Тай теле

Таиландтың рәсми теле

Тай теле (ภาษาไทย /pʰa:sa:tʰɑj/, пхас-тхай тойҙың дайла) төркөмөнә тай-кадай тел ғаиләһенең (башлыса,  Ҡытай лингвистик мөхитендә таралған, тигән фекер ҙә йәшәй, ул син-тибет телдәре ғаиләһенә ҡарай) тай төркөмөнә ҡарай.[1]

Тай теле
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме

ภาษาไทย һәм ภาษาไทย‎

Классификация
азиатские языки[d]
тай-кадайские языки[d]
Тай теле
Әлифба

тайское письмо[d] һәм Romanization of Thai language[d]

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

таи 645

ISO 639-1

th

ISO 639-2

tha

ISO 639-3

tha

Был телдә Википедия

Таиландтың рәсми теле булып тора. Һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 60 миллион кеше.[2]

Тай теле лаос теле менән ауазлаш[3].

Тай алфавиты

Тай алфавиты тай телендә һәм Таиландтың аҙсылыҡты тәшкил иткән халыҡтар телендә ҡулланыла.  Алфавитта 44 тартынҡы хәреф,  төп алфавиттан тыш, 4 тартынҡы (уларҙың икәүһе әлеге ваҡытта ҡулланылмай); һәр хәлдә, тондарҙы тамғалар өсөн 28 һуҙынҡы форма һәм 4  диакритик тамға бар. Һуҙынҡылар горизонталь буйынса һулдан уңға яҙыла, шул уҡ ваҡытта, тартынҡылар тап килгән һуҙынҡыға ҡарата өҫтән дә, аҫтан да, уң яҡтан йәки һул яҡтан урын ала.

Латиница һәм кириллицанан айырмалы рәүештә, тай алфавитында баҫма һәм яҙма хәрефтәр бер-береһенән айырылмай. Һүҙҙәр араһында ара ҡалдырылмай, күпселек тай һүҙҙәре ябай булғанлыҡтан, был уҡыуҙы еңелләштерә.  Һөйләмдәр араһында буш урын ҡалдырыла.

Үҙенсәлекле тай цифрҙары (ตัวเลขไทย) бар, әммә, ғәҙәттә,  һин-ғәрәп (ตัวเลขอารบิก) һандары ҡулланыла.

Тай клавиатураһы

История

Ихтимал, тай алфавиты, бороғо кхмер (อักขระเขมร) яҙыуынан барлыҡҡа килгәндер, ул иһә «ваттелутта» тип йөрөтөлгән көньяҡ-брахм яҙыу стиле яҙмаһын барлыҡҡа килтерә. Шулай уҡ ваттелутта, Джордж  Сед тигән тикшеренеүсегә «паллава» тигән исем аҫтында ла билдәле. Традицияға ярашлы, алфавит 1283 йылда король Бөйөк Рамакхамхаенг (พ่อขุนรามคำแหงมหาราช) тарафынан булдырылған.

Тартынҡылар

Тай алфавитында 21 тартынҡы өндө билдәләгән 44 һуҙынҡы хәреф бар. Хәреф-дублеттар санскрит һәм палиҙан төрлө тартынҡыларҙы күҙ алдына баҫтыра, улар тай телендә бер төрлө әйтелә. Уларҙың һаман да ҡулланылыуы тай телендә омофондар булып торған төрлө мәғәнәле үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең барлығы менән аңлатыла. Тартынҡы өс синыфҡа бүленгән: аҫҡы, урта һәм юғары; уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенән һуң торған һуҙынҡының тонын билдәләй. Был 44 тартынҡынан тыш, тартынҡы + һуҙынҡы бәйләнешен белдергән тағы дүрт тамға бар.

Телде өйрәнгәндә ярҙам рәүешендә шуны иҫтә тотор кәрәк: ғәҙәттә, һәр тартынҡы тай һүҙе менән күҙаллана, улар йә ошо уҡ өндән башлана, йә һүҙҙә ошо өн бар. Мәҫәлән, ข хәреф атамаһы — «kho khai» (ข ไข่), «kho» — өн, уға, һәм «khai» (ไข่) — ошо уҡ өндән башлана һәм «йомортҡа» һүҙен белдерә.

Ике тартынҡы («kho khuat» һәм «kho khon») тай телендә ҡулланылыштан төшөп ҡалдырылған. Имеш-мимештәргә ярашлы, 1892 йылда Эдвин Хантер Макфарланд беренсе тай баҫма машинкаһын уйлап тапҡас, ул машинкала бөтә хәрефтәргә лә урын етмәй, шунлыҡтан тап бына ошо ике хәрефте төшөрөп ҡалдырырға ҡарар итәләр[4].

Түбәндәге таблицала латиница яҙмаһының эквиваленттары күрһәтелә. Тартынҡыларҙың күбеһе ижек башында һәм аҙағында төрлөсә әйтелә. Колонкаларҙа бындай тартынҡыларҙың ижектәге тотҡан урынына ҡарап, уларҙың инициаль һәм финал мәғәнәләре килтерелә. Тартынҡылар бәйләнешен яҙма ижек тамамлаһа, ул саҡта беренсеһе генә әйтелә;  ижек аҙағында урын алыуы ихтимал булған тартынҡы өндәре — [k], [м], [н], [ng], [п] һәм [t].

Тай Короллек институты тарафынан латин яҙмаһының рәсми стандарты рәсми рәүештә раҫланыуына ҡарамаҫтан, төрлө баҫмаларҙа романизацияның күп ҡырлы системаһы ҡулланыла. Латин транскрипцияһы системаһының күп ҡырлылығы көндәлек тормошта ҙур ғына ҡатмарлыҡтар тыуҙыра: һүҙҙе дөрөҫ әйтеүҙе ҡатмарлаштыра һәм уҡығанда, карталарҙа, юл күрһәткестәрендә буталсыҡтар барлыҡҡа килтерә. Тулыраҡ мәғлүмәт  Халыҡ-ара фонетик алфавиты эквивалентында килтерелә:

СимволАтамаһыКороль ТранскрипцияһыМФАКласс
ИнициальФинальИнициальФинальКласс
ko kai («тауыҡ»)kkkkM
kho khai («йомортҡа»)khkkH
kho khuat («шешә») [устар.]khkkH
kho khwai («буйвол»)khkkL
kho khon («кеше») [устар.]khkkL
kho ra-khang («ҡыңғырау»)khkkL
ngo ngu («йылан»)ngngŋŋL
jo jan («тәрилкә»)jttM
cho ching («цимбалдар»)ch —tɕʰ —H
cho chang («фил»)chttɕʰtL
so so («сынйыр»)ststL
cho ka-choe («ағас») [устар.]ch —tɕʰ —L
yo ying («ҡатын-ҡыҙ»)ynjnL
do cha-da («таж»)dtdtM
to pa-tak («юныу балтаһы»)ttttM
tho than («база, аҫтаҡ»)thttH
tho montho («якшас ҡатыны [мифолог.]»)thttL
tho phu-thao («ҡарт кеше»)thttL
no nen («монах-самманер»)nnnnL
do dek («бала»)dtdtM
to tao («гөбөргәйел»)ttttM
tho thung («тоҡ»)thttH
tho tha-han («яугир»)thttL
tho thong («байраҡ»)thttL
no nu («сысҡан»)nnnnL
bo bai-mai («япраҡ»)bpbpM
po plaa («балыҡ»)ppppM
pho phueng («бал ҡорто»)ph — —H
fo fa («ҡапҡас»)f —f —H
pho phan («батмус»)phppL
fo fan («тештәр»)fpfpL
pho samphao («парус шлюпкаһы»)phppL
mo ma («ат»)mmmmL
yo yak («якшас»)yyjjL
ro ruea («кәмә, корабль»)rnrnL
ro rue *rue — —-
ฤๅro rue *rue —rɯː —-
lo ling («маймыл»)lnlnL
lo lue [устар.] *lue — —-
ฦๅlo lue [устар.] *lue —lɯː —-
wo waen («дүңгәләк»)wwwwL
so sa-la («сатыр»)ststH
so rue-si («дәрүиш»)ststH
so suea («юлбарыҫ»)ststH
ho hip («йәшник»)h —h —H
lo ju-la (һауа йыланының төрө)lnlnL
o ang («һауыт»)** —ʔ —M
ho nok-huk («өкө»)h —h —L

Һуҙынҡылар

Тай теленең һуҙынҡы өндәре һәм дифтонгылары һуҙынҡы символдарҙың, тартынҡылар менән һуҙынҡылар символдарының ауаздашлығы бәйләнешендә яҙыла. Һәр һуҙынҡыны инициаль тартынҡыға ( «-» һыҙығы менән билдәләнә) ҡарата, шулай уҡ ҡайһы берҙә финал тартынҡыға (икенсе һыҙыҡ) ҡарата ла билдәле бер позицияла урынлаша. Һуҙынҡылар тартынҡынан өҫтә, аҫта, уңда һәм һулда йәки ошо урынлашыуҙың бәйләнешендә лә тора ала. Әгәр һуҙынҡы инициаль тартынҡының алдынан да, һуңынан да бүленеп бирелһә һәм ижек тартынҡылар кластеры менән тамамланһа, ул саҡта бүленеш бөтә кластерға ла ҡағыласаҡ. 

Әйтелеше Халыҡ-ара фонетик алфавит һәм Тай Короллек институтының латиница менән яҙыу системаһына, шулай уҡ романизация системаһының йыш осраған бер нисә вариантына ярашлы билдәләнә. Иң яҡын торған төньяҡ-көнсығыш англия-америка эквиваленты бирелә:

СимволНазваниеМФАКороль тамғаланышыВариантыРусса эквиваленты
 —a (асыҡ ижектә)aauа
 — —o (ябыҡ ижектә)ooо
-รร-ro han *ɑauатҡы аңҡау а
-ว-wo waen *uauauarуа
-วยsara uaiuɛjuaiуай
-อsara oɔːoor, aw, owоо
-อยsara oiɔːjoioyоой
-ะsara aauак
-ั —mai han-akatɑauа
-ัยsara aiɑjaiай
-ัวsara uauauaewerуа
-ัวะsara uauaʔuaewerуак
-าsara aaar, aaаа
-ายsara aiaːjaiaai, aayаай
-าวsara aoaːwaoаау
-ำsara amɑmamumам
-ิsara iiiи
-ิวsara iuiwiuиу
-ีsara iiee, ii, yии
-ึsara ueɯueeu, uhы
-ืsara ueɯːueeuыы
-ุsara uuuooу
-ูsara uuoo, uuуу
เ-sara eeay, a, ae, aiээ
เ-็ —sara eeeэ
เ-ะsara eeehэк
เ-ยsara oeiɤːjoeiээй
เ-อsara oeɤːoeur, eu, uээ
เ-อะsara oeɤʔoeeu, uэк
เ-ิ —sara oeɤoeeu, uэ
เ-วsara eoeːweoeu, uээу
เ-าsara aoawaoaw, owау
เ-าะsara oɔʔoorh, oh, orок
เ-ียsara iaiːaiaear, ereииа
เ-ียะsara iaiaʔiaiah, earиак
เ-ียวsara iaoioiaoiowио
เ-ือsara ueaɯːaueaeua, uaыыа
เ-ือะsara ueaɯaʔueaeua, uaыак
แ-sara aeɛːaea, eээ
แ-ะsara aeɛʔaeaeh, aэк
แ-็ —sara aeɛaeaeh, aэ
แ-วsara aeoɛːwaeoeoээу
โ-sara ooor, ohоо
โ-ะsara ooohок
ใ-sara ai mai muanɑjaiay, yай
ไ-sara ai mai malaiɑjaiay, yай

Диакритик билдәләр

Һәр билдәләнеш «kai kor» тартынҡыһына ҡарата билдәле бер позицияла тора. Тондарҙың атамаһы һинд телендәге «бер», «ике», «өс» һәм «дүрт» һандарынан барлыҡҡа килгән.

СимволыИсемеӘһәмиәте
ก่mai ekберенсе тонды билдәләү
ก้mai thoикенсе тонды билдәләү
ก๊mai triөсөнсө тонды билдәләү
ก๋mai jat-ta-waдүртенсе тонды билдәләү
ก็mai tai-khuһуҙынҡыны ҡыҫҡарта
ก์mai thantakhat, ga-ranтын хәрефете белдерә

Башҡа символдары

СимволыИсемеӘһәмиәте
pai-yan noiүҙенән алдағы һүҙ ҡыҫҡартылған
ฯลฯpai-yan yaiһәм башҡалар.
mai ya-mokүҙенән алдағы һүҙ йәки фраза ҡабатлана

Фонология

Тай теленә тональ система хас. Тондың дөрөҫ әйтелеше синфи бүленеш яғынан хәрефтең ваннаюк диакритик тамғаланышының траянгы һәм тоны буйынса билдәләнә.

  • Сиенг саманға — урта йәки тигеҙ.
  • Сиенг эк — түбән йәки түбәнәйә барыусы.
  • ТСиенг тхо — юғары йәки юғары түбәнәйеүсе.
  • Сиенг өс — юғары йәки юғарыға күтәрелеүсе.
  • Сиенг тьатав — юғары күтәрелеүсе йәки түбәндән күтәрелеүсе.

Грамматика

Типологик тай теле — изоляцияланған тел. Һүҙҙәр тәртибе: эйә — хәбәр — тултырыусы (эйә төшөп ҡалырға ла мөмкин). Тай телендә 7 һүҙ төркөмө бар.

Сифаттар һәм рәүештәр

Сифат менән рәүеш араһында морфологик айырмалыҡтар юҡ, йәғни бер үк һүҙ ике осраҡта ла берҙәй үк ҡулланыла. Аныҡлаусы үҙе асыҡлап килгән һүҙҙән һуң килә, ул исемдән, ҡылымдан йәки сифаттан, хатта рәүештән дә килә ала. Билдәнең көсөргәнешлеге аныҡлаусы һүҙҙең  «бик» (был осраҡта икеләтә көс менән әйтелгәндең беренсе һүҙе иң юғары тон менән әйтелә)  йәки «иң» (ике һүҙ ҙә бер үк тоналлек менән  әйтелә) мәғәнәнең икеләтә арттырылыуы менән күрһәтелә .

  • คนอ้วน (uan khon, IPA: ʔuan kʰon) «йыуан кеше»
  • คนอ้วนๆ (uan uan khon, IPA: ʔuan kʰon ʔuan) «бик/иң йыуан кеше»
  • คนที่อ้วนเร็วมาก (mak thi khon reo uan) «тиҙ арала йыуанайыусы/йыуанайған кеше»
  • คนที่อ้วนเร็วมากๆ (mak reo khon mak thi uan) тиҙ арала йыуанайыусы/йыуанайған кеше»

Сағыштырыу дәрәжәһе  «AХ  กว่า В» (kwa, IPA: kwaː) конструкциялары ярҙамында барлыҡҡа килә, A — X B-ға ҡарағанда артығыраҡ.; артыҡлыҡ дәрәжәһе конструкцияһы  — «X A ที่สุด» (thi sut, IPA: tʰiːsut), А X-ға ҡарата айырыусы өҫтөн.

  • เขาอ้วนกว่าฉัน (khao uankwa chan ) «Ул минән йыуаныраҡ».
  • เขาอ้วนที่สุด (khao uan thi sut) «Ул барыһынан да йыуаныраҡ».

Сифаттар хәбәр урынында ла ҡулланыла ала, заманды күрһәтеү өсөн ярҙамсы һүҙҙәр бар.

  • ฉันหิว (chan hiu) (жен. р.) «Мин ас».
  • ฉันจะหิว (chan cha hiu  ) (жен. р) «Мин ас булырмын».
  • ฉันกำลังหิว (chan kamlang hiu) (жен.р.) «Мин асыға башлайым / Мин әлеге мәлдә үтә лә асмын».
  • ฉันหิวแล้ว (chan hiu laeo) (жен.р) «Мин ас инде / мин асмын инде».
  • Иҫкәрмә ฉันหิวแล้ว күпселек осраҡта «Мин әлеге мәлдә үтә лә асмын» тигәнгә тап килә, сөнки แล้ว (laeo) һүҙе үткән заманды билдәләү өсөн ҡулланыла, ҡайһы бер осраҡта матур яңғыраһын өсөн генә лә ҡулланыла, мәҫәлән. แล้วเธอจะไปไหน һөйләм кеүек (laeo thoe cha pai nai): «Һин ҡайҙа бараһың?» — แล้ว бында үткән заманды күрһәтмәй.

Ҡылымдар

Ҡылымдар һан һәм зат менән үҙгәрмәй; заманды, йүнәлеште, һөйкәлеште билдәләү өсөн, нигеҙҙә, ярҙамсы һүҙҙәр ҡулланыла. Ҡылымдың икеләтелеүе хәрәкәттең көсөргәнешлеге артыуын аңлатыусы мәғәнәгә эйә.

Ҡылымдың замандары түбәндәге рәүешле барлыҡҡа килә.

Хәҙерге (дауам ителеүсе) заман әлеге мәлдә булып торған эш-хәрәкәтте күрһәтеүсе ҡылым алдына ҡуйылған  กำลัง (gamlang, IPA: gamlaŋ, «хәҙер») тигән ярҙамсы һүҙ менән, ҡылымдан һуң килгән อยู่ (yu, IPA: juː) ярҙамында, йә ике һүҙҙе лә ҡулланыу менән билдәләнә. Миҫал:
  • เขากำลังวิ่ง  (khao gamlang wing, IPA: kʰǎw gamlaŋ wiŋ), йәки
  • เขาวิ่งอยู่  (khao wing yu, IPA: kʰǎw wiŋ juː), йәки
  • เขากำลังวิ่งอยู่(khao gamlang wing yu, IPA: kʰǎw gamlaŋ wiŋ juː) «Ул йүгерә».
Киләсәктә заман ҡылым алдына ҡуйылған билдәләнгән จะ (ja, IPA: tɕaʔ, ингл. will) менән күрһәтелә. Мәҫәлән:
  • เขาจะวิ่ง  (khao ja wing, IPA: kʰǎw tɕaʔ wiŋ) «Ул йүгерер» йәки «Ул йүгерәсәк».
Үткән заман ҡылым алдына ҡуйылған ได้ (dai, IPA: daːj) менән белдерелә. Шул уҡ ваҡытта, แล้ว (laeo, IPA2:lɛːw, «инде») ҡылымға эйәреп килеп, үткән заманды белдереү өсөн ҡулланыла. Ҡайһы бер осраҡта ได้ һәм แล้ว үткән заманды күрһәтеү өсөн бергә ҡулланыла, йәғни ошондай конструкцияла: Эйә + ได้ + Хәбәр + แล้ว. Мәҫәлән:
  • เขาได้กิน (khao dai gin, IPA: kʰǎw daːj gin) «Ул ашаны»,
  • เขากินแล้ว (khao gin laeo, IPA: kʰǎw gin lɛːw) «Ул ашаны инде»,
  • เขาได้กินแล้ว (khao dai gin laeo, IPA: kʰǎw daːj gin lɛːw) «Ул ашаны инде».

Инҡар итеү ҡылым алдына  ไม่ (mai, «түгел») өҫтәү ярҙамында белдерелә.

  • เขาไม่ตี, (khao mai ti) «Ул һуҡмай».

Исемдәр һәм алмаштар

Исемдәрҙең килеш һәм енес (род) категорияһы юҡ. Артиклдәр ҙә булмай.

Күплекте билдәләү түбәндәгесә ҡулланыла:

  • Икәүләтеү: เด็ก (dek, «бала») --> เด็กๆ (dek dek, «балалар»)
  • พวก (phuak, IPA: pʰûak) ярҙамсы һүҙҙәре күплек йәки акцентлау категорияларын күрһәтеү өсөн ҡулланыла: พวกผม — phuak phom, IPA: pʰǒm pʰûak, «беҙ (ир-егеттәр)»; พวกเรา — phuak rao, IPA: pʰûak raw, «беҙ» (акцентлы); พวกหมา — phuak «эттәр»
  • Иҫәп һүҙҙәре (ҡара. лаксананам) —  йыш ҡына предметтарҙың иҫәбен күрһәтеү өсөн ҡулланылған классификаторҙар (ошоға оҡшашлыҡ япон һәм ҡытай телдәрендә бар): ครูห้าคน — «биш уҡытыусы (һүҙмә-һүҙ: «биш уҡытыусы кеше»)». Бындай иҫәп суффикстары рус телендә лә бар: «ике шешә шарап», «биш сынаяҡ кофе», әммә, рус теленән айырмалы рәүештә, иҫәпте белдереүсе менән бирелгән исем, мотлаҡ рәүештә,  даими һүҙлек формаһында тора.

Зат алмаштары (ҡара. кхамсапхан) һөйләшкәндә күпселек осраҡта төшөрөп ҡалдырыла, шул уҡ ваҡытта, иркәләү-кесерәйтеүҙе белдергән исемдәр бик йыш ҡулланыла. Король телендә һәм боронғо тай телендә үҙенсәлекле алмаштар ҙа бар. Түбәндә йәнле һөйләү телмәрендә ҡулланылған алмаштар күрһәтелә:

ҺүҙRTGSIPAМәғәнәһе
ผมphom[pʰǒm]«мин» (ир-егет; рәсми)
ดิฉันdichan[dìːtɕʰán]«мин» (ҡатын-ҡыҙ, рәсми)
ฉันchan[tɕʰǎn]«мин» (ир-егет йәки ҡатын-ҡыҙ, рәсми)
คุณkhun[kʰun]«Һеҙ» (ихтирам билдәһе)
ท่านthan[tʰâːn]«Һеҙ» (юғары статуслы кешегә ҡарата ихтирам билгеһе)
เธอthoe[tʰɤː]«һин, ул» (рәсми булмаған)
เราrao[raw]«беҙ, мин» (формаль булмаған)
เขาkhao[kʰǎw]«ул» (жен, муж. род)
มันman[mɑn]«ул»(средний род)
พวกเขาphuak khao[kʰǎw pʰûak]«улар»
พี่phi[pʰîː]«ағай, апай» (өлкәнерәк ике туған апаһына һәм ағаһына, туған булмағандарға өндәшеү өсөн ҡулланыла)
น้องnong[nɔːŋ]«ҡусты, һеңле» (үҙенән кесе ике туғандарға, туған булмағандарға мөрәжәғәт итеү өсөн ҡулланыла)
ลูกพี่ ลูกน้องһуған һуған phi nong[luːk luːk nɔːŋ pʰiː]«ике туған ағай, апай»

Тамамлау киҫәксәләре

Тамамлау киҫәксәләре — күпселек осраҡта тәржемә ителмәй торған һүҙ төркөмдәре, улар һөйләм аҙағында ҡулланылып, хөрмәтләүҙе, үтенесте, илһамланыуҙы йә һөйләүсенең кәйефен күрһәтә, ә рус телендә былар барыһы ла интонация ярҙамында тапшырыла. Яҙма телмәрҙә ҡулланылмай. Тамамлау киҫәксәләренең күбеһе, мәҫәлән ครับ (khrap, kʰráp, юғары тонда) ир-аттар өсөн, һәм ค่ะ (kha, [kʰâ], түбәнәйеүсе тонда) ҡатын-ҡыҙ өсөн ишеләре ихтирам билдәһен белдерә.

ҺүҙRTGSIPAМәғәнәһе
จ๊ะja[tɕaʔ]үтенес
จ้ะ, จ้า или จ๋าja[tɕaː]акцент
ละ или ล่ะla[laʔ]акцент
สิsi[siʔ]акцент йәки бойороу
นะna[naʔ]йомшаҡ үтенес

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Тай-рус практик транскрипцияһы
  • Рус-тай практик транскрипцияһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары