Цезий

Цезий (лат. Caesium, Cs) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 1-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 55.

Цезий
Рәсем
Масса132,90545196 ± 6,0E−8 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталғанЗәңгәр
Асыусы йәки уйлап табыусыРоберт Вильгельм Бунзен[d][2][3] һәм Густав Роберт Кирхгоф[d][2][3]
Асыу датаһы1860[2][3]
Табылыу урыныГейдельберг[d][2]
Элемент символыCs[4]
Химик формулаCs[5]
Каноническая формула SMILES[Cs][5]
Атом һаны55[2]
Электронная конфигурация[Xe] 6s¹
Электр кирелеге0,79
Ионный радиус1,67 ангстрем[6], 1,74 ангстрем[6], 1,81 ангстрем[6] һәм 1,88 ангстрем[6]
Энергия ионизации375,7 килоджоуль на моль, 2234,3 килоджоуль на моль һәм 3400 килоджоуль на моль
Әселәнеү дәрәжәһе1
Стандартная молярная энтропия85,2 ± 0,05 Дж / (моль·К)[7]
Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ0,2
 Цезий Викимилектә
55
Цезий
132,906
[Xe]6s1

Ябай матдә цезий — йомшаҡ, һелтеле металдар, көмөшһыу-һары төҫтә. Атамаһын эмиссия спектрындағы сағыу күк төҫтәге ике һыҙаты буйынса алған (лат. caesius — күк йөҙөндәй зәңгәр)

Символы

Цезий элементының символы — Cs (Цезий тип уҡыла).

Тарих

1860 йылда немец ғалимдары Р. В. Бунзен һәм Г. Р. Кирхһоф тарафынан Германиялағы Бад-Дюркһайм минераль сығанағы һыуҙарында оптик спектроскопия ысулы менән асыла, шулай итеп, ул спектраль анализ ярҙамында асылған беренсе элемент була. Цезий таҙа килеш беренсе тапҡыр 1882 йылда швед химигы К. Сеттерберг тарафынан электролиз үткәргән ваҡытында цезий цианиды (CsCN) һәм барий ҡатнашмаһын айырып алған.

Тәбиғәттә

Төп цезий минералы булып поллуцит тора . Цезий ҡушылмалар сифатында ҡайһы бер алюмосиликаттарға инә:лепидолит, флогопит, биотит, амазонит,петалит, берилл, циннвальдит, лейцит,карналлит. Шулай уҡ һирәк осрай торған минерал авогадритта бар. Сеймал сифатында сәнәғәттә поллуцит һәм лепидолит файҙаланыла.

Цезийҙың раҫланған донъя запасы 2012 йыл башына 70 000 тонн[8].

Цезий мәғдәне (поллуцит) сығарыу буйынса Канада алдынғы — уның ятҡылыҡтарында донъя цезий миҡдарының яҡынса 70 проценты тупланған. Поллуцит шулай уҡ Намибия һәм Зимбабвела сығарыла. Рәсәйҙә поллуцит ятҡылыҡтары Кольск ярымутрауында, Көнсығыш Саянда һәм Байкал аръяғында.бар. Бындай поллуцит ятҡылыҡтары шулай уҡ Ҡаҙағстан, Монголия һәм Италия дәүләттәрендә (Эльба утр.) бар, әммә запастары әҙ, һәм уларҙың мөһим иҡтисади әһәмиәте юҡ[8].

Донъяла байытылған цезий мәғдәнен сығарыу йылына 20 тонна самаһы тәшкил итә. Металл (таҙа) цезий етештереү күләме — донъяла йылына 9 тонна самаһы [8].

Ҡайһы бер сығанаҡтар[9] раҫлауынса, цезийға ихтыяж сығарылғанына ҡарағанда 8,5 тапҡырға күберәк, цезий металлургияһында борсолорға урын бар.

Ҡулланыу

Цезий бары тик XX быуат башында ғына ҡулланыла башлай, шул ваҡытта уның минералдары табыла һәм саф килеш табыу технологияһы етештерелә. Хәҙерге ваҡытта цезий һәм уның ҡушылмалары электроникала, радио-, электро-, рентгенотехникала, химия сәнәғатендә, оптикала, медицинала, ядро энергетикаһында ҡулланыла. Дөйөм алғанда, тотороҡло тәбиғи цезий-133, сикләнгән рәүештә - уның атом электростанциялары реакторҙарында уран, плутоний, торийҙы ҡушыуҙан бүлеп сығарылған цезий-137 радиоактив изотобы ҡулланыла.

Биологик әһәмиәте

Рубидий хлориды һәм хлорид цезий хлориды газ алмашыуҙа ҡатнаша, окислаусы ферменттарҙың эшсәнлеген активлаштыра, был элементтарҙың тоҙҙары организмдың гипоксияға тотроҡлолоғон арттыра.

Цезий тере организмдарҙа

Цезий-137 — цезийҙың радиоактив изотобы, бета-нурланыш һәм гамма-кванттар сығарып, биосфераның техноген һәм радиоактив бысраныуында төп сәбәптәрҙең береһе. Радиоактив яуым-төшөм, радиоактив ҡалдыҡтар, атом электр станцияһы ҡалдыҡтарын эшкәртеүсе завод ташландылары тупраҡта һәм һыу төбө ултырмаларында әүҙем туплана; һыуҙа башлыса ион төрҙәре йыйыла. Кеше, хайуан һәм үҫемлектәрҙең организмдарында бар. Хайуандарҙың организмында Cs-137 башлыса бауыр һәм мускулдарында туплана. Төньяҡ боландары төньяҡ американың һыу ҡоштарында күп тупланыуу коэффициенты асыҡланған. Бәшмәктәр радиоцезий «аккумулятор»ҙары тип һанала[10].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Перельман Ф. М.. Рубидий и цезий. М., Изд-во АН УССР, 1960. 140 стр. с илл.
  • Кульварская Б. С., Соболева Н. А., Татаринова Н. В. Композиционные соединения щелочных металлов — новые эффективные источники ионов и электронов. Изв. АН СССР. Сер. физич.; 1988. Т.52. № 8. С.1509-1512.
  • Лидин Р. А. и др. Химические свойства неорганических веществ. — 3-е изд., испр. — Москва: Химия, 2000. — 480 с. — ISBN 5-7245-1163-0.
  • Плющев В. Е., Степин Б. Д. Химия и технология соединений лития, рубидия и цезия.- М.-Л.: Химия, 1970.- 407 с
  • Солодов Н. А., Рубидий и цезий, М., 1971;
  • Плющев В. Е., Степин Б. Д., Аналитическая химия рубидия и цезия, М., 1975
  • Коган Б. И., Названова В. А., Солодов Н. А., Рубидий и цезий, М., 1971;
  • Моисеев А. А., Рамзаев П. В., Цезий-137 в биосфере, М., 1975;
  • Редкол.: Зефиров Н. С. (гл. ред.). Химическая энциклопедия: в 5 т. — Москва: Большая Российская энциклопедия, 1999. — Т. 5. — 783 с. — ISBN 5-85270-310-9.
  • Audi G., Kondev F. G., Wang M., Huang W. J., Naimi S. The Nubase2016 evaluation of nuclear properties (англ.) // Chinese Physics C. — 2017. — Vol. 41, iss. 3. — P. 030001-1—030001-138. — doi:10.1088/1674-1137/41/3/030001. — Bibcode: 2017ChPhC..41c0001A.
  • Mattsson S., Radionuclides in lichen, reindeer and man, Lund, 1972.
  • Michael E. Wieser, Norman Holden, Tyler B. Coplen, John K. Böhlke, Michael Berglund, Willi A. Brand, Paul De Bièvre, Manfred Gröning, Robert D. Loss, Juris Meija, Takafumi Hirata, Thomas Prohaska, Ronny Schoenberg, Glenda O’Connor, Thomas Walczyk, Shige Yoneda, Xiang‑Kun Zhu. Atomic weights of the elements 2011 (IUPAC Technical Report) (англ.) // Pure and Applied Chemistry. — 2013. — Vol. 85, no. 5. — doi:10.1351/PAC-REP-13-03-02.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары