Стронций

Стронций (лат. Strontium, Sr) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 2-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 38. Атом массаһы 87,62(1) а. ер м.[7] Ябай матдә стронций — йомшаҡ,еңел сүкелеүсән һәм һығылмалы һелтеле металл, көмөш-аҡ төҫтә. Юғары химик активлығына эйә, һауалағы кислород һәм дым менән тиҙ арала реакцияға инә, һары оксид яры менән ҡаплана.

Стронций
Рәсем
Масса87,62 ± 0,01 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталғанStrontian[d]
Асыусы йәки уйлап табыусыУильям Крюйкшенк[d]
Асыу датаһы1787
Табылыу урыныБөйөк Британия
Элемент символыSr[2]
Химик формулаSr[3]
Каноническая формула SMILES[Sr][3]
Атом һаны38[4]
Электронная конфигурация[Kr] 5s²
Электр кирелеге1
Ионный радиус1,18 ангстрем[5], 1,26 ангстрем[5], 1,36 ангстрем[5] һәм 1,44 ангстрем[5]
Әселәнеү дәрәжәһе2
Таксонда барF. vulgare[6]
Код MCN2805.19.10
 Стронций Викимилектә

Символы

Стронций элементының символы — Sr (Стронций тип уҡыла).

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

Элемент 1764 йылда шотланд ауылы Стронти́ан янында(ингл. Strontian, гэл. Sròn an t-Sìthein)ҡурғаш руднигында стронцианит минералында табыла, яңы элементҡа исем шунан алып бирелә. Был минералда яңы металл оксиды барлығы 1787 йылда Уильям Крюйкшенк һәм Адер Кроуфорд тарафынан асылған. 1808 йылда сэр Һемфри Дэви саф формаһында айырып алған.

Тәбиғәттә

Юғары химик активлығы арҡаһында стронций ирекле рәүешендә осрамай. Ул яҡынса 40 минерал составына инә. Уларҙың иң мөһиме — целестин SrSO4 (51,2 % Sr). Шулай уҡ стронцианит SrCO3 (64,4 % Sr) сығарыла . Был ике минерал сәнәғәт әһәмиәтенә эйә. Стронций йышыраҡ төрлө кальцийлы минералдарға ҡушылған була.

Стронцийҙың башҡа минералдары араһында :

  • SrAl3(AsO4)SO4(OH)6 — кеммлицит;
  • Sr2Al(CO3)F5 — стенонит;
  • SrAl2(CO3)2(OH)4·H2O — стронциодрессерит;
  • SrAl3(PO4)2(OH)5·H2O — гойясит;
  • Sr2Al(PO4)2OH — гудкенит;
  • SrAl3(PO4)SO4(OH)6 — сванбергит;
  • Sr(AlSiO4)2 — слосонит;
  • Sr(AlSi3O8)2·5H2O — брюстерит;
  • Sr5(AsO4)3F — ферморит;
  • Sr2(B14O23)·8H2O — стронциоджинорит;
  • Sr2(B5O9)Cl·H2O — стронциохильгардит;
  • SrFe3(PO4)2(OH)5·H2O — люсуньит;
  • SrMn2(VO4)24H2O — сантафеит;
  • Sr5(PO4)3OH — беловит;
  • SrV(Si2O7) — харадаит;
  • SrB2Si2O8 — пековит[8]

Физик таралғанлыҡ кимәле буйынса стронций ер ҡабығында 23-сө урын биләй — уның масса өлөшө 0,014% тәшкил итә(литосферала — 0,045 %). Металдың Ер ҡабығындағы моль өлөшө 0,0029 %.

Диңгеҙ һыуында стронций бар (8 мг/л)[9].

Ятҡылыҡтары

Калифорнияла, Аризонала, АҠШ-та, Яңы Гранадала, Төркиәлә, Иранда, Ҡытайҙа, Мексикала,Канадала, Малавиҙа ятҡылыҡтары билдәле[10]

Рәсәйҙә стронций табылған төбәктәр: Күк таш (рус. Синие камни)(Дағстан), Мазуево (Пермь крайы), Табольск (Тула өлкәһе), шулай уҡ ятҡылыҡтар Бүрәт Республикаһында, Иркутск өлкәһендә, Красноярск крайында, Яҡутстанда һәм Курильск утрауында бар[11].әммә әлеге ваҡытта мәғдән ятҡылыҡтары эшкәртелмәй

Физик үҙенсәлектәре

Стронций — йомшаҡ көмөшһыу-аҡ металл, һығылмалы һәм сүкелеүсән, бысаҡ менән еңел теленә.

Иреү температураһы: 768 °C, ҡайнау температураһы: 1390 °C.

Химик үҙенсәлектәре

Стронций үҙенсәлектәре буйынса кальцийға һәм барийға оҡшаш, улар араһында аралаш урынды биләй[12].

Электрохимик көсөргәнеш серияһында стронций иң актив металдар араһында (уның нормаль электрод потенциалы −2.89 В). Һыу менән көслө реакцияға инеп, гидроксид барлыҡҡа килтерә.

Ҡулланыу

Стронцийҙы һәм уның химик ҡушылмаларын ҡулланыуҙың төп өлкәләре — радиоэлектроника сәнәғәте, пиротехника, металлургия, аҙыҡ-түлек сәнәғәте.

Биологик әһәмиәте

Тәбиғи стронцийҙы кеше организмына тәьҫир итеү йәһәтенән радиоактив төрө менән бутарға ярамай (уның токсиндары аҙ, һәм улай ғына ла түгел, остеопорозды дауалау өсөн ҡулланыла).

Тәбиғи стронций — микроорганизмдар, үҫемлектәр һәм хайуандарҙың ҡушма өлөшө. Стронций кальцийҙың аналогы булып тора, шуға күрә уның иң һөҙөмтәле булып һөйәк туҡымаһына ерегә. Әҙерәк тотҡарланырға булдым йомшаҡ туҡыма 1 %. Дүрт йәшкә тиклем бала организмында стронций ҙур тиҙлек менән туплана, һөйәк туҡымаһының барлыҡҡакилеүе әүҙем бара.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Стронций// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 24(1)-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Greenwood N. N., Earnshaw A. Chemistry of the Elements (англ.). — 2nd Ed. — Butterworth-Heinemann (англ.), 1997. — <nowiki>ISBN 0-08-037941-9

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары