Атакама
Атака́ма сүле (исп. Desierto de Atacama) — Көньяҡ Американың көнбайыш яр буйында Чили территорияһында (көньяҡ киңлектең 22° һәм 27° араһында) урынлашҡан сүл. Майҙаны — 105 000 км2[1]. Тымыҡ океан һуғышына (1879—1883) тиклем Боливия составында булған.
Атакама | |
---|---|
исп. Desierto de Atacama | |
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Тип | ҡомло, ташлы |
Майҙаны | 105 000 км² |
Климат | |
Ғинуарҙа уртаса температура | 19—20 °C |
Июлдә уртаса температура | 13—14 °C |
Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары | 50-нән кәм мм |
Atacama Desert Викимилектә |
Тасуирлама
Перу ағымы атмосфераның түбәнге ҡатламдарын һыуыта һәм яуым-төшөм (йылына 50 миллиметрҙан кәм) яуырға ҡамасаулаған температура инверсияһын барлыҡҡа килтерә. Ерҙең иң ҡоролоҡло урындарҙың береһе (һуңғы дүрт быуат дауамында бында ҙур күләмле яуым-төшөмдәр күҙәтелмәгән). Селитра, бура, иод, аш тоҙо, баҡыр ятҡылыҡтары бар.
Яр буйында ғинуарҙың уртаса температураһы 19—20 °C, июлдә — 13—14 °C. Ҡышын сүлдең ҡайһы бер төбәктәрендә йыш ҡына томандар, юғары дымлылыҡ күҙәтелә.
Үҫемлектәр бик һирәк осрай йәки бөтөнләй юҡ: урыны менән катустар һәм ҡыуаҡлыҡтар осрай. Фауна аҙ һанлы, ләкин яр буйы ҡаяларында балыҡ менән туҡланыусы ҡоштар колонияһы бар.
Сүл сигендә Тымыҡ океан яр буйында — Арика һәм Икике ҡалалары урынлашҡан.
Ерҙең иң ҡоро сүле. Атакама Көньяҡ Американың көнбайыш яр буйында Чилиның төньяғында урынлашҡан һәм көнбайышта Тымыҡ океан, төньяҡта — Перу, көнсығышта — Боливия һәм Аргентина менән сиктәш.
Сүлдең ҡайһы бер урындарында бер нисә тиҫтә йыл эсендә ямғыр бер тапҡыр яуа. Чилиның Антофагаста өлкәһендә уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 1 мм тәшкил итә. Атакаманың ҡайһы бер метеостанциялары бер ҡасанда ямғыр яуыуын теркәмәгән. Атакамала 1570 йылдан 1971 йылға ҡәҙәр ҙур яуым-төшөмдәр булмауы хаҡында дәлилдәр бар[2]. Был сүлдә иң түбән һауа дымлылығы теркәлгән: 0%[3].
Галерея
- Валле дэ ла Луна
- Атакама сүле
- Сан-Педро-де-Атакама районы, Мисканти лагунаһы, диңгеҙ кимәленән 4200 м
- Сан-Педро-де-Атакама районы, Салар де Атакамала ҡыҙыл фламинго, диңгеҙ кимәленән 3200 м
- Атакама сүлендә ламалар
- Сан-Педро-де-Атакама районы, Атакама сүлендә сиркәү
- Сухое озеро Салар-де-Марикунга, Невадо-Трес-Крусес милли паркы
- «Сүл ҡулы»
- «Атакама алпамышаһы»
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Атакама Викимилектә |
- Пустыня Атакама // nature.worldstreasure.com
- Павел Котляр. Пустыня Атакама зацвела . Газета.ru (2 ноябрь 2015). Дата обращения: 2 ноябрь 2015.
Ҡалып:Пустыни мира