Коломбо

Коломбо (синг. синг. කොළඹ, шунда. там. கொழும்பு) — Шри-Ланканың иң ҙур ҡалаһы. Көнбайыш провинцияла Коломбо округында урынлашҡан. Халҡы — 672,7 мең кеше (2007)[5], Ҙур Коломбоның (шулай уҡ Моратува, Дехивала-Маунт-Лавиния һәм илдең баш ҡалаһы Шри-Джаяварденепура-Котте ҡалаларын индереп) халҡы — 5 648 000 кеше.

Коломбо
синг. කොළඹ
Флаг
Рәсем
Рәсми атамаһыකොළඹ
ЭтнохоронимColombois[1] һәм Colomboise[1]
Дәүләт Шри-Ланка[2]
Административ үҙәгеШри-Ланка, Цейлон[d], Коломбо[d], Западная провинция[d] һәм Британский Цейлон[d]
Административ-территориаль берәмекКоломбо[d]
Сәғәт бүлкәтеUTC+5:30[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡанКелани[d] һәм Һинд океаны
Ойошма ағзаһыВсемирная федерация туристических городов[d][3]
Халыҡ һаны752 993 кеше (2011)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек1 метр
Туғандаш ҡалаБиратнагар[d], Санкт-Петербург[4], Шанхай, Лидс[d], Улан-Батор, Мале һәм Сити-оф-Лидс[d]
Телгә алынған хеҙмәттәрCivilization V[d]
Майҙан37 321 728 квадрат метр
Почта индексы00000–09999
Рәсми сайтcmc.lk
Тема иҡтисадыeconomy of Colombo[d]
Урындағы телефон коды011
Карта
 Коломбо Викимилектә

Тарихы

Төрлө версия буйынса ҡаланың исеме сингал теленән  Kola-amba-thota — «япраҡлы манго ағаслы гавань», йәки  Kolon thota — «Келани йылғаһындағы гавань» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан.  Шулай уҡ боронғо сингал һүҙенән гавань, кисеү һүҙен аңлатҡан  kolamba булыуы тураһында версия ла йәшәй. Ғәрәп, ҡытай, рим сауҙагәрҙәре 2000 йылдан ашыу элек Коломбо гаваненә килгәндәр.  VIII быуатта бында ғәрәптәр оҙаҡҡа төпләнгәндәр, улар барлыҡ тиерлек  сингал короллектәренең диңгеҙ  сауҙаһын контролдә тотҡан. Португалдар бында XVI быуатта килгәндәр һәм ҡаланың исемен Христофор Колумб хөрмәтенә үҙгәрткәндәр. Киләһе быуатта, 1656 йылда ҡаланы голландтар яулай, ә 1802 йылда Коломбо Цейлон британ колонияһыны баш ҡалаһы була. 1948 йылда —   Цейлон доминионы баш ҡалаһы, 1972 йылда — Шри-Ланка демократик социалистик республикаһы. 1982 йылда баш ҡала рәсми рәүештә  Шри-Джаяварденепура-Коттеға күсә.

Климаты

Коломбо климаты — субэкваториаль. Коломбо экваторҙа тиерлек урынлашҡан, һауа температураһы йыл буйына тотороҡло 27 °C  тирәһендә[6]. Йыллыҡ яуым-төшөм 2400 мм ашыу. Яуым-төшөм бөтә Шри-Ланка өсөн муссондар менән билдәләнә (көньяҡ-көнбайыш — май айынан һәм сентябргә тиклем,  төньяҡ-көнсығыш — декабрҙән февралгәсә), ә муссондар араһындағы осорҙа (март-апрель һәм октябрь-ноябрь) — диңгеҙ бризы һәм циклон менән билдәләнә[7].  Коломбо утрауҙың  көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡас, көньяҡ-көнбайыш муссондың тәьҫире  төньяҡ-көнсығыштыҡына ҡарағанда күпкә көслө,  һәм миҙгелдә яуым-төшөм (уртаса— 213 мм) төньяҡ-көнсығыш муссоны миҙгеленә ҡарағанда күпкә  мул. Май һәм октябрь-ноябрь муссондар араһы осоро  ҡала өсөн — йылдың иң ямғырлы ваҡыты. Коломбо  өсөн һауаның сағыштырма дымлылығы көндөҙгө ваҡыт өсөн  70 процент, ә июнь айында 90 процентҡа тиклем күтәрелә[8].

Коломбо климаты
КүрһәткесҒин.Фев.МартАпр.МайИюньИюльАвг.Сен.Окт.Нояб.Дек.Йыл
Уртаса максимум, °C30313131313029292929293030
Уртаса температура, °C26,626,927,728,228,328,027,627,527,527,026,726,627,4
Уртаса минимум, °C23242626272727262626252426
Яуым-төшөм нормаһы, мм58,272,8128,0245,6392,4184,9121,9119,5245,4365,4314,4175,32423,8
Сығанаҡ: средний максимум и минимум — по weather.com, осадки и средняя температура — статистика за 1961—1990 гг. по данным Департамента переписи и статистики Шри-Ланки

Инфраструктураһы

Коломбола 250 гектар майҙанда тәрән һыулы гавань бар, ул өс мол менән ышыҡланған. Порт эргәһендә ҡаланың эшлекле үҙәге «Форт» урынлашҡан. Был район ундай атаманы портҡа инеү урынын һаҡлап тороусы португал ҡәлғәһе исеменән ала.  Хәҙер Форт —  административ биналар, магазиндар, ҡунаҡханалар, банктар. Коломбо — илдең эре сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге. Химик, туҡыма, нефть эшкәртеү, быяла, цемент, ағас эшкәртеү, күн-аяҡ кейеме сәнәғәттәре, ювелир производствоһы үҫешкән. Коломбо порты — Көньяҡ Азияла  иң ҙуры. Ул һинд порттары  Парадип, Яңы Шева, Мумбаинан һуң дүртенсе урында тора.

Ҡала райондары

Ҡаланың райондары тарихи барлыҡҡа килә һәм урыны менән бер-береһенән  ныҡ айырыла.  XIX быуатта Бейра күле ҡаланы ике өлөшкә тиерлек бүлә: Форт порты менән йәнәшә торған районда һәм күлдән көньяҡҡа ҡарай өлөшөндә башлыса европалылар күсеп ултыра, ә Петта һәм күлдән төньяҡтараҡ кварталдарҙа төп (сингалдар һәм тамилдар) һәм ҡатнаш халыҡ төпләнә. Хәҙерге ваҡытта Петта һөнәрселәр һәм ваҡ сауҙагәрҙәр районы булып ҡала. «Петта» һүҙе тамил теленән «тыштан» йәғни Форт тышында тигәнде аңлата[9]:68. Бында ваҡ тәғәмханалар, ваҡ магазиндар, тар урамдар.  Петтанан төньяҡта хәҙер ҡаланың төп сәнәғәт районы: каучук, кокос майы етештереү заводтары,  сәй әҙерләү фабрикалары урынлашҡан.  Тағы ла төньяҡтараҡ ирекле сауҙа итеү зонаһы урынлашҡан. Форттан көньяҡтағы райондарҙың береһе  — Дәрсен баҡсалары, унда элек ысынлап та дәрсен ағасының ҙур плантациялары булған,  ул ташландыҡ ерҙәр XIX быуатта уҡ ғәҙәти кварталдарға әүерелгән[10]:228. Форттан көньяҡҡа ҡарай икенсе бер район — Слейв-Айленд. Уның исеме «Ҡолдар утрауы» кеүек тәржемә ителә (ингл. Slave Island). Ләкин тәүҙә бындай исемде голландтар бирә, Цейлонда Голланд Ост- Һинд компанияһының хакимлығы осоронда уларға эшләүсе тотҡон ҡолдар бында күсеп ултырған (XIX быуат башына тиклем):69. Форттан көньяҡҡа ҡарай яр буйлап Галле Фейс һуҙыла, ул  XIX быуат аҙағынан уҡ асыҡ һауала популяр күңел асыу урыны булған:228. Марадана районында ваҡ кибетселәр һәм һөнәрселәр йәшәй.

Мәғарифы, сәнғәте, дине

Ҡалала университет, бер нисә колледж, обсерватория, милли музей бар. Сиркәүҙәр, мәсеттәр, будда һәм  индуизм ғибәҙәтханалары күп.  Ҡала ситендә  ике будда университеты бар. Коломбо университеты янында  астрономик обсерватория урынлашҡан.

Соломон Бандаранаике исемендәге  халыҡ-ара аэропорт  Коломбо ҡалаһынан төньяҡҡа ҡарай төньяҡта 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡала илдең башҡа провинциялары менән тимер юлдары һәм   автотрассалар   менән бәйле.

Иҫтәлекле урындары

  • Йома Үл Әлфәр мәсете
  • Будда «Гангарамая» ғибәҙәтханаһы  (1841)
  • Университет (1921)
  • Асыҡ китапхана (1925)
  • «Вихарамахадеви» паркы(1865)
  • Милли музейы (1877)
  • Муниципалитет (1927)
  • Фейс Галле (1859)

Туғандаш ҡалалар

Коломбо ҡалаһы менән түбәндәге ҡалалар  туғанлашҡан:

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары