Сыуаш теле

Сыуаш теле (cыу. Чăваш чĕлхи, Çovaş Çölhi, چأۋاش چۀلخې) — сыуаш халҡының милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән Сыуаш Республикаһының дәүләт теле итеп иғлан ителгән.

Сыуаш теле
cыу. Чăваш чĕлхи
Ҡыҫҡаса атамаһычувашский, чуваська, чӑвашла һәм чувашаг
Дәүләт Рәсәй[1]
 Украина
 Ҡаҙағстан[2]
 Үҙбәкстан[3]
Барлыҡҡа килгәнСыуашстан
Административ-территориаль берәмекСыуашстан, Мәскәү, Татарстан Республикаһы, Башҡортостан Республикаhы, Һамар өлкәһе, Ульяновск өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Красноярск крайы һәм Ырымбур өлкәһе
Алдағыболғар теле[d]
Тел төрҙәреагглютинатив телдәр
Килештәрабессив[d]
ЯҙыуЧувашская письменность[d] һәм Кирил алфавиты
Телде көйләүсеГуманитар фәндәр буйынса Сыуаш дәүләт университеты[d]
Телдә һөйләшеүселәр1 279 650 кеше (2021)[4]
Телдең ЮНЕСКО статусы3 юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында[d][5]
Ethnologue каталогында тел статусы2 Төбәк[d][6]
Тасуирлау биттәреturkic.elegantlexicon.com/…
Аббревиатуралар таблицаһындағы ҡыҫҡартыучуваш.
Викимедиа проекттарында тел кодыcv
 Сыуаш теле Викимилектә

Сыуаш теле төрки телдәренең Иҫке Болғар бүлегенә ҡарай.

Тарих

Сыуаш теле — төрки телдәрҙең береһе (болғар төркөмө), Сыуашстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Башҡортостанда, Татарстанда, Һамар, Ульяновск өлкәләрендә һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 1 млн 300 меңдән ашыу. Башҡортостанда 98 меңдән күберәк кеше сыуаш телен белә, шул иҫәптән уларҙың 91 меңдән ашыуы — сыуаштар (2002).

Тарихи нигеҙҙә болғар теленә барып тоташа. Сыуаш телендә 2 төп диалект айырып ҡарала: үрге (о‑лаштырып һөйләшеү) һәм түбәнге (у‑лаштырып һөйләшеү). Хәҙерге әҙәби сыуаш теле XIX быуаттың икенсе яртыһында үрге диалект нигеҙендә формалаша башлай. Сыуаш теле башҡа төрки телдәрҙән бик ныҡ айырыла.

Фонетик үҙенсәлектәре

Сыуаш телендәге [р] өнө дөйөм төрки [з], [л] — [ш] өндәренә тап килә, мәҫәлән, сыуашса «хур» (ҡаҙ) ху[р] — дөйөм төрки «ҡаз» ҡа[з], «утмãл» (алтмыш) утмã[л] — «алтмыш» алтмы[ш]; [ы] һуҙынҡы фонемаһы тик беренсе ижектә генә ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «тымар» — башҡортса «тамыр», ҡалған һуҙынҡылар бөтә позицияларҙа ла осрай; сонор тартынҡылар төрлө фонетик позицияларҙа була ала; тартынҡыларҙың йомшаҡлығы һәм ҡатылығы уларҙың һүҙҙәге позицияһы менән билдәләнә, тик [л], [н], [т] тартынҡыларының йомшаҡлығы ғына позицион яҡтан сикләнмәгән — уларҙың үҙ аллы йомшаҡ варианттары бар [л'], [н'], [т']: «халь» (хәҙер) — «хал» (көс), «юрать» (ярай, бара) — «юрат» (яратырға) һ. б.

Морфология

Морфологияһы өсөн дөйөм төрки телендәге күплекте күрһәткән -лар урынына эйәлек аффиксы менән бер үк ваҡытта ҡулланылғанда, унан һуң килгән (башҡа төрки телдәрҙә — уға тиклем) -сем ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «сěтел-ěм-ěр-сем» — башҡортса «өҫтәл-дәр-ебеҙ»; алмаш һүҙҙәр яһаған та-/те- һәм ни- префикстары ҡулланыла, мәҫәлән, «такам» (кемдер), «никам» (бер кем); төп һандарҙың тулы (абстракт иҫәпләүҙә ҡулланыла) һәм ҡыҫҡа (предметтарҙың һанын билдәләү өсөн) формалары бар, мәҫәлән, сыуашса «пěррě» һәм «пěр» — башҡортса «бер», «виҫҫě» һәм «виҫě» — «өс». Сыуаш теле синтаксисы зат мәғәнәһен белдергән хәбәрлектең суффиксы булмауы: «эпир студентсем» (беҙ студенттар); хәбәр алдынан әйтелгәндәрҙең мәғәнәүи үҙәген ҡуйыу менән характерлана: «пичче ыран яла каять» (өлкән ағай иртәгә бара ауылға), «пичче яла ыран каять» (өлкән ағай ауылға бара иртәгә) һ.б.

Сыуаш теленең алфавиты

Файл:Chuvas-rus-avtovkzal.jpeg
Чебоксар автовокзалы. Cыуаш һәм урыҫ телдәрендә яҙылған алтаҡта
Файл:Chuvas-rus-vokzal-2.jpeg
Чебоксар. Cыуаш һәм урыҫ телдәрендәге урам күрһәткесе

Сыуаш теле хәрефтәре кириллицаға нигеҙләнгән. Милли алфавитта улар 37.

А аӐ ӑБ бВ вГ гД дЕ еЁ ё
Ӗ ӗЖ жЗ зИ иЙ йК кЛ лМ м
Н нО оП пР рС сҪ ҫТ тУ у
Ӳ ӳФ фХ хЦ цЧ чШ шЩ щЪ ъ
Ы ыЬ ьЭ эЮ юЯ я
ИсемеIPAТранскрипция
А аа/a/
Ӑ ӑă/ə/Аь
Б ббӑ/b/баь
В ввӑ/ʋ/ваь
Г ггӑ/ɡ/гаь
Д ддӑ/d/даь
Е ее/ɛ/
Ё ёё/jo/
Ӗ ӗӗ/ɘ/Еь
Ж жжӑ/ʐ/жаь
З ззӑ/z/заь
И ии/i/
Й ййӑ/j/йаь
К ккӑ/k/каь
Л ллӑ/l/лаь
М ммӑ/m/маь
Н ннӑ/n/наь
О оо/o/
П ппӑ/p/паь
Р ррӑ/r/раь
С ссӑ/s/саь
Ҫ ҫçӑ/ɕ/щаь
Т ттӑ/t/таь
У уу/u/
Ӳ ӳӳ/y/Уь
Ф ффӑ/f/фаь
Х ххӑ/χ/хаь
Ц ццӑ/ʦ/цаь
Ч ччӑ/ʨ/чаь
Ш шшӑ/ʂ/шаь
Щ щщӑ/ɕː/
/ɕt͡ɕ/
щаь
Ъ ъхытӑлӑх палли-
Ы ыы/ɯ/
Ь ьçемçелӗх палли/ʲ/
Э ээ/e/
Ю юю/ju/
Я яя/ja/

Башҡортостанда cыуаш теле

Башҡортостан Республикаһында cыуаш телен уҡытыу 27 мәктәптә һәм 4 мәктәп филиалында алып барыла; тел предмет булараҡ 93 мәктәптә өйрәнелә. Сыуаш теле буйынса белгестәр БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Бәләбәй педагогия колледжында һәм Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжында әҙерләнә. «Аургаза хыпарси» («Аургазинский вестник», «Урал сасси», «Щуда щул» гәзиттәре сыуаш телендә сыға).

Әҙәбиәт

  • Чувашский язык: история и современность. Чебоксары, 1994.
  • Эктор Алос-и-Фонт, «Преподавание чувашского языка и проблема языкового поведения родителей», Чувашский государственный институт гуманитарных наук, 2015, Шупашкар.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары