Бензол

Бензол
Бензол
Дөйөм
Башҡа исемдәрефен (Лоран, 1837),
фенил водороды, бензен
Молекуляр формулаһыC6H6
SMILESc1ccccc1
C1=CC=CC=C1
Моляр массаһы78,11 г/моль
ТөрТөҫһөҙ шыйыҡса
Регистрация номеры
CAS
71-43-2
ГОСТ8448-78
Үҙенсәлеге
Тығыҙлығы һәм
фазалағы хәле
0,8786 г/см³=878,6 кг/м³, шыйыҡса
һыуҙа эреүсәнлеге1,79 г/л при 25 °C
Эреү температураһы5,5 °C
Ҡайнау температураһы80,1 °C
Йәбешкәклеге0,652 П при 20 °C
Хәүефлелеге
ЯҙмаАғыулы,
тирә-яҡ мөхит өсөн ҡурҡыныс,
ут ҡабыусан
Гөлтләп тоҡаныу температураһы−11 °C
үҙаллы тоҡаныу
температураһы
562 °C
Яҡын матдәләр
Оҡшаш углеводородтарнафталин
циклогексан
Ҡайһы бер сығарылмаларытолуол
фенол
анилин
Башҡа шарттар күрһәтелмәһә,
параметрҙаря 25 °C, 100 кПа өсөн

Бензол — (C6H6, PhH) ароматик углеводород.

Ҡыҫҡаса белешмә

Үҙенсәлекле еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса; tиреү 5,5°С, tҡайнау 80,1°С, тығыҙлығы 879 кг/ м³. Углеводородтарҙа, эфирҙарҙа яҡшы, этиленгликолдә, глицеринда, һыуҙа насар эрей; май, каучук, гудронды һ.б. эретә. Ядроһына юғары темпеатуралар, окислаусылар тәьҫиренә ҡаршы юғары сыҙамлылыҡ хас; электрофилгә алмаштырыу (хлорлау, нитратлаштырыу, сульфирлау һ.б.) реакциялары еңел, ҡушыу (гидрирлау) реакциялары ауыр үтә. Тирене ҡуҙғыта; юғары концентрацияла парҙары үҙәк нервы системаһына тәьҫир итә, түбән концентрацияларының күп тапҡырлы тәьҫиренән ҡан составы үҙгәреүе күҙәтелә (ПДК 5 мг/ м³).

Башҡортостанда етештереү

Башҡортостанда 20 быуаттың 50‑се йылдарынан алып бензол тура ҡыуылған бензиндарҙың тар фракцияһына (tҡайнау 62—85°С) водород баҫымы аҫтында каталитик риформинг үткәреп етештереү үҙләштерелә . Бензол хлор‑ һәм дихлорбензолдар, этилбензол, кумол, өҫкө йөҙҙә актив матдәләр, анилин, малеин ангидриды һ.б. ҡиммәтле ярым продукттар, фармацевтик препараттар, лак‑буяу материалдары етештереүҙә, мотор яғыулығына өҫтәмә сифатында ҡулланыла. 60‑сы йылдарҙа башында Өфө нефть эшкәртеү заводында бензол нигеҙендә айырыуса таҙа циклогексан етештерелә.

Бензол (шыйыҡ)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Алициклик берләшмәләр
Хлорорганик берләшмәләр
Башҡортостан нефтехимия компанияһы, “Газпром нефтехим Салават”
Стирол
Ароматик берләшмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары