Кобальт

Кобальт (лат. Cobaltum, Co) — Менделеевтың периодик таблицаһының 4-се осор, 9-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 27.

Кобальт
Рәсем
Масса58,933194 ± 3,0E−6 массаның атом берәмеге[1]
Кем хөрмәтенә аталғанкобольд[d]
Асыусы йәки уйлап табыусыГеорг Брандт[d]
Асыу датаһы1735
Элемент символыCo[2]
Атом һаны27
Электронная конфигурация[Ar] 3d⁷ 4s²
Электр кирелеге1,88
Ионный радиус0,56 ангстрем[3], 0,65 ангстрем[3], 0,9 ангстрем[3] һәм 0,55 ангстрем[3]
Әселәнеү дәрәжәһе2
Тығыҙлыҡ8,92 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр
Иреү температураһы2719 ± 0 ℉, 1768 K[4] һәм 1495 °C[4]
Ҡайнау нөктәһе5612 ± 1 ℉, 3200 K[4] һәм 2927 °C[4]
Давление пара0 ± 1 mm Hg
PGCH коды0146
Временное среднее значение предела допустимого воздействия0,05 ± 0,01 mg/m³ һәм 0,1 ± 0,1 mg/m³
IDLH20 ± 10 mg/m³
WordLift URLdata.thenextweb.com/tnw/…[5]
Код NCI ThesaurusC382[6]
 Кобальт Викимилектә

Элементтың атом массаһы 58,933194(4)[7]. Ябай матдә кобальт — көмөшһыу-аҡ, бер аҙ һарғылт металл, зәңгәрһыу йәки алһыуыраҡ төҫмөрө бар. Ике кристаллы модификацияға эйә.

Символы

Кобальт элементының символы — Co (Кобальт тип уҡыла).

Исеменең килеп сығышы

«Кобальт» атамаһы нем. Kobold— тау эйәһе, гном тигәндән килеп сыҡҡан.

Кобальт минералдарын яндырғанда уларҙың составындағы мышаяҡтың оксиды бүленеп сығып, кешеләр ағыуланған. Бының сәбәбен таусылар тау эйәһе Кобольдтан күргәндәр һәм элементҡа ла шул исемде биргәндәр.

1735 йылда швед минералогы Георг Брандт элек билдәһеҙ металл тапҡан һәм уны кобальт тип атаған. Ул шулай уҡ тап ошо элементтың берләшмәләре быяланы күк төҫкә буяуын асыҡлаған — уның был үҙенсәлеге менән боронғо Ассирияла һәм Вавилонда файҙаланған булғандар әле.

Тарихы

Кобальт ҡушылмалары кешегә боронғо замандан уҡ билдәле. Боронғо Мысыр ҡәберҙәрендә күк кобальт стакандар, эмалдәр, буяуҙар осрай. Мәҫәлән, Тутанхамон каберендә күк кобальт быяла киҫәктәре табылған; быяла һәм буяуҙарҙы белә тороп әҙерләгәндәрме, әллә осраҡлы килеп сыҡҡанмы — билдәле түгел.

Беренсе күк буяу 1800 йылда әҙерләнгән.

Ятҡылыҡтары

Ер ҡабығында кобальттың масса өлөшө 4·10−3%.

Кобальт запастарының 60 % — Конгола (6 млн т)[8]. Бынан тыш Австралия (1 млн т), Куба (500 мең т), Филиппин (290 мең т), Канада (270 мең т), Замбия (270 мең т), Рәсәй (250 мең т.), шулай уҡ АҠШ, Франция дәүләттәрендә һәм Ҡаҙағстанда[9]. ятҡылыҡтары билдәле.

Кобальт металы хаҡы

2018 йылдың 15 ғинуарынан донъя баҙарында кобальт хаҡы,London Metal Exchange мәғлүмәттәре буйынса, 75 000 долл./т[10]тәшкил итә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Кобальт// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 12-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары