Марлен Дитрих

Марле́н Ди́трих (нем. Marlene Dietrich [maɐˈleːnə ˈdiːtʁɪç], тыуған ваҡыттағы исеме Мария Магдалена Дитрих (нем. Marie Magdalene Dietrich); 27 декабрь 1901 йыл — 6 май 1992 йыл — Германия һәм АҠШ актрисаһы, йырсы. Кинола иң камил образдарҙың береһен тыуҙырған, модаға, кейенеү стиленә һәм ҡатын-ҡыҙ аңына ҙур йоғонто яһаған Дитрих, үҙе йәшәгән осорҙа уҡ легендаға әйләнә. Ул уңайһыҙландырғыс, һоҡланғыс һәм иҫ киткес һөймәлекле булыуы менән шаҡ ҡатыра, бер үк ваҡытта әҙәпһеҙ һәм саф күңелле, ылыҡтырғыс һәм ҡырыҫ булыуы менән үҙенә тартып тора. Уның сәнғәт, сәйәсәт һәм енси мөнәсәбәттәр менән буталған тормошо, ғүмеренең аҙағында яңғыҙ көн итеүе әле булһа ҡыҙыҡһыныу һәм бәхәстәр тыуҙыра. Дитрих тарихта популяр йырсы булараҡ та таныла. Уның матур тембрлы, бер аҙ ҡалыныраҡ контральтоһы тулҡынландырғыс һөйкөмлөлөгө менән күңелде арбай. 1999 йылда Америка кино сәнғәте институты Марлен Дитрихты классик голливуд киноһының бөйөк актрисалары исемлегендә туғыҙынсы урынға ҡуя.

Марлен Дитрих
нем. Marlene Dietrich
Рәсем
Ҡултамға
Затҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ Өсөнсө рейх
 Америка Ҡушма Штаттары[3]
Тыуған ваҡыттағы исеменем. Marie Magdalene Dietrich
Имя в бракеMaria Magdalena Sieber[4]
ПсевдонимMarlene Dietrich
Тыуған көнө27 декабрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1][2][5][…]
Тыуған урыныРоте-Инзель[d], Шёнеберг[d], Пруссия, Германия империяһы
Вафат булған көнө6 май 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2][5][…] (90 йәш)
Вафат булған урыныVIII округ Парижа[d], Париж, Франция[1]
Үлем төрөтәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбебөйөр етешмәүсәнлеге[d]
Ерләнгән урыныТретье Шёнебергское кладбище[d][6]
АтаһыОтто Дитрих[d]
ӘсәһеWilhelmina Elisabeth Joséphine Felsing[d]
Хәләл ефетеРудольф Зибер[d]
Внебрачный партнёрРемарк Эрих Мария, Жан Габен, Мерседес Де Акоста[d], Юл Бриннер[d], JFK һәм Wilhelm Michel[d]
БалаларыМария Рива[d]
Туған телНемец теле
Яҙма әҫәрҙәр телеНемец теле[7]
Һөнәр төрөкино актёры, йырсы, автобиограф, эстрада артисы, скрипкасы, театр актёры, актёр, музыкант, телевидение актёры
Эш урыныУправление стратегических служб[d]
Уҡыу йортоGoethe Gymnasium[d]
Веймарская Высшая школа музыки[d]
Берлинская высшая школа драматического искусства[d]
Әүҙемлек урыныЛос-Анджелес[1] һәм Берлин
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы1984
Һуғыш/алышИкенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрөОбъединённые организации обслуживания[d]
Йырсы тауышыконтральто[d]
Музыка ҡоралыскрипка, музыкальная пила[d] һәм вокал[d]
ДискографияMarlene Dietrich discography[d]
ФильмографияФильмография Марлен Дитрих[d]
МилкеQ109466910?[8]
Тауыш яҙҙырыу лейблыLiberty Records[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Бейеклеге/буйы168 сантиметр
Рәсми сайтmarlene.com
ҺештегMarleneDietrich
Изображение памятной доски
Защитник авторских правGEMA[d][9]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусыэштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Досье вШвейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][10]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр11 400 ± 99[11]
 Марлен Дитрих Викимилектә

Биографияһы

Ғаиләһе

Родной дом Марлен Дитрих на Леберштрассе 65 в Берлине

Мария Магдалена Дитрих 1901 йылдың 27 декабрендә Шёнебергта тыуған (1920 йылдан был — Берлиндың бер районы), атаһы- Луис Эриха Отто Дитрих (1868—1908) , әсәһе — Вильгельмины Элизабет Йозефина (ҡыҙ фамилияһы Фельзинг) (1876—1945). Атаһы 1880-сы йылдарҙа улан ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, бер нисә награда менән бүләкләнгән, ҡыҙы тыуғанда полиция лейтенанты булған . Әсәһе бик бай кеше ҡыҙы, Унтер-ден-Линден урамында уның атаһының ювелир әйберҙәр һәм сәғәт кибете була. Туғандары Луис Дитрихтың сығышы менән риза булмаһа ла , 1898 йылда ҡыҙ уға кейәүгә сыға. Йозефин Луисты яратып кейәүгә сыға, ә ире был файҙалы никах булғанға өйләнгән. 1900 йылдың 5 февралендә тәүге ҡыҙҙары — Элизабет Оттилия Йозефина, йәғни Лизель тыуа. Фашистар Германияла власта торғанда Элизабет Виль ире менән Берген-Бельзенда кинотеатр менән ашхана тота, унда яҡындағы концентрацион лагерҙан надзирателдәр йыш була. Быны белгәс, Марлен Дитрих кешенән апаһы барын йәшерә, ләкин 1973 йылда апаһы үлгәнсе уның менән аралашып йәшәй[12][13].

Йәш сағы

Марлен Дитрих: «Беҙҙең ғаилә бай ине, мин бик һәйбәт белем алдым. Француз һәм инглиз телдәрен бәләкәй саҡтан өйрәндем. Гувернанткалар һәм йорт уҡытыусылары мине яҡшы әҙәби немец телендә һөйләшергә өйрәттеләр», — тип һуңыраҡ иҫкә ала. Уға алты йәш булғанда атаһы насар йоғошло ауырыуҙан үлеп китә. Быға тиклем бер йыл алдан уны Вестэнд районындағы санаторийға ебәрәләр[14], шуға Мария Магдалена атаһын бик хәтерләмәй . Йозефина бик етди, уҫал ҡатын була. Ике ҡыҙы ла унан ҡурҡа[14].

1907 йылдан Мария Магдалена Августа Виктория исемендәге мәктәптә уҡый (Нюрнбергер штрассела), әхирәттәре уны тауыш-тынһыҙ ғына йөрөгән ҡыҙ ине тип иҫләй. 1909 йылдың 22 июнендә Йозефина яңынан кейәүгә сыға, ләкин ике йылдан был никах тарҡала. Йозефина дворян обер-лейтенант Эдуард фон Лошҡа ғашиҡ була[14].

Мария Магдалена музыка менән шөғөлләнә башлай, ул фортепианола, лютняла, скрипкала уйнарға өйрәнә, былар ҡыҙҙың тырыш һәм ныҡышмал икәнлеген күрһәтә . Бала саҡтан ике кешене — француз теле уҡытыусыһы мадемуазель Бреганды һәм киноэкран йондоҙо Хенни Портенды ярата. Бреган унда Францияға һөйөү тәрбиәләй. Ә Хенни Портен ул ваҡыттағы уҡыусы ҡыҙҙар өсөн кумирға әйләнә[15].

ун бер йәшендә ҡыҙ үҙенең оҙон исемен ҡыҫҡартып, Марлен булып йөрөй башлай. Өйҙә генә уны Лена, Лени, ҡайһы саҡта Поль тип йөрөтәләр[14].

Беренсе донъя һуғышыы башланғас, Дитрихтарҙың тормошо үҙгәрә . Фронтҡа китер алдынан капитан фон Лош тиҙ генә Йозефинаға өйләнеп, әсәһен борсоуға һала[14]. 16 июля 1916 йылдың 16 июлендә капитан фон Лош Көнсығыш фронтында газ гангренаһынан үлеп ҡала. Йозефина Дессауға Лош ғаиләһенә яҡыныраҡ урынға күсеп китә, ҡыҙҙары Антуанетта лицейында уҡый [14]. 1917 йылдың яҙында ғаилә Берлинға ҡайта.

1917 йылдың июнендә Марлен Ҡыҙыл тәре йәмғиәте ойошторған концертта ҡатнаша, ул Мексика императоры Максимилиандың үлеүенә илле йыл тулыу сәбәпле уҙғарыла. Малай кейемендә ул скрипкала "Голубка"ны уйнай. Был уның тәүге халыҡ алдындағы сығышы була[16].

1917 йылдың 13 апреленән 1918 йылдың Пасхаһына тиклем Марлен Берлиндағы Виктория Луиза мәктәбендә уҡый. 16 йәштә өлгөргәнлек аттестаты алмай ғына мәктәптән китә[17]. Әсәһе баш ҡалалағы ҡурҡыныс хәлдәрҙән ҡуосалап уны Веймарға ебәрә. Марлен Шарлотта фон Штейн йортондағы пансионатта йәшәй, профессор Роберт Райцта скрипкаға уҡырға өйрәнә[18].

1921 йылда ул Берлинға ҡайта һәм Карл Флешта Юғары музыка мәктәбендә уҡыуын дауам иттерергә теләй, ләкин уны алмайҙар. Марлен Джузеппе Бечченың телһеҙ фильмдар ваҡытында кинотеатрҙарҙа уйнаған оркестрында эшләй башлай. Ул был ваҡытҡа инде скрипкасы булыу теләгенән дүнгән була . Бер бармағының тендинитына (һеңере ҡуҙғыу) һылтанып, был ҡарарын әсәһенә әйтә[14].

Германиялағы карьераһы

1922 йылдың февралендә Марлен Немец театрындағы Макс Рейнхардтың актёрлыҡ мәктәбенә инергә маташа. Мәктәп директоры Бертольд Хельд шулай ҙа уға иғтибар итә һәм шулай ҙа шәхсән дәрестәр бирергә була[14]. Чечетка, канкан һәм танго бейеүҙәрен бейергә өйрәнгәс, Марлен Гидо Тильшерҙың төнөг кафеһына бейеүсе (танцовщица) булып эшкә урынлаша[14]. 1922 йылдың июнь аҙағында ул Бертольд Хельдта уҡыҡын тамамлай һәм вокал буйынса дәрестәрҙе Оскар Даниэлдән ала башлай[14].

1922 йылдың 7 декабрендә Дитрих тәүге тапҡыр Немец театры сәхнәһенә сыға: Франк Ведекин пьесаһы буйынса ҡуйылған «Пандора ҡапсығы» спектаклендә ҙур булмаған Людмила Штайнхерц ролен уйнай[19].

Үҙенең олатаһы Вилли Фельзинг ярҙамы менән Марлен бер кинорежиссёр менән таныша һәм тиҙҙән уны кинопробаларға саҡыралар. 1923 йылда ул беренсе тапҡыр кинола төшә: Георг Якобиҙың «Шулай ул ирҙәр» фильмында бәләкәй генә хеҙмәтсе ролендә уйнай. Һуңынан ул үҙен был фильмда «сәсле бәрәңге» тип исемләй[20].

Джо Мэйҙың «Мөхәббәт фажиғәһе» фильмында Дитрих эпизодик ролдәрҙең береһендә уйнай һәм администратор Рудольф Зибер (1897—1976) менән таныша. 1923 йылдың 17 майында улар өйләнешә. 1924 йылдың 12 декабрендә уларҙың Мария исемле ҡыҙҙары тыуа[21] (киләсәктә — актриса Мария Рива). Улар бергә биш йыл ғына йәшәйҙәр, әммә шуға ҡарамаҫтан айырылышмайҙар.

1930—1975 йылдар

1933 йылда Марлен дитрих.

1930 йылдың февралендә Марлен Дитрих аҙнаһына 1750 доллар эш хаҡы түләргә вәғәҙәләгән «Paramount pictures» исемле голливуд компанияһы менән контракт төҙөй[14], 1930 йылдың 31 мартында, «Зәңгәр фәрештә» фильмы премьераһынан һуң, ул Берлинды ташлап китә[14].

Штернберг менән бергә Голливудта төшөргән алты фильмы уға бөтә донъяла тынылыу килтерә. Америкала төшөргән беренсе «Марокко» (1930) фильмында Марлен Дитрих экранда ир-егеттәр костюмы кейгән йырсы ҡатынды һынландыра, тамашасыларҙа был образ нәфрәт, шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар модаһында революция тыуҙыра — күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар, уның өлгөһөнә эйәреп, салбар кейә башлай. Был роль өсөн ул беренсе һәм һуңғы «Оскарын» ала. «Хурлыҡҡа төшкән» («Обесчещенная») (1931) фильмында Дитрих шпион ҡатынды уйнай. Бер йылдан һуң был ике артистың иң уңышлы «Шанхай экспресс» фильмы экранға сыға. Уның артынса «Аҡ тәнле Венера» (1932) һәм «Аҙғын императрица» (1934) тарихи мелодрамаһы донъя күрә. «Иблис — ул ҡатын-ҡыҙ» (1935) фильмы Дитрих менән Штернберг бергә эшләгән һуңғы фильм була.

1934 йылда «Иль де Франс» океан лайнерында Германиянан Голливудҡа ҡайтҡан сағында, Дитрих Эрнест Хемингуэй менән таныша. Улар тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ була. 1961 йылда Хемингуэйвафат булғанға тиклем улар бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәтте һаҡлай. 2007 йылда яҙыусының Марленға яҙған хаттары һәм телеграммалары баҫылып сыҡҡандан һуң был мөнәсәбәттең тик «эпистоляр роман» ғына булыуы асыҡлана[22][23].

1935 йылда рус йырсыһы Александр Вертинский актрисаға арнап «Марлен» йырын башҡара."[24].

1936 йылда Йозеф Геббельс Дитрихҡа уның ҡатнашлығында Германияла төшөрөлгән һәр фильм өсөн өсөн 200 000 рейхсмарка, шулай уҡ теманы, режиссёр һәм продюсерҙы үҙенә һайлау ирке тәҡдим итә. Әммә актриса пропаганда министры тәҡдименән баш тарта. 1937 йылда национал-социалистар тәҡдимен тағы ла кире ҡаға, хатта фашистарға ҡаршы көршәкән илдәргә булдыра алғансы ярҙам итә[25]. 1937 йылдың 5 мартында Дитрих демонстратив рәүештә Америка гражданлығын алыуға ғариза документтарын 1904 йылдың 27 декабрендә тыуған Мария Магдалена Зибер исеме аҫтында тапшыра[14].

1937 йылда Эрнст Любичтың «Фәрештә» фильмында төшә, прокатта был фильм уңышһыҙлыҡҡа осрай, шуға ла актрисаға ике йылға эшен туҡтатып торорға тура килә.

1937 йылдың сентябрендә Венецияла Дитрих Германияла саҡтан уҡ таныш булған яҙыусы Эрих Мария Ремаркты осрата. Улар араһында мөхәббәт романы башлана. Ремарк Пумаға (ул һөйгәнен шулай атай) ғашиҡ була һәм «Триумфаль аркаһында» Жоан Маду образы аша сағылдыра.

1938 йылдың майында Марлен Дитрих Грета Гарбо, Джоан Кроуфорд, Кэтрин Хепберн менән бер рәттән уңышһыҙ актрисалар исемлегенә индерелә. Hollywood Reporter һәм Variety журналдары түбәндәгене яҙа: «Дитрих — касса өсөн ағыу». Голливуд актрисаларының популярлыҡ рейтингында ул 126-урынды биләй[14].

1939 йылдың 9 июнендә Дитрих Америка гражданлығы ала[25].

1939 йылдың йәйендә «Universal» студияһы Дитрихты вестернда төшөргә тәҡдим итә. Штернберг кәңәше буйынса ул был тәҡдимде ҡабул итә. Джордж Маршаллдың «Дестри ҡайтанан эйәрҙә» фильмында — һуғышҡаҡ бармен-ҡатын образын кәүҙәләндерә, һәм был фильм уға уңыш килтерә.

1941 йылдың йәйендә Дитрих Голливудҡа немецтар баҫып алған Франциянан килгән француз актёры Жан Габен менән мауыға. Был мөхәббәт романы алты йыл дауам итә.

Марлен Дитрих 1960 йылда.

1943 йылдың мартында Марлен Дитрих актёрлыҡ карьераһын туҡтата һәм өс йыл буйына Төньяҡ Африкала, Италия һәм Францияла союздаштар ғәскәрендә концерттар менән сығыш яһай. Аҙаҡ ул түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә: «Был мин башҡарған эштәрҙең берҙән-бер мөһимелер, моғайын»[26]. 1947 йылдың 18 ноябрендә генерал-майор Максвелл Тейлор уға Азатлыҡ миҙалын тапшыра, 1950 йылдың 8 ноябрендә Дитрихҡа Почетлы легион ордены тапшырыла. Франция президенттары Помпиду һәм Миттеран Дитрихҡа офицер, һуңыраҡ уға Почетлы легион ордены командоры исемен бирә.[27].

1945 йыл уртаһында Дитрих Германияға килә. 1945 йылдың ноябрь айында Берлинда әсәһен ерләй. Һуңынан ул: «Мин өсәйемде генә түгел, ә үҙем яратҡан Германияны ла ерләп ҡайттым», — тип белдерә[26].

1946—1950 йылдарҙа яңынан киноға төшә. 1948 йылда ул Билли Уайлдерҙың «Сит ил романы» фильмында төп ролдәрҙең береһен башҡара, ул Дитрих Штернберг менән эшләүҙе туҡтатҡандан һуң төшөргән иң яҡшы фильмы тип иҫәпләнелә. Төп эшенән тыш Дитрих радиотапшырыуҙар алып бара, кисәләрҙә сығыш яһай һәм гламур журналдарға мәҡәләләр яҙа. 1953 йылда Лас-Вегаста конферансье, йырсы карьераһын уңышлы башлап ебәрә. Экранда һирәгерәк күренә, әммә үҙе һайлап ҡына бик ҙур гонорарҙарға эпизодик ролдәр генә башҡара[26].

1960 йылда Марлен Дитрих 1960 йылда ГФР-ға гастролгә килә. Икенсе донъя һуғышы осоронда Германияғам ҡаршы ҡарашта торғаны өсөн уны бик һалҡын ҡабул итәләр. Дюссельдорфта бер йәш ҡатын уның битенә төкөрә, ә сығышы мәлендә уға йомортҡа менән бәрә[28]. Был Көнбайыш Берлинда Дитрихты ҡала бургомистры Вилли Брандт ҡабул итә, ул нацизмосоронда эмиграцияла йәшәгән була. Уның тыуған ҡалаһында ла күптәр уның концерт ҡуйыуына ҡаршы була. 1961 йылда Дитрих Стэнли Крамерҙың «Нюрнберг процесы» фильмында нацист генералы ҡатыны ролендә уйнай.

1962 йылда уның «Тормошом әлифбаһы» исемле китабы донъя күрә. Китап — автобиографик әҫәр түгел, А хәрефенән Я хәрефенә тиклем һүҙлек бирелә. Кино йондоҙоноң кулинария рецепттары йыйылмаһы, көнкүреш буйынса кәңәштәре, мемуарҙары һәм афоризмдары тәҡдим ителә.

1964 йылда Мәскәү һәм Ленинградта Марлен Дитрихтың концерттары ҙур уңыш менән үтә. Ә бит совет кешеләре уның «Ғәйепләү шаһиты» һәм «Нюрнберг процесы» киноларын ғына ҡараған була. Үҙәк әҙәбиәтселәр йортонда сығыш яһаған сағында Дитрихтан хәҙерге заман совет яҙыусыларының берәйһен белеү-белмәүе тураһындда һорайҙар. Ул Константин Паустовскийҙың «Телеграмма» әҫәрен бик яратып уҡыуы тураһында әйтә. Шунда кемдер: «Паустовский залда!» — тип ҡысҡыра. Бөтә зал яҙыусыны алҡышлай. Ауырыу, ярым һуҡыр яҙыусыға сәхнәгә сығырға тура килә. Паустовский Марлен Дитрихтың ҡулын үбеп сәләмләй, ә Дитрих уның алдында тубыҡланып баш эйә[29].

Һуңғы йылдары

1975 йылдың сентябрь аҙағында Марднен Дитрих Сидней театрында, оркестр соҡорона ҡолап, янбаш һөйәге һындыра. Нью-Йоркта һигеҙ ай дауаланғандан һуң уға йырсы карьераһын ҡалдырырға тура килә. 1976 йылдың майында, дауахананан сыҡҡас та, Парижға юллана, унда авеню Монтендағы фатирында йәшәй башлай[30]. Бер айҙан һуң уның ире Рудольф Зибәр яман шеш ауырыуынан вафат була. Дитрих үҙ фатирына бикләнеп көн итә башлай, сөнки таяҡҡа таянып, аҡһап йөрөүен башҡаларға күрһәтергә теләмәй ул. Йәшәү өсөн аҡса эшләргә тырышып, мемуарҙар яҙа башлай, әммә улары бик үк үтемле булмай[30]. Марлен 1978 йылда һуңғы тапҡыр камера алдына баҫа — Дэвид Боуи менән бер фильмда эпизодик роль башҡара. Фильм прокатҡа уңышһыҙлыҡҡа осрай. Алкоголле эсемлектәр һәм ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар Дитрихты Париждағы фатирында бикләнеп йәшәргә мәжбүр итә, ул тышҡы донъя менән тик телефон аша ғына бәйләнеш тота.

1979 йылда Көнбайыш Германияла уның «Минең тормошомдо ғына алығыҙ. Уйланыуҙар» исеме аҫтында мемуарҙары донъя күрә.

Марлен Дитрихтың Шенебергтағы Штубенраухштрассе зыяратындағы почетлы ҡәбере.

1984 йылда СССР-ҙың «Сәнғәт» нәшриәте Дитрихтың «Уйланыуҙар» мемуарын Майя Кристалинская тәржемәһендә баҫтырып сығара.

Марлен Дитрих 1992 йылдың 6 майында үҙенең Париждағы фатирында вафат була[31]. Актриса менән хушлашыу Мадлен сиркәүендә үткәрелә, уға өс меңдән ашыу кеше йыйыла. Уның Франция һәм Америка флагтары менән ҡапланған табуты Берлинға килтерелә. 16 майҙа ҡала янындағы зыяратта әсәһе менән йәнәш ерләнә[32]. Ҡәбер ташына немец шағиры Карл Теодор Кернерҙың «Ғүмер менән хушлашыу» сонеты яҙылып ҡуйыла.

Дитрих үҙенә ҡағылышлы булған бөтә нәмәне һаҡлаған була. 1993 йылда «Сотбис» аукцион йорто актрисаның 300 000 ашыу әйберен аукционға ҡуя. Берлин кино музейы был әйберҙәрҙе 8 миллион немец маркаһын түләп һатып ала[33].

Фильмографияһы

йылРусса исемеҮҙенсәлекле исемеРоль
1922фТаковы мужчины So sind die MännerКатрин
1923фТрагедия любви Tragödie der Liebe Люси
1923фЧеловек в дороге Der Mensch am Wege дочь лавочника
1924фПрыжок в жизнь Der Sprung ins Leben девушка на пляже
1926фМанон Леско Manon Lescaut Мишлена
1926фСовременная Дюбарри Eine Dubarry von heuteДюбарри
1926фВыше голову, Чарли! Kopf hoch, Charly! Эдме Маршан
1926фМадам не желает детей Madame wünscht keine Kinder танцовщица
1927фЕго величайший обман Sein größter Bluff Иветта
1927фКафе Электрик Café Electric Эрни
1929фЦелую вашу руку, мадам Ich küsse Ihre Hand, MadameЛоранс Жерар
1929фЖенщина, которая желанна Die Frau, nach der Man sich sehntСташа
1929фОпасности брачного периодаGefahren der BrautzeitЭвелин
1930фГолубой ангел Der blaue EngelЛола-Лола
1930фМароккоMoroccoЭми Джолли
1931фОбесчещеннаяDishonoredМэри Колверер
1932фБелокурая ВенераBlonde VenusХэлен Фарадэй
1932фШанхайский экспрессShanghai ExpressМагдален / Лили Шанхай
1933фПеснь песней Song of SongsЛили Кжепанек
1934фРаспутная императрицаThe Scarlet EmpressЕкатерина II
1935фДьявол — это женщинаThe Devil is a WomanКончита Пэрез
1936фЖеланиеDesireМаделен де Бюпрэ
1936фСад АллахаThe Garden of AllahДомини Энфильден
1937фРыцарь без доспеховKnight Without Armourгерцогиня Алесандра Владинофф
1937фАнгелAngelМария 'Ангел' Бэйкер
1939фДестри снова в седлеDestry Rides AgainФрэнчи
1940фСемь грешниковSeven SinnersБижу Бланш
1941фЭнергияManpowerФэй Дуваль
1942фТак хочет ледиThe Lady is WillingЭлизабет Мадден
1942фНегодяиThe SpoilersШэрри Малотт
1942фПиттсбургPittsburgДжоси 'Ханки' Винтерс
1942фНью-орлеанский огонек The Flame of New OrleansКлэр Леду / Лили
1944фКисметKismetДжамилла
1944фСледуя за парнямиFollow the Boysкамео
1946фМартин РуманьякMartin RoumagnacБланш Ферранд
1947фЗолотые серьгиGolden EarringsЛидия
1948фЗарубежный романA Foreign AffairЭрика фон Шлютов
1949фГоловоломкаJigsawкамео
1950фСтрах сценыStage FrightШарлотт Инвуд
1951фНа небе нет шоссеNo Highway in the SkyМоника Тисдейл
1951фПресловутое ранчоRancho NotoriousОлтер Кин
1956фВокруг света за 80 днейAround the World in 80 Daysхозяйка салона
1957фМонте-КарлоMontecarloМария де Крэвесье
1957фСвидетель обвиненияWitness for the ProsecutionКристина Хельм / Воул
1957фПечать злаTouch of EvilТана
1961фНюрнбергский процессJudgment at Nurembergгоспожа Бертхольт
1962фЧерная лиса. Правдивая история Адольфа ГитлераThe Black Fox. The True Story of Adolf Hitlerдиктор
1964фПариж, когда там жараParis When It Sizzlesкамео (в титрах не указана)
1978фПрекрасный жиголо, бедный жиголоSchöner Gigolo, armer Gigoloбаронесса фон Зомеринг
1984фМарленMarleneголос за кадром

Альбомдары

  • 1951: Marlene Dietrich Overseas
  • 1954: Café Live at the de Paris
  • 1959: Rio in Dietrich
  • 1960: mit Marlene Wiedersehen
  • 1964: Berlin singt Marlene
  • 1964: Die neue Marlene
  • 1964: Dietrich in London
Йыйынтыҡтары (һайланма рәүештә)
  • 1949: Album Souvenir
  • 1952: Live M. D. 1932—1952
  • 1959: Marlene Lili
  • 1969: Marlene Dietrich
  • 1973: The Best of Dietrich Marlene
  • 1974: war mein Milljöh Das
  • 1982: Complete Decca Her Recordings
  • 1992: The Album Marlene Dietrich
  • 1992: Art Dietrich Deco Marlene
  • 2007: Dietrich with the Bacharach Burt Orchestra Marlene

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Baur E.G. Einsame Klasse: Das Leben der Marlene Dietrich. — München: C.H.Beck, 2017. — 576 с. — ISBN 978-3-406-70569-4.
  • Bach S. Marlene Dietrich: Life and Legend. — Minneapolis: University of Minnesota Press, 1992. — 626 с. — ISBN 9780816675845.
  • Бах С. Дитрих. Жизнь и легенда. — Смоленск: Русич, 1997. — 624 с. — ISBN 5-88590-738-2.
  • Боске Н., Рахлин М. Марлен Дитрих: последние секреты. — М.: Текст, 2011. — 160 с. — ISBN 978-5-7516-0964-1.
  • Бояджиева Л. Дитрих и Ремарк. — М.: Вагриус, 2007. — 288 с. — ISBN 978-5-9697-0466-4.
  • Брет Д. Марлен Дитрих / Пер. О. Кольцова, Т. Новикова. — М.: Эксмо, 2006. — ISBN 5-699-18628-X.
  • Дитрих М. Размышления. — М.: Искусство, 1984. — 224 с.
  • Дитрих М. Азбука моей жизни. — М.: Варгиус, 1997. — 384 с. — ISBN 5-7027-0416-9.
  • Рива М. Моя мать Марлен Дитрих. Том 1. — СПб.: Лимбус Пресс, 1998. — 448 с. — ISBN 5-8370-0121-2.
  • Надеждин Н. Я. Марлен Дитрих: «Уйти, чтобы остаться»: Биографические рассказы. — М., 2011. — 192 с. — (Неформальные биографии). — 2000 экз. — ISBN 978-5-98551-162-8.
  • Надеждин Н. Я. Марлен Дитрих. — М.: Мир энциклопедий Аванта+, Астрель, 2011. — 224 с. — (Секрет успеха). — 3000 экз. — ISBN 978-5-98986-511-6, ISBN 978-5-271-36823-3.
  • Паван Ж. Марлен Дитрих / Пер. с фр. Е. Пурыжинской. — М.: Молодая гвардия, Палимпсест, 2012. — 256 с. — (Жизнь замечательных людей). — ISBN 978-5-235-03472-3.
  • Скороходов Г. Пять вечеров с Марлен Дитрих. — М.: АСТ Олимп, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-271-26369-9.

Һылтанмалар


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары