алфавиты менән тап килә.

Әммә, ысын латин алфавиты, шулай уҡ роман телдәре тураһында һүҙ йөрөткәндә, W-ны йыш ҡына хәрефтәр составына индермәйҙәр (ул саҡта латин алфавиты 25 хәрефтән тора).

Урта быуаттарҙа скандинавия һәм инглиз алфавиттарында [θ] өнө өсөн (хәҙерге заман инглиз thing һымаҡ) руник þ (исеме: thorn) ҡулланылған, әммә һуңыраҡ ул ҡулланыштан сыға. Әлеге ваҡытта thorn исланд афавитында ғына ҡулланыла.

Латин алфавитына нигеҙләнгән башҡа бөтә өҫтәмә тамғалар юғарыла күрһәтелгән 26 хәрефкә диакритик тамғалар йәки лигатура (мәҫәлән, немец хәреф ß, эсцет, S һәм Z готик лигатураһынан килеп сыҡҡан) һымаҡ билдәләр ҡушып булдырыла.

Хәҙерге заман латин алфавиты

Латинская букваклассическое русское название буквылатинское название буквыфранцузское название буквыитальянское название буквыанглийское название буквынемецкое название буквы
A aаā/аa/аa/аa/эйA/а
B bбэbē/бэbé/бэbi/биbee/биBe/бэ
C cцэcē/кэ

cē/цэ

cé/сэci/чиcee/сиCe/цэ
D dдэdē/дэdé/дэdi/диdee/диDe/дэ
E eе/эē/эe/нейотированное ёe/эe/иE/э
F fэфef/эфeffe/эфeffe/эффеef/эфEf/эф
G gгэ/жэgē/гэgé/жеgi/джиgee/джиGe/гэ
H hаш/хаhā/хаhache/ашacca/аккаaitch/эйчHa/ха
I iиī/иi/иi/иi/айI/и
J jйот/жиjot/йотjie/жи(i lunga/и лунга)[lower-alpha 1]jay/джейJot/йот
K kкаkā/каka/ка(kappa/каппа)[lower-alpha 1]kay/кейKa/ка
L lэльel/эльelle/эльelle/эллеel/элEl/эль
M mэмem/эмemme/эмemme/эммеem/эмEm/эм
N nэнen/энenne/энenne/эннеen/энEn/эн
O oоō/оo/оo/оo/оуO/о
P pпэpē/пэpé/пэpi/пиpee/пиPe/пэ
Q qкуqū/куcu/кюcu/куcue/кьюQu/ку
R rэрer/эрerre/эрerre/эрреar/арEr/эр
S sэсes/эсesse/эсesse/эссеess/эсEs/эс
T tтэtē/тэté/тэti/тиtee/тиTe/тэ
U uуū/уu/нейотированное юu/уu/юU/у
V vвэvē/вэvé/вэvu/ву либо vi/виvee/виVau/фау
W wдубль-вэ(double-vē/дубль-вэ[lower-alpha 2])double-vé/дубль-вэ(doppia vu/доппья ву)[lower-alpha 1]double-u/дабл-юWe/вэ
X xиксex/экс (ix/икс[lower-alpha 3])ixe/икс(ics/икс)[lower-alpha 1]ex/эксIx/икс
Y yигрек/ипсилонī Graeca/и грайка (igrec/игрек)i grec/игрек(i greca/и грека либо ipsilon/ипсилон)[lower-alpha 1]wye/уайYpsilon/юпсилон
Z zзетzēta/зэта (zet/зет)zède/зедzeta/дзетаzed/зед (амер. zee/зи)Zett/цет

Как можно заметить, в печатном варианте латинского алфавита не различаются строчная Ll и заглавная Ii, так же как и строчные Ee и Ll в их рукописных вариантах. Это может приводить к неправильным прочтениям слов.Күреүебеҙсә, латин алфавитының ҡулъяҙма вариантындағы Еe һәм Ll һымаҡ, баҫма вариантында юл Ll һәм баш Ii айырылмай. Һәм был һүҙҙәрҙе дөрөҫ уҡымауға килтереүе мөмкин.

Хәрефтәрҙең модификацияланыуы

Күпселек телдәргә ябай латин алфавиты ғына етмәй, шуның өсөн телдәрҙең фонетик системаһын латин графикаһына яраҡлаштырыу өсөн, йыш ҡына диакритик тамғалар, лигатуралар һәм хәрефтәрҙең башҡа модификациялары ҡулланыла. Миҫалдар:

Ā Ă Â Ã À Á Ä Å Ą Æ Ç Č Ć Ð Ē Ę Ğ Ģ Î Į Ì Í Î Ï Ī Ķ Ł Ñ Ö Ő Ó Õ Ø Œ ß Ş Š Ś Ţ Ū Ŭ Ú Ù Û Ž Ź Ż

төрөк теленә оҡшап, латиницаға һуң ғына күскәнгәме, Вьетнам теленә иң күп диакритик билдәләр хас.

Бынан тыш, ҡайһы бер телдәрҙә хәрефтәр комбинациялары — диграфтар, триграфтар, тетраграфтар — классик латин әлифбаһында булмаған өндө билдәләү өсөн (мәҫәлән: ch, sch, th, ng, sz) барлыҡҡа килде. Ваҡыт үтеү менән ҡайһы бер хәрефтәр комбинацияһынан лигатуралар (берлек-сращение) йәки яңы хәрефтәр (сағыштыр: һуңғы латында, инглиз, немец һәм поляк телдәрендә ҡуш VV-нан W хәрефе йәки дат, норвег һәм исланд телдәрендә a-нан — æ) барлыҡҡа килеүе.

Урта быуаттарҙағы латин яҙмаһында ҡулланылған һүҙҙәрҙең махсус ҡыҫҡартмалары.

Урта быуаттар осоронда латин яҙмаһында йыш ҡулланылған префикстар, суффикстар һәм хатта һүҙ тамырҙары лигатуралар һәм махсус билдәләр ярҙамында ҡыҫҡартылғандар, һәм уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн дә ҡулланыла. Мәҫәлән, @ һәм & символдары ad («к») һәм et («и») һымаҡ латин һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән.

Шулай уҡ башҡа телдәрҙә латин әлифбаһы яңы барлыҡҡа килгән хәрефтәр иҫәбенә киңәйә. Классик латында С хәрефенең модификацияһы булған G хәрефе һымаҡ, йыш ҡына алда ҡулланылған хәрефтәр модификациялана. Яңы хәрефтәрҙең башҡа миҫалдары: исланд телендә Ð хәрефе, саам телендә Ŋ хәрефе.

Ҡайһы берҙә латиницаны башҡа алфавиттар хәрефтәре иҫәбенә киңәйткәндәр, был грек алфавитынан үҙләштерелгән Y һәм Z хәрефтәре, йәки исланд телендәге рун әлифбаһынан Þ (Thorn) үҙләштерелгән хәрефтәр һымаҡ. Ҡайһы бер Көнбайыш, Үҙәк һәм Көньяҡ Африка телдәрендә өҫтәмә хәрефтәр ҡулланыла; мәҫәлән, теле адангме телендә ⟨Ɛ/ɛ⟩ һәм ⟨Ɔ/ɔ⟩ хәрефтәре, га телендә ⟨Ɛ/ɛ⟩, ⟨Ŋ/ŋ⟩ һәм ⟨Ɔ/ɔ⟩ хәрефтәре ҡулланыла. Хаус телендә имплозив тартынҡылар өсөн ⟨Ɓ/ɓ⟩ һәм ⟨Ɗ/ɗ⟩ хәрефтәре һәм ⟨Ƙ/ƙ⟩ өсөн абруптив тартынҡылар өсөн ⟨Ƙ/ƙ⟩ ҡулланыла.

Фнематик һәм фонетик транскрипцияһ өсөн ҡулланылған Халыҡ-ара фонетик алфавит шулай уҡ латин алфавитына нигеҙләнгән. Уның символдарының ҡайһы бер өлөштәре башҡа алфавиттарҙан алынған

Таралыуы

На схеме показана распространённость латинского алфавита в мире. Тёмно-зелёным цветом обозначены страны, в которых латинский алфавит является официальной (или де-факто официальной) письменностью; светло-зелёным — государства, в которых латинский алфавит используется наряду с другими письменностями

Латин алфавиты халыҡ-ара алфавит булараҡ

Хәҙерге ваҡытта латин алфавиты Ер йөҙөндә йәшәүсе һәр бер уҡый белгән кешегә таныш. Шуға күрә ул де-факто «халыҡ-ара аралашыу алфавиты» булып тора. Яһалма телдәрҙең күпселеге, атап әйткәндә, эсперанто, интерлингва, идо һәм башҡалар — күпселеге латин алфавитына нигеҙләнгән.

Шулай уҡ латиницаға таянмаған телдәр өсөн дә латиница менән яҙыу системалары (романизация) — хатта сит ил кешеһе дөрөҫ уҡый белмәһә лә, уға «ҡытай грамотаһы» менән эш иткәнсе, таныш латин хәрефтәрен уҡыуы еңелерәк. Күп кенә илдәрҙә латиница менән ярҙамсы яҙыу стандартлаштырылған һәм мәктәп балалары уны (Япония, Ҡытай) өйрәнә.

Ҡайһы бер осраҡта техник ҡыйынлыҡтар араһында яҙыуҙа латиница ҡулланыла: халыҡ-ара телеграммалар һәр ваҡыт латиница менән яҙыла; интернет селтәрендә рус телендәге текст латин яҙмаһы аша бирелә, сөнки клиенттарға ярҙам машинаһы кириллицаға таянмай (ҡара. транслит; һәм шул уҡ грек теленә лә ҡарай).

Икенсе яҡтан, латин алфавитына нигеҙләнмәгән текстарҙа ҡабул ителгән системалары танымаған осраҡта йыш ҡына сит ил атамаларын латиница яҙылышлы ҡалдыралар. Мәҫәлән, ҡайһы берҙә япон атамаларын урыҫ телендәге текста латиница менән бирәләр. Япон теле өсөн кириллик алфавитҡа транслитерация эшләрлек дөйөм ҡабул ителгән ҡағиҙәләр булһа ла.

Бөтә телдәрҙе лә латин яҙмаһына күсереү идеяһы күп тапҡырҙар тәҡдим ителде. Мәҫәлән, билдәле Дания тел белгесе Отто Есперсенглобаль латинлаштырыу яҡлы булған.

Латин алфавитына таянмаған яҙыуҙарҙың романлаштырылыуы

Аралашыуҙы ябайлаштырыу маҡсатында латин алфавиты бөтә донъяла файҙаланыла. Латин булмаған алфавитлы телдәрҙең күпселеге латиница нигеҙендә транслитерация рәсми ҡағиҙәләренә эйә. Ҡайһы берҙә бындай системалар транслитерация системаларын романлаштырылған тип атайҙар.

Түбәндә грек, урыҫ (һәм кириллица ҡулланған башҡа телдәр), иврит, ғәрәп, фарсы, япон (катакана) һәм корея (хангыль) телдәренең латинлаштырылған транслитерация таблицаһы килтерелә:

Латинский алфавитГрек телеРус теле һәм башҡа Кириллица хәрефтәреИвритҒәрәп телеФарси телеЯпонский язык (катакана)Корея теле (хангыль)
AAАַ, ֲ, ָدَ, دَ, ﺍ — ﺎ, دَىاآ ا
AE
AIי ,ַ י ָ
BΜΠ, ΒБבּﺏ ﺑ ﺒ ﺐﺏ ﺑ
CΞ
CHTΣ̈Чצ׳چ
CHI
DΝΤ, ΔДדﺩ — ﺪ, ﺽ ﺿ ﻀ ﺾد
DHΔדֿﺫ — ﺬ
DZΤΖДЗ
EΕ, ΑΙЕ, Эֱ,ְ,ֵ,ֶ,י,ֵי,ְי ֱ
EO
EU
EUI
FΦФפ (конечная ף)ﻑ ﻓ ﻔ ﻒ
FU
GΓΓ, ΓΚ, ΓГ, Ґגگ
GHΓҒגֿ, עֿﻍ ﻏ ﻐ ﻎق غ
HΗХ, Г, Һח, הﻩ ﻫ ﻬ ﻪ, ﺡ ﺣ ﺤ ﺢه ح ﻫ
HA
HE
HI
HO
IΗ, Ι, Υ, ΕΙ, ΟΙИ, Іִ, י ִدِ
IYدِي
JTZ̈ДЖ, Џ, Йג׳ﺝ ﺟ ﺠ ﺞج
JJЈ,ΙЙיי
KΚКכּ (конечная ךּ)ﻙ ﻛ ﻜ ﻚک
KA
KE
KHXХכ,חֿ (конечная ך)ﺥ ﺧ ﺨ ﺦخ
KI
KK
KO
KU
LΛЛ,Љלﻝ ﻟ ﻠ ﻞل
MΜМמ (конечная ם)ﻡ ﻣ ﻤ ﻢم
MA
ME
MI
MO
MU
NΝНנ (конечная ן)ﻥ ﻧ ﻨ ﻦن
NA
NE
NGҢ
NI
NO
NU
OΟ, ΩОֳ, ֹ, וֹُا
OI
PΠПפּ (конечная ףּ)پ
PP
PSΨ
QΘҚקﻕ ﻗ ﻘ ﻖق
RΡРרﺭ — ﺮر
RA
RE
RI
RO
RU
SΣСס, שׂﺱ ﺳ ﺴ ﺲ, ﺹ ﺻ ﺼ ﺺس ص
SA
SE
SHΣ̈Шשׁﺵ ﺷ ﺸ ﺶش
SHCHЩ, ШЧש׳
SHI
SO
SS
SU
TΤТט, תּ, תﺕ ﺗ ﺘ ﺖ, ﻁ ﻃ ﻄ ﻂت ط
TA
TE
THΘת׳ﺙ ﺛ ﺜ ﺚ
TO
TSΤΣЦצ (конечная ץ)
TSU
TT
UΟΥ, ΥУֻ, וּدُ
UWدُو
VBВבو
WΩו, ווﻭ — ﻮو
WA
WE
WI
WO
XΞ, Χ
YΨЙ, Ы, И, Јיִﻱ ﻳ ﻴ ﻲی
YAЯיַ, יָ
YEЕ, Єיְ, יֶ, יֱ
YEO
YIЇ
YOЁיׁ,יוֹ
YUЮיוּ ,יּ ,יֻ ,יְֱ
ZΖЗזﺯ — ﺰ, ﻅ ﻇ ﻈ ﻆز
ZHΖ̈Жז׳ژ

Рус телендә латин алфавитын файҙаланыу

Латиницаны урыҫ телендәге яҙмаларҙа файҙаланырға ынтылыу 1680 — 1690-сы йылдарҙа уҡ күҙәтелгән[51]. Пётр I хакимлыҡ иткән йылдарҙа традицион кириллик ярымустав яҡлылар менән көнбайыш мәҙәниәтен максималь рәүештә үҙләштереү мөмкинлегенә ынтылыусылар араһындағы бәхәстә граждандар шрифты компромисс булып торған. Урыҫ телен латин алфавитына күсереү буйынса айырым проекттар XIX быуатта ла барлыҡҡа килгән. Һуңыраҡ был проблема 1920 йылдарҙа СССР-ҙа ла (ҡара: латинлаштырыу) күтәрелгән. 2000-се йылдар аҙағына, ҡағиҙә булараҡ, был идея[52], ғәмәли тормошҡа ашырырға ынтылыуҙан түгел, бары тик халыҡ иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында, баҫмаларҙа күренгеләне.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Латинское произношение и орфография
  • Алфавиты на основе латинского
  • Латинизация — проект по переводу письменностей народов СССР на латиницу
  • Русская латиница
  • Авиационный алфавит
  • Список латинских букв
  • Список языков по системам письма

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Люблинская А. Д. Латинская палеография. — М., 1969.
  • Нидерман М. Историческая фонетика латинского языка / Пер. с фр. и прим. Я. М. Боровского. — М.: Издательство иностранной литературы, 1949.
  • Фёдорова Е. В. Введение в латинскую эпиграфику. — М., 1982.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары