Бирмингем

Бирмингем[11] (ингл.  Birmingham [ˈbɜːmɪŋəm] , местна. произна. [ˈbɜːmɪŋɡəm]) — Бөйөк Британия ҡалаһы, ул Уэст-Мидлендс графлығындағы тантаналар һәм метрополия үҙәгенең «сити» статусы бирелеп, айырым районға бүленгән ҡалаһы.

Бирмингем
ингл. Birmingham
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһыVII быуат
Рәсем
Рәсми атамаһыBirmingham
ЭтнохоронимBrummie
Рәсми телинглизсә
Дәүләт Бөйөк Британия[1]
Административ үҙәгеУэст-Мидлендс[d] һәм Бирмингем[d]
Административ-территориаль берәмекБирмингем[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC±0:00[d] һәм UTC+1:00[d]
Историческое графствоУорикшир[d], Вустершир[d] һәм Стаффордшир[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанTame Valley Canal[d], River Tame[d] һәм River Rea[d]
Хөкүмәт башлығыYvonne Mosquito[d]
Халыҡ һаны1 137 100 кеше (2017)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек140 ± 1 метр
Туғандаш ҡалаМайндағы Франкфурт[2][3], Чикаго[4][3], Лейпциг[5][3], Йоханнесбург[6][3], Лион[d][3], Милан[3][7], Гуанчжоу, Сиань, Запорожье һәм Чанчунь[8]
МилкеАлександр-Стэдиум[d]
Майҙан267,77 ± 0,01 км²
Почта индексыB
Рәсми сайтbirmingham.gov.uk
Тасуирлау биттәреbritannica.com/place/Bir…[9]
wiki.openstreetmap.org/w…[10]
ҺештегBirmingham
Урынлашыу картаһы
Позицион карта
Подробная карта
Вид в ночное время
Панорамный вид
Коллаж
Һәйкәлдәр исемлегеScheduled Monuments in Birmingham[d]
Портал открытых данныхBirmingham city Council Open Data[d]
Тема иҡтисадыeconomy of Birmingham[d]
Вид с воздуха
Иң тәүге яҙма ваҡыты1166
Урындағы телефон коды121
Бында ерләнгән кешеләр категорияһыCategory:Burials in Birmingham, West Midlands[d]
Карта
 Бирмингем Викимилектә

Ҡала Көнбайыш Мидленд төбәгенең үҙәге һәм халыҡ һаны буйынса Бөйөк Британияның Лондондан икенсе урында торған ҡалаһы, унда 2011 йылда 1 000 000 кеше йәшәгән[12].

Тарих

1940 йылда Бирмингемға бомба ташлау

1166 йылда Бирмингем беренсе тапҡыр телгә алына[13]. XII быуаттан алып ҡала үҙенең йәрминкәләре менән билдәлелек алған.

XVI быуат башында Англия металл әйберҙәр, ҡорал, ювелир эштәренең эре үҙәгенә әйләнә. Ә инде XVIII быуатта ҡала Бөйөк Британияның сәнәғәт үҙәгенә әйләнә, уның халҡы 70 мең кешегә тиклем арта, ә XVII быуатта уның халҡы 15 мең кеше булған[13]. Бөтә донъяға билдәле ғалимдар һәм инженерҙар Уильям Мердок, Мэттью Болтон, Джеймс Уатт, Джозеф Пристли һәм Джон Баскервилл Бирмингемда йәшәй һәм эшләй[13].

XVII быуаттағы Англия буржуаз революцияһы ваҡытында Бирмингем парламентты хуплай. 1830 йылда буржуазияның ҡала ойошмаһы барлыҡҡа килә (Бирмингем сәйәси союзы), 1832 йылда ул парламент реформалары өсөн көрәштә мөһим роль уйнай. 1839 йылда Бирмингемда чартистар конвентының ултырышы үткәрелгән. 1839 йылдың июлендә Бирмингем буржуазияһы эшселәрҙең ғәскәр һәм полиция менән бәрелешенең сәбәпсеһе була.

XХ быуат башында ҡалала хәрби заводтар тиҙ үҫешә. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Бирмингем немец авиацияһы тарафынан ҙур емереүҙәргә дусар ителә.

1974 йылдағы административ реформалар буйынса билдәләнгән сиктәре буйынса, Бирмингем ҡала-графлығы метрополия графлығы районы итеп үҙгәртелә, шул уҡ ваҡытта уға Саттон Колдфилд ҡалаһы өҫтәп бирелә.

Физик-географик ҡылыҡһырлама

Географияһы

Бирмингем ҡалаһы платола урынлашҡан. Ул Көнбайыш Мидленд конурбацияһының үҙәген тәшкил итә. 267 км² территорияны биләй һәм төньяҡ-көнсығышта Уорикшир тантаналар графлығы, көньяҡ-көнсығышта Солихалл районы, көньяҡта Вустершир тантаналар графлығы, төньяҡ-көнбайышта Дадли, Сандуэлл һәм Уолсолл райондары менән сиктәш.

Климат

Бирмингемға, бөтөн Англияға кеүек, йомшаҡ һәм дымлы климат хас. Миҙгел араларындағы тирбәлеүҙәр бик аҙ, һирәк йәй бик эҫе була, көслө һалҡындар бөтөнләй тиерлек булмай. Бында уртаса диңгеҙ климаты. Ғинуарҙың һәм февралдең уртаса температураһы (иң һалҡын айҙар) +3,1 °C, июлдә +15,8 °C (иң йылы ай).

Климат Бирмингем
КүрһәткестәреДек.Ғин.МартАпра.МайИюньИюльАвг.Сена.Окт.Нояб.Февр.Йыл
Һауа температураһы, °C6,06,28,911,915,318,820,620,117,613,89,27,113,0
Уртаса температура, °C3,13,15,27,610,614,015,815,413,210,06,04,29,0
Уртаса минимум, °C0,30,11,53,36,09,211,110,88,86,22,91,35,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм574851495656466654525966660
Сығанағы: World Climate 2018 йыл 18 ғинуар архивланған.

Халыҡ

2011 йылда Бирмингемда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 1 074 300 кеше йәшәй, халыҡ тығыҙлығы уртаса 4011,6 кеше/км². Уның 22,8% балалар тәшкил итә (15 йәшкә тиклем), 62,4% эшкә яраҡлы кеше (16 йәштән 64 йәшкә тиклем) һәм 14,8 процент-оло йәштәге кеше (65 йәштән өлкәндәр).

Этник составы

2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса төп этник төркөмдәр:

  • 57,9 % — аҡ тәнлеләр (53,1 процент — аҡ британдар, 2,1 % — аҡ ирланд, 0,1 — ирланд сиғандары һәм 2,6 % — башҡа аҡ тәнлеләр);
  • 22,5 % — Көньяҡ Азиянан сыҡҡандар (13,5 % — пакистандар, 6,0 % — индустар һәм 3,0 % — бенгалдар);
  • 1,2 проценты — ҡытайҙар;
  • 2,9 % — башҡа азиаттар;
  • 8,9 % — ҡара тәнлеләр (2,8 % — ҡара африканлылар, 4,4 % — ҡара кариблылар һәм 1,7 % — башҡа ҡара тәнлеләр);
  • 1,0 % — ғәрәптәр;
  • 5,4 % — метистар (2,3 % — ҡара кариблылар менән аҡ тәнлеләрҙән, 1,0 % — азиаттар менән аҡ тәнлеләрҙән, 0,3 % — ҡара африканлылар менән аҡ тәнлеләрҙән сыҡҡандар һәм 0,8 % — башҡа метистар);
  • 1,0 % — башҡалар.

Дин

2011 йылдың статистика бюроһы мәғлүмәттәре буйынса диндәр:

ДинБирмингем



%
Уэст-Медлиндсҡа



%
Англия



%
Христианлыҡ46,160,259,4
Ислам21,86,75,0
Сикхизм3,02,40,8
Индуизм2,11,31,5
Буддизм0,40,30,5
Иудаизм0,20,10,5
Башҡа0,50,50,4
Дин юҡ19,322,024,7
Күрһәтеүһеҙ6,56,67,2

Иҡтисад

Бирмингем — индустриаль ҡала. Унда аҙыҡ-түлек үҫтереү, металлургия, машиналар эшләү (шул иҫәптән электротехник) сәнәғәте үҫешкән. Ҡала төҙөлөш йәмғиәтен барлыҡҡа килтереүҙең пионеры булараҡ билдәле.

Бирмингем ювелир сәнғәте (келәймәһе «якорь») бөтә донъя буйынса билдәле һәм киң таралған. Ҡалала йыш ҡына ювелир күргәҙмәләре үткәрелгән («The Show Jewellery 2011» 6-10.02.2011, «The Show Jewellery 2012» 5-9.02.Һ. б. 2012)

Сәйәсәт

Бирмингем менән ҡала советы идара итә, ул 40 һайлау округтарында һайланған 120 депутаттан тора. Һуңғы һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса ҡала советының 45 урынын консерваторҙар биләй[14].

Белем

Бирмингем университеты

Бөйөк Британияла һәм Европала Бирмингем алдынғы фәнни үҙәктәрҙең береһе булып тора. Ҡалала өс университетыһәм ике университет колледжы урынлашҡан. Бирмингем университеты (University of Birmingham) — илдә иң эреләрҙең һәм билдәлеләрҙең береһе[15]. Шулай уҡ белем һәм Бирмингем шулай уҡ мәктәптә белем биреү менән данлыҡлы — Король Эдвард мәктәбе йыл һайын мәктәптәр араһындағы рейтингта иң юғары позицияны биләй, ә Король Эдвард ҡыҙ балалар өсөн мәктәп — Англияның ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң яҡшы гимназияһы.

Транспорт

Гравелли-Хилл транспорт сиселеше-Хилл

Бирмингем автомобиль, тимер юл һәм йылға транспорттарының эре транспорт үҙәге. Ҡала аша M5, M6, M40, M42 юлдары үтә; Гравелли-Хилл транспорт сиселеше Бөйөк Британияла иң билдәлеләренең береһе. M6 трассаһы ҡалалағы Бромфорд виадуғы (Берләшкән короллектең иң оҙон күпере — 5,6 км) аша үтә.

Бирмингем-Нью-Стрит тимер юл станцияһы — Бөйөк Британияның Лондондан ситтә торған иң күп ҡулланылған станцияһы; шулай уҡ CrossCountry алыҫ магистралле тимер юл компанияһы хабы булып тора һәм Trains Virgin Юстондан (Лондон), Глазго-сентрал һәм Эдинбург-Уэверли вокзалы йүнәлештәр булып тора.

Ҡала үҙәгенән 10 км көньяҡ-көнсығышта Бирмингем халыҡ-ара аэропорты урынлашҡан, ул Бөйөк Британияла иң күп файҙаланылған аэропорттар араһында етенсе урынды биләй.

Архитектура

Бирмингемда англикан соборы
Бирмингемда католик соборы

Ҡала территорияһында Бирмингем англикан кафедраль соборы урынлашҡан, ул 1710—1725 йылдарҙа төҙөлгән, Бирмингем англикан епархияһы һәм Бирмингем католик кафедраль соборы бар, улар 1839—1841 йылдарҙа төҙөлгән. Шулай уҡ I категория монументы булып ҡалған Изге Павел сиркәүе бар.

Бирмингем ҡалаһы музейы (Birmingham Museum) һәм уның үҙ картиналар галереяһы 1885 йылда асыла, улар ҡала үҙәгендә урынлашҡан, бинаһының өҫтөн «Брум Биг» (Big Brum) бейек сәғәт манараһы биҙәй.

Шулай уҡ Бирмингемда транспорт музейы һәм һыу аҫты донъяһы музейы бар.

Бирмингем ювелир сәнғәте музейы — ҡаланың үҙенсәлекле иҫтәлекле урындарының береһе.

Даддестон тимер юл виадугы(оҙонлоғо 325 метр) 1846 йылда төҙөлгән булған, әммә бер ҡасан да тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған 1980-се йылдарҙа ул емерелә башлаған, шуға күрә уны һүтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә, һәм хатта бер нисә терәге юҡ ителә, әммә урындағы халыҡ һәм рәссам-волонтерҙар ҡоролманы яҡлап сыға, улар виадукты тергеҙә һәм уны йәмәғәттең тәбиғәттә ял итеү урынына әйләндерә.

Спорт

Футбол

Клубтар:

  • «Астон Вилла» — Англияның иң боронғо клубтарҙың береһе (1874 йыл) һәм титуллы профессиональ клубы, Англияның 7 тапҡыр чемпионы, 7 тапҡыр Англия Кубогын яулаусы, 5 тапҡыр Лига Кубогын, Европа чемпионы Кубогын яулаусы, 1982 йыл.
  • «Бирмингем Сити» (City Birmingham) — 1875 йылда башланып, хәҙергәсә дауам иткән оҙон тарихлы профессиональ футбол клубы.

Стадиондар:

  • Вилла Парк — «Астон Вилла» футбол клубының йорт аренаһы, 1897 йылда төҙөлә һәм асыла.
  • Сент-Эндрюс — «Бирмингем Сити» футбол клубының йорт стадионы, 1906 йылда төҙөлә һәм асыла.

Регби

  • «Мозли» — регби клубы илдең икенсе лигаһы булған Чемпионшип ярыштарында сығыш яһаусы. Клубҡа 1873 йылда нигеҙ һалынған.

Баскетбол

  • «Бирмингем Найтс» — баскетбол клубы беренсе Британ баскетбол лигаһында сығыш яһай.

Крикет

  • «Крикет Уорикшир Каунти Клубы» — крикет клубы, 1882 йылда нигеҙләнгән.

Туғанлашҡан ҡалалары

Бирмингемдың ете туғанлашҡан ҡалалары бар:

Дуҫлыҡ тураһында килешеү нигеҙендә Бирмингем Гуанчжоу (ҠХР) һәм Мирпур (Пакистан) ҡалалары менән бәйле[16][17].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Брумми, Бирмингемда таралған инглиз теленең диалекты.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары