Сарагоса

Испаниялағы ҡала

Сарагоса (исп. Zaragoza [θaɾaˈɣoθa], араг. Zaragoza) — Испанияның төньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Арагон автономиялы округының баш ҡалаһы, Сарагосаның һәм шул исемдәге округтың провинцияһы. Эбро йылғаһының урта ағымында, диңгеҙ кимәленән 200 метр самаһы бейеклектә урынлашҡан. Ҡала халҡы — яҡынса 660 мең кеше, ҙурлығы буйынса Испанияла бишенсе ҡала.

Сарагоса
исп. Zaragoza
араг. Zaragoza
Флаг[d]Герб[d]
Рәсем
Рәсми атамаһыZaragoza[1]
Этнохоронимzaragozano, zaragozana, Saragossà, Saragossana, zaragozanu[2], zaragozana[2], zaragozano[2], zaragozanos[2], zaragozanes[2], zaragozanos һәм zaragozanas
Дәүләт Испания
Административ үҙәгеАрагон[d], Сарагоса[d] һәм V Military Region[d]
Административ үҙәкСарагоса[d]
Административ-территориаль берәмекСарагоса[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+1:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанЭбро[d], Уэрва[d], Гальего[d] һәм Imperial Canal of Aragon[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡанQ96631921? һәм Арагонская равнина[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһымэр Сарагосы[d]
Хөкүмәт башлығыJorge Azcón[d]
Закондар сығарыу органыZaragoza City Council[d]
Халыҡ һаны682 513 кеше (2023)[3]
Ир-егеттәр322 626[4]
Ҡатын-ҡыҙҙар352 371[4]
Ауыл биләмәһен үҙ эсенә алаСарагоса[d], Casetas[d], Juslibol[d], Alfocea[d], Garrapinillos[d], Montañana[d], Monzalbarba[d], Movera[d], San Gregorio[d], San Juan de Mozarrifar[d], Torrecilla de Valmadrid[d], Peñaflor de Gallego[d], Cartuja Baja[d], Venta del Olivar[d], Villarrapa[d] һәм Santa Isabel[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек200 ± 1 метр[5]
Туғандаш ҡалаВифлеем[d], Ташкәнт, Тихуана[d], Барнаул, Биарриц[d], Коимбра, Далянь[d], Ла-Пас[d], Ла-Плата[d], Скопье[6][7], Юйлинь[d], Замбоанга[d], Тирана, Мостолес[d], По[d] һәм Zaragoza[d]
СиктәшАлагон[d], Ла-Муэла[d], Бардальур[d], Барболес[d], Пинсеке[d], Ла-Хойоса[d], Собрадьель[d], Утебо[d], Торрес-де-Беррельен[d], Таусте[d], Кастехон-де-Вальдехаса[d], Суэра[d], Вильянуэва-де-Гальего[d], Сан-Матео-де-Гальего[d], Пердигера[d], Вильямайор-де-Гальего[d], Ла-Пуэбла-де-Альфинден[d], Пастрис[d], Эль-Бурго-де-Эбро[d], Фуэнтес-де-Эбро[d], Медиана-де-Арагон[d], Пуэбла-де-Альбортон[d], Вальмадрид[d], Мария-де-Уэрва[d], Кадрете[d], Куарте-де-Уэрва[d], Эпила[d] һәм Муэль[d]
АлыштырғанЦезаравгуста[d]
Майҙан973 780 000 квадрат метр
Почта индексы50001–50022
Рәсми сайтzaragoza.es
Святой покровительВалерий Сарагосский[d] һәм Our Lady of the Pillar[d]
Урындағы телефон коды976
Номер тамғаһы кодыZ
Өлөшләтә тура киләСарагоса[d], Саракуста[d], Сарагоса[d], Цезаравгуста[d] һәм Salduie[d]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһыCategory:Films shot in Zaragoza[d]
Элементтың күренеше өсөн категорияCategory:Views of Zaragoza[d]
Карта
 Сарагоса Викимилектә

Сарагосаның символы — Дель Пилар базиликаһы

Тарихы

Сарагосалағы Рим театры емереклектәре
Император Октавиан Август — Сарагосаға нигеҙ һалыусы

Сарагосаға нигеҙҙе Colonia Caesaraugusta (император Август колонияһы) исеме аҫтында Рим кешеләре беҙҙең эраға тиклем 24-се йылда һала, хәҙерге атамаһы ла шунан алынған. 380 йылда Сарагосала дөйөм христиан синоды үткәрелә[8]

712—713 йылдарҙа ҡаланы ғәрәптәр яулап ала. VIII быуаттан Сарагоса Кордова хәлифәлегенә хеҙмәт итә һәм төньяҡ Испанияның христиан короллегенә ҡаршы көрәшендә мавритан форпосы булып тора. Хәлифәлек тарҡалғандан һуң Сарагоса үҙаллы мосолман дәүләте үҙәгенә әйләнә, 1118 йылда Арагон һәм Наварраның короле Альфонсо I тарафынан яулап алына һәм артабан шул короллектең сәскә атҡан баш ҡалаһына әүерелә. Альфонсо I указы буйынса Сарагосала йәшәгән бөтә ғәрәптәр ҡаланы ташлап китә. XII быуат аҙағынан Сарагоса Арагондың үҙәге була һәм Испанияның сәйәси үҙәктәренең береһенә әйләнә. 1348 йылдың октябрендә Педро IV хакимлыҡ иткәндә Сарагосала кортестар королгә ҡаршы йүнәлтелгән коалициялар төҙөүҙе тыйыусы закон ҡабул итә

1391 йылдағы ҡыйралыш Сарагосалағы йәһүдтәргә ҡағылмай, һәм ҡала философ һәм раввин Хасдай Крескас етәкселегендә Испанияла йәһүд тормошо үҙәгенә әйләнә[9]. 1492 йылда йәһүдтәрҙе һәм ғәрәптәрҙе Сараглсанан ҡыуалар, һөҙөмтәлә ҡалала халыҡ һаны ныҡ ҡына кәмей. Шуға ҡарамаҫтан, Сарагоса Испанияла иң эре ҡалаларҙың береһе булып ҡала (1548 йылда бында 25 мең самаһы халыҡ йәшәй).

Сарагосаны ҡамап, 1808 йыл

XV быуат аҙағында Испания берләшкәндән һуң ҡала үҙенең әһәмиәтен юғалта, әммә ҡала бойондороҡһоҙлоҡ өсөн алып барылған Испан һуғышы осоронда 1808 — 1809 йылдарҙа ҡаланы ҡамап алған француздарға ҡаршы батырҙарса оборона булдырыу менән дан ҡаҙана. Шул мәлдә ҡаланы обороналауҙа ҡатнашҡан 50 меңгә яҡын кеше һәләк була. Ҡаланы обороналау боронғо аргон дворяндар нәҫеленә ҡараған арагон Хосе Ребольедо де Палафокс һәм Мельси етәкселегендә башҡарыла.[10] Ул хәрбиҙәр сословиеһына ҡарамай, әммә Сарагосалағы ихтилал ваҡытында генерал-капитан тип иғлан ителә, һәм ул 9 айға яҡын Сарагосаны обороналауға уңышлы етәкселек итә. Ул беренсе ике айлыҡ ҡамау һәм штурмлау ваҡытында генералдар Вердьё һәм Лефевр-Денуетты еңеүгә өлгәшә. Сарагосаны икенсе ҡамау-штурмлауға Наполеон маршалдары — Монсей, ә һуңғараҡ Ланн етәкселек итә. Ике ҡамау осоронда француздар яҡынса 25 мең кеше, ә ҡаланы обороналыусылар 50 меңдән ашыу кеше юғалта. Оборонала ҡатнашыусыларҙың 30 меңгә яҡыны ҡулына ҡоралды беренсе тапҡыр алған тыныс халыҡ була. Ҡорал тоторға һәләтле һәр кеше — шул иҫәптән балалар һәм ҡатын-ҡыҙ ҡаланы баҫып алыуҙан һаҡлау өсөн күтәрелә. Һуғыш аҙағына тиклем 8 көн ҡалғас, сирле, йыш ҡына аңын юғалтҡан Палафокс командалыҡ итеүҙе Сен-Маркҡа тапшыра. Палафокс аңын юғалтҡан хәлдә француздарға әсирлеккә эләгә. Тик Наполеон ҡолатылғас ҡына Палафокс Сарагосаға ҡайта. Ғүмеренең аҙағында Палафокс герцог Сарагосский исеменә лайыҡ булав..[11]

Сарагосаны Граждандар һуғышы осоронда беренсе тапҡыр баҫып алырға маташыу уңышһыҙлыҡҡа осраһа, икенсе ынтылышта француздар уңышҡа өлгөшө. Ҡаланы француздар баҫып алғандан һуң Сарагоса төбәктәге милләтселәр үҙәгенә әйләнә. Һуғыш йылдарында республика яҡлы булған 3643 кеше Торреро зыяратында атып үлтерелә.

XX быуаттың икенсе яртыһында арҡаһында индустриялаштырыу һәм урбанизация арҡаһында Сарагосаның иҡтисады бик тиү үҫешә. Ҡалала һәм уның тирәләй яңы фабрикалар асыла. Хәҙерге ваҡытта Сарагоса Испанияның иң ҙур биш ҡалаһы исемлегенә инә. 2008 йылда ҡалала Бөтә донъя күргәҙмәһе үткәрелә, был да Сарагоса иҡтисады үҫешенә яңы этәргес бирә.

Халҡы

2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Сарагосала 679 624 кеше йәшәй. Уларҙың 48,4 % — ир-егет, 51,2 проценты — ҡатын-ҡыҙ.

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: Instituto Nacional de Estadística)
19911999200120022003200420052006200720082009201020112012
594 394603 367610 976620 419626 081638 799647 373649 181654 390666 129674 317675 121674 725679 624

Мең кешегә халыҡ һанының үҙгәреүе:

2011 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса йәш буйынса халыҡ һанының бүленеше:

  • 16 йәшкә тиклем — 15,1 %,
  • 16 ййәштән 64 йәшкә тиклем — 66,2 %,
  • 65 йәштән өлкән — 18,7 %.

Сит илдәрҙән килеп йәшәүселәр халыҡтың 12,4 процентын тәшкил итә, сит ил кешеләренең күбеһе Африка илдәренән, шулай уҡ Үҙәк һәм Көньяҡ Америка һәм Вест-Һиндостандан килгән. Исемлектә артабан Европа союзынан килгәндәр тора.[12]

Климаты

Ҡала бөтә яҡтан да тауҙар менән уратып алынған Эбро йылғаһы бассейнында ята. Сарагосаның климаты — һалҡын дала климаты (Кёплен төҙөгән климаттар классификацияһы буйынса BSk). Әммә Урта диңгеҙ климаты өсөн хас сифаттар ҙа күҙәтелә (Csa): йәй һәм ҡыш ҡоро һәм дымлы, яҙғы һәм көҙгө климат тағы ла дымлыраҡ. Шул уҡ ваҡытта ғәҙәттә һауа температураһы — 40 градусҡа барып етһә лә, йәй ҡоро була, яуым-төшөмдөң күпселеге яҙ айҙарында яуа.

Климат Сарагоса
КүрһәткестәреДек.Два.МартАпра.МайИюньИюльАвг.Сена.Окт.Нояб.Тирәсте.Йыл
Һауа температураһы, °C10,313,316,618,723,227,731,531,026,720,714,310,720,4
Уртаса температура, °C6,48,410,913,017,221,324,524,420,715,510,07,115,0
Ул кәм тигәндә, °C2,43,55,27,411,214,817,617,814,710,35,83,59,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм222020354431181727303023318
Сығанағы: Estatal Meteorología de Agencia

Иҡтисад

Сарагосалағы Бөтә донъя сауҙа үҙәге
Ҡала баҙарында

Сарагоса иҡтисади үҫеш кимәле буйынса Испанияла дүртенсе урынды биләй[13]. Ауыл хужалығының роле әкренләп кәмей бара, сәнәғәт ҡала иҡтисадының нигеҙе булып тора. 1982 йылда Сарагоса эргәһендә ятҡан Фигеруэлас муниципалитетында Opel автомобилдәрен етештереү буйынса асылған завод төбәк халҡына төп эш биреүсегә әйләнә. Заводта Opel Corsa, Meriva, Combo моделдәре сығарыла. Фигеруэластың 6400 кеше эшләгән заводы — General Motors компанияһының Европалағы иң ҙур заводы.[14] Завод эргәһендә автомобиль компоненттарын сауҙағы сығарыу менән шөғөлләнеүсе фирмалар эшләй.

Бынан тыш,Сарагосала BSH Bosch und Siemens Hausgeräte GmbH (көнкүреш техникаһын етештереүсе), Ferrocarriles y de Auxiliar Construcciones y Au[iliar de Ferrocarriles (тимер юл системалары), Sociedad Anonima Industrias Celilosa Aragonesa, ICT Ibérica һәм Torraspapel (ҡағыҙ етештереү), Pikolin (матрас етештереү), Lacasa (шоколад), Tata Hispano (автобустар етештереү), Ámbar (һыра ҡайнатыу) һәм башҡа компанияларҙың филаилдары урынлашҡан..

Plataforma Logística de Zaragoza[es] (PLAZA) — көньяҡ Европалағы иң ҙур логистика үҙәге Сарагосаны Испанияла Мадрид һәм Барселонанан ҡала тауар әйләнеше буйынса өсөнсө терминалға әйләндерә[15].

Транспорт

Сарагоса аэропортының 2-се терминалы

Аэропорттар

Тимер юлдары

Сарагосаның төп тимер юл вокзалы

Автотранспорт

Экспо-2008-гә әҙерлек сиктәрендә төҙөлгән «өсөнсө мең йыллыҡ» күпере
Испанияның Сарагосаның Испания майҙанындағы bizi. велосипедтар станцияһы

Музейҙар

Сарагосалағы Гойя музейы
Франсиско Гойяның портреты. Рәссам Висенте Перес.
Сарагоса музейы

Иҫтәлекле урындар

Сарагоса символдары — Базилика-де-Нуэстра-Сеньора-дель-Пилар һәм Эбро аша Таш күпер
«Heroes del Silencio del» рок-төркөмө концерты, Севильяла, 2007.
Ла-Ромаред — Реал Сарагоса футбол клубы стадионы
Сан-Сальвадор соборы
«Һыу бағанаһы»
Испания майҙанында
Сарагосаның йәйәүлеләр урамы
Рим диуарҙары
Эбро йылғаһы аша күпер янында
Изге Мария Магдалена сиркәүе
Альхаферия һарайы
Сан-Пабло сиркәүе, мудехар стилендә.
Тәбиғәт һәйкәлдәре
  • Эбро йылғаһы һәм уның ярҙары.
  • Хосе Антонио Лабордеты исемендәге «Grande» паркы (элек — Мигель Примо де Ривера исемендәге).
  • Арагондың Император каналы.
  • «Galacho Juslibol» тәбиҙәт паркы
  • «Galacho La Alfranca» тәбиғәт паркы
  • Луис Бунюэль аквапаркы

Туғанлашҡан ҡалалар

1.  Албания — Тираны Дионисий
2.  Аргентина — Ла-Плата
3.  Гватемала — Сарагоса[es]
4.  Испания — Мостолес
5.  Мексика — Тихуана
6.  Никарагуа — Леон
7.  Фәләстин Дәүләте — Ләхәм
8.  Португалия — Коимбра
9.  Пуэрто-Рико — Понс
10.  Франция — Биарриц
11.  Франция — Буйлап
12.  Рәсәй Федерацияһы — Барнаул

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  • zaragoza.es — Сарагосы рәсми сайты  (исп.)
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары