Уйғырҙар

Көнсығыш Төркөстандың, хәҙерге ҠР Синьцзян автоном районының төп халҡы

Уйғырҙар (уйғ. ئۇيغۇرلار, Уйғурлар, ҡыт. 维吾尔, Wéiwú'ěr) — Көнсығыш Төркөстандың, хәҙерге ҠР Синьцзян автоном районының, төп халҡы. Дин буйынса — мосолман-сөнниҙәр. Уйғыр теле төрки телдәр төркөмөнә ҡарай. Уйғырҙар — күп өлөшө Ҡытай көнсығышы сигендә урынлашҡан Синьцзян регионында йәшәүсе төрки телле халыҡ..[7]

Уйғырҙар
Ипархан Ходжа Нияз Рабия Кадыр
Үҙ атамаһы

Уйғурлар,ئۇيغۇرلار

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: ~ 10 млн.
   

Тел

уйғыр

Дин

ислам суннизм

Раса тибы

ҡатнаш:
памир-фирғәнә расаһы
көньяҡ себер расаһы

Халыҡ

Алтай телдәре
  Төрки телдәр
    Ҡарлуҡ телдәре?

Туғандаш халыҡтар

үзбәктәр

Килеп сығышы

тохарҙар, ҡарлуктар,
боронғо уйғырҙар

Этнонимдың тарихы

«Уйғыр» этнонимы иң тәүҙә беҙҙең эра башындағы сығанаҡтарҙа осрай башлай. Башта ул төрки телле телес ҡәбиләләрең береһенең исеме була, ә өсөнсө уйғыр ҡағанаты дәүерендә (8-9 бб.) 19 ҡәбиләне берләштергән конфедерацияға ингән ҡәбиләләрҙең уртаҡ атамаһына әйләнә. Шулай уҡ был осорҙа «уйғыр» этнонимы менән йәнәшә «токкуз огуз»[8].экзоэтнонимы ла киң ҡулланыла. Уйғыр ҡәбиләләре Көнсығыш Төркөстан территорияһына күскәндән һуң (9б.), Турфан, Кумул, Кучи халыҡтары төркөмдәре XVI—XVII бб Көнсығыш Төркөстандың ерле халҡын исламлаштырыу процесы тамамланғанғансы «уйғыр» атамаһында йөрөйҙәр.[9][10][11].Ислам динен ҡабул иткәндән һуң, Көнсығыш Төркөстан халҡы үҙен, төрки сығышлы һәм мосолман динле булыуын берҙәй тип танып, «мосолмандар» йәки «төркиҙәр» тип йөрөтә башлай. Шулай уҡ үҙҙәренең этнографик төркөм (юрту?) исемдәре буйынса ҡашғар, долан, мәсен, тарансы тип тә аталалар. Оҙаҡ ваҡыт уйғыр мөхитендә, ҡаһы саҡ хәҙер ҙә осрап ҡуйған, йәнле телдә ҡулланылған «йәрлик» (яҡташ, урындағы халыҡ) һүҙе теләһә ҡайһы оазистан сыҡҡан уйғыр халҡын тасуирлап биреүҙә ҡулланыла. Дөйөм этник үҙатамаһы булмауға ҡарамаҫтан, уйғырҙар- килеп сығыштарының һәм мәнфәғәттәренең уртаҡлығын аңлаған, дөйөм теле, тарихи йолалары, мәҙәниәте булған, мосолман динле урта быуатта ойошҡан халыҡ. Күрше халыҡтар ҙа уйғыр юрталарын берҙәм халыҡ итеп ҡабул итәләр, урта азия халыҡтары уларҙы ҡашғарҙар, монголдар — хотондар, ҡытайҙар — чантоу[12] тип йөрөтәләр. Ил оҙаҡ ваҡыт Моғул, Ҡашғар атамалары менән рәттән Уйгырстан, Уйғыристан тип йөрөтөлә. Был турала төрлө сығанаҡтарҙа билдәләнелә; Мухаммад Имин Садр Кашгари үҙенең «Асар аль футух» (1790) әҫәрендә илде Уйғыристан тип атай, унда алты ҡала ингәлеген билдәләй.[13]

«Көнсығышта был ил Алты шәһәр (алты ҡала), Уйғыристан йә Ҡашғар тип йөрөтөлә, Европала Бәләкәй Бохара,Көнсығыш Татария, Көнсығыш йә Ҡытай Төркөстаны исеме аҫтында билдәле була, ҡайһы саҡ Ҡашғар иле тип тә әйтәләр.»

— Чокан Валиханов, 1859 г.

[14]

Этнонимдың юҡҡа сығыуы мосолман йолалары менән бәйле була. Көнсығыш Төркөстан халҡының аҡһөйәктәр, руханиҙар йөҙәндәге уҡымышлы өлөшө үҙҙәренең уйғырҙарҙан килеп сыҡҡанын танығандар. Был турала 19 б. быуатта йәшәгән, урындағы юғары ҡатлам (бектәр) һәм руханиҙар (ахундар) менән яҡшы аралашҡан өйрәнеүселәр, атап әйткәндә, Вәлиханов, боронғо уйғыр нәҫеленән булған төрки халҡының, долон һәм нюгейттарҙың (һуңғылары- моғул нәҫеленән) уйғыр телендә һөйләшеүҙәре тураһында яҙа.[12]. Инглиз илсеһе Беллью Артуш бек (юғары ҡатлам) тураһында яҙғанда уның уйғыр нәҫеленән сыҡҡан татар булыуын билдәләй.[15] . Бартольд шулай уҡ зыялыларҙың үҙҙәрен уйғырҙар тип атауҙы өҫтөн күреүҙәрен дә билдәләп үтә[16].

Халыҡтың юғары ҡатламы (руханиҙар, аҡһөйәктәр, зыялылар) был этнонимды ҡабул итеүҙә инициатива күрһәтәләр. 1921 йылда Урта Азиялағы милли-территориаль бүленешкә ҡағылышлы Ташкентта үткәрелгән Көнсығыш Төркөстандың төрки халҡы вәкилдәре съезында «уйғыр» үҙатамаһын тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителә.[17]Уйғыр» этнонимы этиологияһының бер-нисә версияһы бар:

  • Әбү әл-Ғази (1603—1663) «Төркиҙәр шәжәрәһе» тигән йылъяҙмаһында «уйғыр» этнонимының төрки тамырлы булыуын иҫбатлай: «Уларға Уйғыр исемен Уғыҙ хан биргән. Уйғыр- төрки һүҙе, мәғәнәһе бөтә донъяға билдәле, „яҡлаусы“ (япышгур) тигәнде аңлата.»

Рәшит әд-Дин буйынса легендар Уғыҙ хан «уйғыр» атамаһын үҙенә ярҙам итергә ҡушылған ҡәбиләгә биргән.

Төрки телендә был һүҙ «эйәреүсе, ҡушылыусы»[18] тигәнде аңлата.

  • Мәхмүт Ҡашғари версияһы буйынса «уйғыр» үҙатамаһы Искәндәр Зөлҡәрнәй ваҡытына барып тоташа. Ул Урта Азияла үҙенә ҡаршы торған атлыларҙы «худхуранд» тип атай, «һунарсы ыласын һымаҡтар, уларҙан бер януар ҙа ҡотола алмай». «Худхуранд» ваҡыт үтеү менән «Худхур» булып ҡыҫҡарған, ә һуңғы һүҙ «уйғыр»ға әйләнгән.

Этнографик төркөмдәр

Хәҙерге тарихи уйғыр этносы Көнсығыш Төркөстан регионында ҡатмарлы сәйәси-географик шарттарҙа бер-береһенән алыҫ урынлашҡан төрлө этник сығышлы халыҡтарҙан формалашҡан. Уйғыр этносында төрлө этнографик төркөмдәргә бүленеү һаҡлана (субэтностар) — юрталар (уйғ. юртлар):

  • турфанцы (уйг. турпанлиқләр)
  • кашгарцы (уйг. қәшқәрлиқләр)
  • комульцы (уйг. қумуллуқлар)
  • хотанцы (уйг. хотәнликләр)
  • аксуйцы (уйг. ақсулуқлар)
  • яркендцы (уйг. яркәндликләр)
  • доланы (уйг. доланлар)
  • лобнорцы (уйг. лопнурлуқлар)
  • чугучакцы (уйг. чөчәкликләр)
  • учтурфанцы (уйг. учтурпанлиқләр)
  • кульджинцы (уйг. ғулҗилиқлар)
  • атушцы (уйг. атушлуқлар)
  • кучарцы (уйг. кучарликлар)
  • корлинцы(уйг. корлалиқләр)
  • мачины (уйг. мачинләр)
  • полурцы (уйг. полурлуқлар)
  • абдалы (уйг. абдаллар)

Һәр этник төркөмдөң үҙенә хас мәҙәниәте бар. Был төркөмдәрҙең күпселек өлөшө, этно-территориаль төркөм булараҡ, бер-береһенән һиҙелерлек алыҫ арала урынлашҡан, йәшәргә яраҡһыҙ Таҡла-Маҡан сүллеге менән бүленгән боронғо сүллектәрҙә формалашҡан. Ҡайһы бер төркөмдәр алдағы булған ырыуҙар бүленеше һөҙөмтәһендә, йә башҡа этник төркөмдәрҙең тамамланмаған ассимиляцияһы арҡаһында барлыҡҡа килгәндәр.

Уйырҙарҙың антропологияһы

Уйғыр ҡыҙы

Антропологик яҡтан уйғырҙар монголоид һәм европеоид расаһының ҡушымтаһы булып торалар. Ҡытай генетиктары Сюй һәм Цзин үҙҙәренең фәнни тикшеренеүҙәрендә уйғырҙарҙың 60 % европеоид, ә 40 % монголоид сығышлы тип раҫлайҙар. Уларҙың билдәләүенсә, бындай буталыштың 126 быуын элек, йәғни 2520 йыл элек, булыуы мөмкин .[19][20] Ли һәм Кидтың ғилми хеҙмәттәрендә тик 30 % европеоид ҡушылмаһы барлығы тураһында яҙыла.[21].

Таралып ултырыу, һан иҫәбе

Вследствие целенаправленной государственной политики ханьской миграции, этноареал уйгуров размыт ханьскими мигрантами, 80 % уйгуров СУАР проживают на юго-западе (в префектурах Кашгар, Хотан, Кызылсу-Киргизский автономный округ и Аксу, также крупные анклавы уйгуров в Кумуле, Турфане, Урумчи, Чугучаке, Или, и в районе Лобнора).[22]

Уйғырҙар Ҡытайҙа хуэй (дунгандар) халҡынан ҡала икенсе урында торған төрки сығышлы мосолман халҡы. Таралып ултырған төп территорияһы — ҠХР төньяҡ-көнбайыш өлөшө (Көнсығыш Төркөстан йәки Синьцзян-Уйғыр автономиялы районы) һәм Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандың сик буйы райондары

Тарихы

«Мең будда» диуар рәсеме, Безеклик, 9-13бб.

Уйғыр этносының формалашыу процесы ҡатмарлы һәм оҙайлы. Уларҙың ата-бабалары — Көнсығыш Төркөстандың күсмә ҡәбиләләре, һәм Хунну (б.э.т. III б — б.э IV бб..) дәүләтендә мөһим роль уйнаған.

Яҙма сығанаҡтарҙа уйғырҙарҙың ата-бабалары тураһында б.э III быуат башынан телгә алына (шул уҡ ваҡытта орхон яҙмаларында VIII б.). III—IV бб. уйғырҙар ҡытайҙарҙың нәҫел йылъяҙмаһында гаоцзюй (һүҙмә-һүҙ «бейек арбалар») тигән исем аҫтында билдәле булған ойошмаға ингәндәр. V б. ҡытай сығанаҡтарында был ойошманың теле (тегрег-«арбасылар») тигән яңы атамаһы барлыҡҡа килә. Теле ырыуының байтаҡ өлөшө көнбайышҡа, Ҡаҙағстан далаларына һәм көньяҡ -көнсығыш Европаға күсеп китә. Урта азия далаларында тороп ҡалғандары төркиҙәр тарафынан яулап алынғандар. Теле ырыуының төп йәшәгән ерҙәре Джунгария һәм Семиречье була. Әммә 605 й.,теле ырыуының бер-нисә йөҙ башлығы көнбайыш төрки Чурын ҡағаны тарафынан ҡыйратылғандан һуң, уйғырҙарҙың юлбашсыһы ырыуҙарҙы Хангай тауҙарына алып китә, айырым төркөм хасил була. Ҡытай тарихнамәселәре уларға «туғыҙ ырыу» (токуз-огуз) тигән исем бирә.Тонгга һәм Кара Игах Бюрук татарҙары,Монгол империяһы тарафынан йотолғанға тиклем, башҡа күсмә хандарҙың, бигерәк тә Найман һәм Ҡара Китәйҙең, кәңәшселәре һәм остаздары һаналған. Уйғыр дәүләтселеге күршеләре менән дипломатик мөнәсәбәттә булған, һәм уларҙың дворҙарына үҙенең дәрәжәле кәңәшселәрен ебәреп торған.[23].

630 йылдан, Төрки ҡағанаты ҡолағандан һуң, токуз-оғуздар ун уйғыр ырыуын берләштергән яғлакар ҡәбиләһе етәкселегендә мөһим сәйәси көс булараҡ сығыш яһай башлай. V—VIII бб. уйғырҙар жужаней ҡағанатына ҡарай, ә һуңынан — [Төрки ҡағанаты]]на. Уйғырҙарҙың этник яҡтан тупланыу процесы, Төрки ҡағанаты тарҡалып, тәүге осор феодаль Уйғыр дәүләте (Уйғыр ҡағанаты) барлыҡҡа килгәс, VIII быуатта тамамлана Ҡағанат башында яглакар тигән уйғыр ырыуынан сыҡҡан ҡағандар тора (кит. Yao-luo-ko;745-795). Фәҡәт ошо осорҙа рәсми дин булып манихейлыҡ таныла. 795 йылда власҡа Эдиздар (795—840) ҡәбиләһе килә, улар ҙа яғлаҡар атамаһын ҡабул итәләр.

Гумилев считает этот эпизод приходом к власти манихейской теократии:

…в 795 г. на престол был возведён приёмный сын одного из вельмож Кутлуг, на условиях ограничения власти. «Вельможи, чиновники и прочие доложили: „Ты, небесный царь, сиди спустя рукава на драгоценном престоле, а помощника должен получить обладающего способностями управления мерой с море и гору: …законы и повеления должны быть даны: должно надеяться на небесную милость и благосклонность“. Иными словами, у хана были отняты исполнительская и судебная власть, а политика взята под контроль небесной милости», то есть манихеев. Союз племен превратился в теократию.[24]

Уйгурский идыкут, государство Кочо, 9-13 бб.

840 йылда власть ҡағанатта 7 йылға Яғлаҡар ҡәбиләһенә күсә. 840 йылдарҙа ҡатмарлы эске сәйәси һәм иҡтисади сәбәптәр, шулай уҡ боронғо ҡырғыҙҙарҙың тышҡы һөжүме арҡаһында уйғыр дәүләте тарҡала. Ҡыйратылған уйғырҙарҙы эҙәрләп, ҡырғыҙҙар отряды Көнсығыш Төркөстанға үтеп инә.

Уйгурский манихейский жрец, фреска из Кочо, 9-13 вв. Из собрания музея индийского искусства, Берлин.

Уйғырҙарҙың бер өлөшө Көнсығыш Төркөстанға һәм Ганьсуҙың көнбайышына күсеп ултыра. Был ерҙәрҙә ике үҙаллы дәүләт төҙөлә: Кянсуй (ганьчжоу) кенәзлеге (хәҙерге Ганьсу провинцияһы) ,үҙәге хәҙерге Чжанъе ҡалаһы янында урынлаша һәм Турфан сүллегендә- Уйғыр идыкутлығы.

Иң тәүҙә уйғырҙар Амур йылғаһының урта ағымына тиклем һуҙылған шивей ҡәбиләһенең ерҙәренә һәм хәҙерге Эске Монголия территорияһындағы хи ҡәбиләһенең ерҙәренә килеп урынлашалар,әммә 847 йылда ҡырғыҙҙар уйғырҙарға һәм шивей ҡәбиләһенә ҡаршы Амурға походҡа йүнәләләр ,ә ҡытайҙар — хи ҡәбиләһенә ҡаршы. Уйғырҙарҙың был өлөшө Көнсығыш Төркөстанға ҡасып китергә мәжбүр була[25].

Уйғырҙар Ҡашғар илендәге Ҡараханид дәүләтенең көнсығышында һәм турфан идыкуттары дәүләтселегенә ҡараған Кочола, Турфанда йәшәгән, күбеһенсә, иран һәм псевдо-тохар телле халыҡтарҙы ассимиляцияға дусар итәләр. Үҙҙәренең телен, мәҙәниәтен индерәләр һәм ,үҙ сиратында, урындағы халыҡтың сүл эшкәртеү йолаларын, ҡайһы бер һөнәрҙәрен үҙләштерәләр. Был осорҙа Турфанда, Комулда йәшәгән уйғырҙар манихейлыҡ һәм шаманлыҡ динен тотһалар, яйлап будда дине, һуңынан христиан дине лә (несторианство)[26] тарала. Ошо уҡ тарихи осорҙа, X быуаттан башлап, Ҡашғар, Яркенд, Хотан уйғырҙары араһында ислам дине тарала башлай, һәм XVI б. ул Көнсығыш Төркөстандағы башҡа диндәрҙе ҡыҫырыҡлап сығара.

Исламды ҡабул итеү менән, ғәрәп яҙмаһы иҫке уйғыр яҙмаһын да юҡҡа сығара.

Уйғыр архитектураһы

Мын Уй мәмерйәһе (рус. "Тысяча домов"), исламға тиклемге дәүер архитектураһы, 8-10бб., Безеклик, Турфан, Көнсығыш Төркөстан (СУАР)Мавзолей султана основателя Караханидского государства Сутук Абдукерим Бограхана (X в.), г. Атуш, Восточный Туркестан (СУАР)Мавзолей правителей Яркендского ханства, 16-18вв., Яркенд, Восточный Туркестан (СУАР)

Уйгурскую архитектуру можно условно разделить на два исторических периода — архитектура доисламская и исламская.Среди памятников исламской уйгурской архитектуры — Мавзолей Аппака Ходжи, Мавзолей Тоглук-Тимура, Ид Ках.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Кадырбаев А. Ш. Очерки истории средневековых уйгуров, джалаиров, найманов и киреитов. — Алматы: «Рауан», «Демеу». 1993—168 с. ISBN 5-625-02513-4
  • Уйгуры // Этноатлас Красноярского края / Совет администрации Красноярского края. Управление общественных связей ; гл. ред. Р. Г. Рафиков ; редкол.: В. П. Кривоногов, Р. Д. Цокаев. — 2-е изд., перераб. и доп. — Красноярск: Платина (PLATINA), 2008. — 224 с. — ISBN 978-5-98624-092-3.
  • Brose M. C. Uyghur Technologists of Writing and Literacy in Mongol China//T’oung Pao, Second Series, Vol. 91, Fasc. 4/5 (2005), рp.396-435.  (инг.)
  • Mackerras C. Traditional Uygur Performing Arts //Asian Music, Vol. 16, No. 1 (1985), pp. 29–58.  (инг.)
  • Minorsky V. Tamīm ibn Baḥr’s Journey to the Uyghurs//Bulletin of the School of Oriental and African Studies, University of London, Vol.12, No. 2 (1948), pp. 275–305. (инг.)

Һылтанмалар

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «уйгур» мәҡәләһе бар
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары