14 ғинуар

көнө

14 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 14-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 351 көн ҡала (кәбисә йылында 352).

14 ғинуар
Аҙна көнөЙәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе
 14 ғинуар Викимилектә
ғинуар
ДшШшШрКсЙмШмЙк
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031    
2024 йыл

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
Милли
  •  Грузия: Дәүләт флагы көнө.
  •  Таиланд: Балалар көнө.
    • Урмандарҙы һаҡлау көнө.
  •  Тунис: Революция һәм йәштәр көнө.
Һөнәри
  •  Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең Торба үткәреүсе ғәскәрҙәре көнө.
    • Ҡораллы Көстәрҙең Хәрби-оркестр хеҙмәте ойошторолған көн.
    • Халыҡ табибы көнө
  •  Үзбәкстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.

Тарихи ваҡиғалар

Был көндө тыуғандар

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Швецов Пётр Филимонович (1910—9.06.1992), ғалим-инженер-гидрогеолог. 1939—1961 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1948 йылдан — директор урынбаҫары, 1956 йылдан — директор, 1958 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, Төньяҡ бүлек (Воркута ҡалаһы) мөдире; 1961 йылдан Бөтә Союз гидрогеология һәм инженерлыҡ геологияһы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, геокриология лаборатория етәксеһе, директорҙың фән буйынса урынбаҫары; 1980 йылдан СССР Фәндәр академияһы Литосфера институтының физик география бүлеге етәксеһе, кәңәшсе. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1953), геология-минералогия фәндәре докторы (1951), профессор (1965). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1952). Октябрь Революцияһы (1971), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Өфө районының 20-се быуат аҙағында бөткән Ҡазан ауылынан.
  • Бычкова Маргарита Александровна (1925), педиатр, 1967—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1974—1985 йылдарҙа балалар ауырыуҙары пропедевтикаһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1980—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш гастроэнтерологы. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
  • Мерәсев Рәхим Зәки улы (1940), тел белгесе, педагог. 1963 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1975, 1978—1983 һәм 1990—1998 йылдарҙа немец филологияһы кафедраһы мөдире, 1992 йылдан — роман-герман филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).
  • Фәйзуллин Нәзиф Солтан улы (1960), инженер-механик. 2004—2019 йылдарҙа «Белорет май-сыр һәм консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ‑түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре.
  • Хөсәйенов Булат Әхмәтнур улы (1960), педагог, Асҡын районы Яңы Ҡаҙансы урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.

1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

  • Атласов Хәбибрахман Ғабдрахман улы (1878—15.12.1949), табип. 1904 йылдан хәҙерге Белорет районының Сермән ауылындағы участка дауаханаһы, 1908—1914 йылдарҙа хәҙерге Баймаҡ районының Темәс ауылындағы земство дауаханаһы мөдире. 1922 йылдан Өфө судмедэксперт, 6-сы амбулатория мөдире, 1936—1942 йылдарҙа үҙәк поликлиника табибы, 1943—1949 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең үҙе ойошторған поликлиникаһының баш табибы. РСФСР-ҙың (1944) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) атҡаҙанған табибы. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1943, 1949).
  • Кириллов Василий Михайлович (1918—24.02.1999), рәссам, педагог. 1946—1950 йылдарҙа Рига сәнғәт академияһы уҡытыусыһы. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылынан.
  • Ғибәҙәтов Ишбулды Сәйфулла улы (1933), механизатор. Әбйәлил районы XXII партсъезд исемендәге колхоздың элекке тракторсы-комбайнсыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Ҡаҙмаш ауылынан.
  • Вәлиев Мөхәмәтнур Мөхәмәдулла улы (1938—6.07.2015), СССР һәм Рәсәйҙең газ сәнәғәте хеҙмәткәре, йәмәғәтсе һәм спортсы. 1978—2002 йылдарҙа «Баштрансгаз» йәмғиәтенең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының беренсе һәм икенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2003). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Бокс буйынса СССР спорт мастеры. Нуриман һәм Хәйбулла райондарының почётлы гражданы.
  • Бойкова Валентина Андреевна (1953), һатыусы. 1973 йылдан Әбйәлил районы ауыл магазиндары һатыусыһы, кассиры, магазин һәм келәт мөдире, 1996—1999 йылдарҙа ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте идараһы рәйесе, «Урал» совхозы сауҙа предприятиеһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1988). Сығышы менән ошо райондың Северный ауылынан.
  • Ибраһимов Шамил Мирвәли улы (1953), нефтсе, йәмәғәтсе. 1976 йылдан Саҡмағош нефть һәм газ сығарыу идаралығы инженеры, мастеры, өлкән һәм әйҙәүсе геологы, цех начальнигы урынбаҫары; 2006 йылдан — Саҡмағош нефть һәм газ сығарыу цехы, 2012—2018 йылдарҙа Башнефть-Петротест йәмғиәтенең территориаль подразделениеһы начальнигы. 1978—2006 йылдарҙа 2-се һәм 4-се нефть һәм газ сығарыу цехтарының профком рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Боҙаяҙ ауылынан.

4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар

Дөйөм исемлек

Был көндө вафат булғандар

Йыл көндәре

Ай һәм көндәр
Ғинуар1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Февраль1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29
Март1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Апрель1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Май1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Июнь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Июль1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Август1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Сентябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Октябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31
Ноябрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30
Декабрь1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31


Ғинуар (Һыуығай) | Февраль (Шаҡай) | Март (Буранай) | Апрель (Алағарай) | Май (Һабанай) | Июнь (Һөтай)
Июль (Майай) | Август (Урағай) | Сентябрь (Һарысай) | Октябрь (Ҡарасай) | Ноябрь (Ҡырпағай) | Декабрь (Аҡъюлай)
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары