Зарарлы бәйлелек (аддикция)

Адди́кция (ингл. addiction — бәйлелек, зарарлы ғәҙәт), киң мәғәнәлә — билдәле бер даирәлә кешегә йоғонто яһай торған бәйләнсек ихтыяж. Термин йыш ҡына дарыуға бәйлелек, наркомания кеүек күренештәр өсөн ҡулланыла, хәҙерге көндә химик булмаған бәйлелек өсөн дә ҡулланыла[1], мәҫәлән интернетҡа бәйлелек, компьютер уйындарына бәйлелек, шопоголизм, психоген артыҡ ашау, фанатизм, порнографияға бәйлелек һәм башҡалар[2][3][4]Медицина мәғәнәһендә, аддиктивлыҡ — пациент өсөн ғәҙәти графикты боҙоусы билдәле бер эштәрҙе ҡабатлауҙың талап ителеүе, асыҡтан-асыҡ физиологик һәм психологик тайпылыштар, тривиаль булмаған тәртип һәм психиканың үҙенсәлекле боҙолоуы менән оҙатыла.[5].

Зарарлы бәйлелек
Ҡайҙа өйрәнеләаддиктология[d] һәм аддиктивная психология[d]
Связанное изображение

Үҙ ихтыярынан тыш ят һәм еңел генә ҡотола алмаҫлыҡ ғәҙәттәрҙе үҙләштереү; шәхес был ғәҙәттәрҙең насар икәнлеген аңлай һәм хатта уларға ҡаршы уңышһыҙ көрәшә лә.

Термин тарихы

Тәүҙә дарыу препараты ҡулланыуға бәйле фармакология термины булараҡ файҙаланыла. Дарыуҙарҙы (легаль йәки легаль булмаған наркотикты) етерлек күләмдә ҡулланыуҙы күҙ уңында тота ине. Бындай бәйлелеккә нигеҙләнгән аддиктив тәртип («наркотизм») девиант тип баһалана һәм ауырыу булараҡ аддицияға ҡаршы ҡуйыла[6].Дөйөм алғанда, аддикция шартлы рәүештә физик бәйлелек синдромына һәм психологик үҙ-үҙеңде тотоу синдромына бүленә. Әлеге ваҡытта ошондай аддиктив ҡаҡшауҙарҙың асылына ҡараш үҙгәрҙе. «Наркотизм» башҡа тәртипһеҙ аддиктив ҡаҡшауҙар менән бер рәттән берҙәм феномен, психопатологик асылға дөйөм ҡараш кеүек ҡабул ителә башлай.[7][8].

Психологияла үҙ-үҙеңде тотоу аддикцияһы, шәхес аңының билдәле бер эшмәкәрлеккә бәйле торошо, был бәйлелекте үҙ алдына еңеп сыға алмау хәле тип билдәләнә.

Классификацияһы

Аддикцияның төрлө авторҙары обсессив-компульсив ҡаҡшауҙарға[9], продуктив спектр боҙолоуҙарына ҡарай[10], сумеречное помрачение сознания (ғәҙәттә көтөлмәгәндә башлана, ҡыҫҡа ваҡыт дауам итә һәм ҡапыл туҡтай, был ҡаҡшау транзитор йәки тиҙ үтеүсән тип атала) һ.б. менән сағыштырыла[11]. Ҡайһы бер авторҙар тарафынан бер-береһе менән дә, башҡа психик ҡаҡшауҙар менән дә тотороҡло (60 % -ҡа тиклем) аддиктив ҡаҡшау (коморбидность), шулай уҡ башҡа психик ҡаҡшау (аффектив, обсессив-компульсив һ.б.) күҙәтелә. Коморбидлыҡ — бер пациентта берҙәм патогенетик механизм менән бәйләнгән йәки ваҡыт буйынса тура килгән ике йәки унан күберәк ауырыуҙарҙың, синдромдарҙың йәки психик ҡаҡшауҙарҙың булыуы.[12].

Аддиктив ауырыуҙарҙы ҡайһы берҙә йоғошло булмағандар йәки социаль ауырыуҙар класына ҡарай. Һуңғы ун йыллыҡтың клиник һәм социаль наркологияһында һәм адиктологияһында хәүефтең яңы факторҙары, кешенең хәле, терапевтик резистентлығы, ауырыуҙың ремиссияһыҙ барышының иртә һәм бик тиҙ формалашыуы билдәләнә.

Дөйөм алғанда, аддикцияларҙы шартлы рәүештә «химик» (субстанцион) — шулай уҡ физик буйһоноусанлыҡҡа һәм тәртип (субстанцион булмаған), психик бойондороҡһоҙлоҡ тип аталғандарға бүлергә мөмкин[7][13].

Психологияла тәртип аддикцияһы — билдәле бер эшмәкәрлеккә әүәҫлеге, уны үҙ аллы туҡтата алмауы менән ҡылыҡһырланған аң торошо.

Күренеште өйрәнеү

Кешенең аддиктив тотошо, үҙенең аң торошон үҙгәртеп, ысынбарлыҡ тормоштан китергә ынтылышы менән бәйле. Был күренеште өйрәнеү менән аддиктология, клиник психология һәм социология шөғөлләнә.[14].

Йәмғиәт тарафынан ҡабул итерлек аддикция формалары бар[15]: рухи ғәмәлдәр, медитация, ғашиҡ булыу, ижад, трудоголизм, интернет-бәйлелек, шопоголизм, экстремаль спорт, артыҡ ашау, шулай уҡ социаль яҡтан хәүефле: токсикомания, наркотиктарға бәйлелек, клептомания (урлашырға ынтылдыра торған психик ауырыу) һәм башҡалар. Ҡайһы бер осраҡтарҙа аддикция аңлы рәүештә үҫешергә мөмкин (мәҫәлән, интеллектуаль һәләтле үҫмерҙәрҙә когнитив аддикция факторҙары өйрәнелә.[16]).

Мәғлүмәт йәмғиәте үҫеше һәм мәғлүмәткә бәйле традицион ауырыуҙарҙың үҫеүе менән[17], яңы аддикциялар барлыҡҡа килде — телевидениеға патологик бәйлелек[18], социаль селтәрҙәрҙән, интернет-бәйлелек; компьютер уйындарына бәйлелек, интернет бәйлелеге арҡаһында барлыҡҡа килеүсе үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙар (суицид) [19], интернет-бәйлелек; компьютер уйындарына бәйлелек[20]һәм башҡалар.

Биологик нигеҙҙәре

Тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, аддикция өсөн яуап бирә торған билдәле бер биологик механизмдар бар. Әммә был өлкә бәхәстәр тыуҙырыусы булып ҡала. «Социогенетизм йәки биогенетизм» дискуссияһында әйтелгәнсә, тыумыштан килгән сифаттарҙың биологик тәбиғәте ҡарарҙар ҡабул итеүгә һәм ғәмәлдәргә йоғонто яһарға мөмкин. Генетикаға, ДНК-ға, психик тайпылыштарға ҡараған ҡайһы бер факторҙар һиҙҙермәй тороп, билдәле бер ваҡытта килеп сығыуы мөмкин[21].Шул уҡ ваҡытта мөхит йоғонтоһо лп булыуы ихтимал.

Аддикцияның биологик механизмында баш мейеһенең ҡайһы бер участкалары ҡатнашыуы мөмкин. Иң иғтибарға лайығы — Nucleus acumbensта дофамин сығарыу механизмы, ул күп кенә наркотик матдәләр ҡулланғанда килеп сыға, был бәйлелекте нығыта[22]. Дофамин барлыҡҡа килеүе, мәҫәлән, тәбиғи туйыныу йәки сексҡа хас стимул биреүсе процесс кеүек күренеш булып тора. Наркотиктар ҙа шундай уҡ тәьҫир бирә. Айырым алғанда, ҡайһы бер наркотиктар баш мейеһендә дофамин эшләп сығарыуҙы һәм бушатыуҙы 5-10 тапҡырға арттыра, был уларҙы ҡуллана торған кешеләргә яһалма рәүештә рәхәтлек хисе алырға мөмкинлек бирә[23][24][25].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Аддиктология
  • Химик булмаған бәйлелек
  • Дарыуға бәйлелек
  • Наркомания
  • Бәйлелек синдромы
  • Психик бәйлелек синдромы
  • Физик бәйлелек синдромы


Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Ҡалып:Аддикция


🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары