Һинд субконтиненты

Һиндостан субконтиненты — Гималай тауҙарынан көньяҡтараҡ урынлашҡан субконтинент. Субконтинентта Пакистан, Һиндостан һәм Бангладеш дәүләттәре[1] урынлашҡан, шулай уҡ йыш ҡына Непал, Бутан, Шри-Ланка дәүләттәре территорияһын керетеп иҫәпләйҙәр[2][3]. Ҡайһы саҡта Мальдив һәм Афғанстанды ла индереп иҫәпләйҙәр[4][5][6]. Атамаһы Һиндостан дәүләте исеменән алынған. Субконтинент Евразия тектоник плитәһенән айырмалы булараҡ, Һиндостан тектоник плитәһендә урынлашҡан. 90 миллион йылдар элек Һинд-Малагас плитәһе тарҡалғас, Һиндостан плитәһе Һинд океанында яҡынса 50—55 миллион йыл буйы хәрәкәт итеп Азия менән бәрелешкән, бының һөҙөмтәһендә Гималай тауҙары барлыҡҡа килгән.

Һинд субконтиненты
Рәсем
Донъя ҡитғаһыАзия
Иң юғары нөктәДжомолунгма
Ҡайҙа өйрәнеләSouth Asia studies[d]
Майҙан4 480 000 км²
Урынлашыу картаһы
Карта
 Һинд субконтиненты Викимилектә

Атамаһы

Оксфорд инглиз һүҙлегенә ярашлы «субконтинент» термины «Ҙур ҡоро ер массаһы булған һәм ҡитғанан бәләкәйерәк булған географик, сәйәси һәм мәҙәни үҙенсәлеге менән ҡитғанан айырылып торған айырылып торған ҡитғаның өлөшө». Был термин беренсе мәртәбә 1845 йылда, элек бер бөтөн континент булып иҫәпләнгән, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка өсөн ҡулланыла. Һинд субконтиненты өсөн был термин XX быуат башында ҡулланыла башлай. Был төбәктә Британия контролендә булған Һиндостанды билдәләү өсөн уңыйлы була.

Һиндостан субконтинентының геологик айырмаһы ла бар. Төрлө континенттар кеүек үк ул Гондвана суперконтинентының өлөшө булған. Суперконтинентта тектоник ярылыуҙар төрлө йүнәлештәге бассейндар барлыҡҡа килтерә. «Ҙур Һиндостан» тип аталған геологик регионда ҡасандыр Мадагаскар, Сейшел Утрауҙары, Антарктида, Австроазия һәм Һинд бассайны булған. Һинд субконтиненты тип 55 миллион йылдар элек Һинд бассейны Евразия менән бәрелешкәндә барлыҡҡа килгән субконтинентты атайҙар.

Һинд субконтиненты Британия империяһында киң таралған.

Географик төбәк «Һиндостан» булараҡ билдәле. Шулай уҡ «Бөйөк Һиндостан», «Көньяҡ Азия» кеүек исемдәре лә бар, был атамалар бер-береһен алыштыра ала. «Ҡөньяҡ Азия субконтиненты» тигән термин 1970-се йылдарҙа ҡулланылған.

Геология

Геологик килеп сығышы буйынса Һинд субконтиненты Гондвана суперконтинентының «Ҙур Һиндостан» өлөшөндә булған. Урта Юра осоронда, 160 миллион йылдар элек тектоник процестар сәбәпле Көнсығыш Африканан айырылып киткән. Кулкан әүҙемлеге көсәйеү сәбәпле Мадагаскар, Сейшел Уртауҙары, антарктида, Австралия, Һинд субконтиненты бассейны барлыҡҡа килгән. Һинд субконтиненты төньяҡ-көнсығышҡа табан күскән һәм 55 миллион йыл элек Евразия плитәһе менән бәрелешкән. Евразия плитәһе менән Һинд субконтиненты бәрелешкән урын хәҙер ҙә көслө ер тетрәүҙәргә дусар булған геологик актив район булып иҫәпләнә[7][8].

Социаль-мәҙәни сфера

Һинд субконтиненты Евразия ҡитғаһынан изоляцияланған субконтинент булып тора. Субконтинент өсөн Көньяҡ Азия үҫемлектәр донъяһы хас. Гималай тауҙары аша үтеп сығыу ауыр булғанға күрә, субконтинент һәм континент араһындағы социаль, дини һәм сәйәси бәйләнештәр Афғанстандың төньяҡ-көнбатышындағы уйһыулыҡтар һәм диңгеҙ юлы аша башҡарыла[9].Ҡатмарлыраҡ һәм тарихи яҡтан мөһимерәк бәйләнеште тибет халҡы булдыра. Был маршрут һәм бәйләнештәр Һинд субконтинентынан буддизмды Азияның башҡа өлөштәренә таратырға мөмкинлек бирә. Һинд субконтинентына ислам ике юл менән килеп инә: ҡоро юл буйлар Афғанстан аша һәм Ғәрәбстан диңгеҙе машруттары буйлап[10].

Афғанстандың көнсығышындағы Һиндукуш тауҙар системаһы Һинд субконтинентын төньяҡ-көнсығыштан Үзәк Азия менән, көнбайыштан Фарси плитәһе менән тоташтырыусы сик булып тора.Афғанстандың социаль-мәҙәни тарихы Төркөстан һәм Пакистан[11][12] [13] йоғонтоһона бәйле. Башҡа фараздар буйынса Афғанстан Үҙәк Азияның өлөшө һәм Һинд субконтинентында ятмай.

Геосәйәси яҡтан «Һинд субконтиненты» һәм «Үҙәк Азия» төшөнсәләре бәхәсле[14].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Һиндостан
  • Көньяҡ Азия

Иҫкәрмә

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары