Технеций

Технеций (лат. Technetium, Tc) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 7-се төркөм химик элементы. Тәртип номеры - 43.

Технеций
Логотип
Рәсем
Масса97,907 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталғантехника
Асыусы йәки уйлап табыусыСегре, Эмилио Джино[d] һәм Carlo Perrier[d]
Асыу датаһы1937
Табылыу урыныИталия
Элемент символыTc[2]
Химик формулаTc[1]
Каноническая формула SMILES[Tc][1]
Атом һаны43[3]
Электронная конфигурация[Kr] 4d⁵ 5s²
Электр кирелеге1,9
Ионный радиус0,65 ангстрем[4]
Әселәнеү дәрәжәһе4[5], 6[5] һәм 7[5]
Иреү температураһы2170 ± 1 °C
Таксонда барParis polyphylla var. chinensis[d][6]
Урынлашыу картаһы
Схематичная иллюстрация
 Технеций Викимилектә
43
Технеций
97,907
4d65s1

Ябай матдә технецийрадиоактив күсемле металл, көмөшһыу-һоро төҫтә. Тотороҡло изотоптары булмаған иң еңел элемент. Иң беренсе синтезланған химик элемент.

Символы

Технеций элементының символы - Tc (Технеций тип уҡыла).

Тарих

Технеций 1937 йылда Перрье һәм Сегре тарафынан асыла.

1860-1871 йылдарҙа Дмитрий Менделеев тәҡдим иткән периодик таблицаның иң тәүге өлгөләрендә молибден (42-се элемент) һәм рутений (44-се элемент) араһында буш урын ҡала. 1871 йылда Менделеев был табылмаған элемент марганец аҫтындағы буш урынды аласаҡ һәм шундай уҡ химик үҙенсәлектәргә эйә буласаҡ тип фаразлай. Менделеев уға ekamanganese тип исем бирә тора (eka-, санскритса "бер үҙе" һүҙенән), сөнки фаразланған элемент билдәле марганец элементынан аҫтараҡ бер урында торорға тейеш була.

Атом физикаһы ((ядерная физика ) үҫешеү менән, ни өсөн техниций тәбиғәттә табылмауы асыҡлана: Маттаух-Щукарев ҡағиҙәһе буйынса, был элементтың тотороҡло изотоптары юҡ.

Технеций АҠШ-та Лоуренс исемендәге Милли лабораторияла дейтерий ядроһы тиҙләткес-циклотронында молибден сәбенән синтезланган, ә унан һуң Италияла Палермола табылған: 1937 йылдың 13 июнендә Италия тикшеренеүселәре К. Перрье һәм Э. Сегре «Nature» журналында әлеге сәптә 43-сө номерлы элемент барлығын күрһәтә[7].

Исеменең килеп сығышы

Атама бор. грек. τεχνητός — яһалма тигәнде аңлата, "пионер", йәғни, тәүге булып элементтың синтез юлы менән асылғанын сағылдыра. «Технеций» исемен яңы элементҡа уны асҡан ғалимдар Перрье һәм Э. Сегре 1947 йылда тәҡдим итә[8][9].

Тәбиғәттә

Ерҙә уран мәғдәненең эҙҙәрендә осрай, 1 кг уранға 5·10−10 г тура килә.

Спектроскопия ысулдары менән Андромеда һәм Кит йондоҙлоҡтарында ҡайһы бер йондоҙҙарҙың спектрҙарында техниций булыуы асыҡланған (техниций йондоҙҙар) (технециевые звезды).

Ҡулланыу

Ядро медицинаһында баш мейеһе, йөрәк, ҡалҡан биҙе, үпкә, бауыр, үт ҡыуығы, бөйөр, һөлдә һөйәге, ҡан, шулай уҡ шештәрҙе өйрәнеү һәм диагностикалау өсөн киң ҡулланыла [10].

Пертехнетаттар (технеций кислотаһы тоҙо HTcO4) коррозияға ҡаршы үҙенсәлеккә эйә, сөнки TcO 4 ионы тимер һәм ҡорос өсөн иң һөҙөмтәле коррозия ингибиторы булып тора.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары