Пеле

бразилия футболсыһы (1940–2022)

Пеле́ (тулы исеме — Э́дсон Ара́нтис ду Насиме́нту[5]) (порт. Edson Arantes do Nascimento; 23 октябрь 1940 йыл, Трес-Корасойнс, Минас-Жерайс штаты — 29 декабрь 2022 йыл, Сан-Паулу) — Бразилия футболсыһы, һөжүм итеүсе, донъя футболының бик күп рекордтар эйәһе.

Футбол
Футбол
Пеле
Информация
Тулы исемеЭдсон Арантис ду Насименту
Тыуа23 октябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (83 йәш)
Бразилия, Минас-Жерайс, Трес-Корасойнс ҡалаһы
Вафат29 декабрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][2][3] (82 йәш)
Морумби[d], Субпрефектура Бутантан[d], Западная зона Сан-Пулу[d], Сан-Паулу, Бразилия[4][3]
ГражданлығыБразилия Бразилия
Буйы173 см
Позицияһөжүм итеүсе
Карьера
Йәштәр клубтары
1952—1955Бразилия Бауру
1955—1956Бразилия Сантос
Клуб карьераһы*
1956—1974Бразилия Сантос638 (619)
1975—1977АҠШ флагы Нью-Йорк Космос64 (37)
Йыйылма командаһы**
1957—1971Бразилия Бразилия92 (77)
Халыҡ-ара миҙалдары
Донъя чемпионаты
АлтынШвеция 1958
АлтынЧили 1962
АлтынМексика 1970
Көньяҡ Америка чемпионаты
КөмөшАргентина 1959
Дәүләт наградалары
Риу-Бранку ордены кавалерыРиу-Бранку ордены командорыМəҙəниəттәге ҡаҙаныштары өсөн ордены кавалеры
Британия империяһы ордены кавалеры
Британия империяһы ордены кавалеры

* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала.

** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе.

Биографияһы

Бала сағы, үҫмер йылдары

«Мальмё» швед клубына ҡаршы иптәштәрсә матчта уйнай

Э́дсон Ара́нтис ду Насиме́нту 1940 йылдың 23 октябрендә Бразилияның Минас-Жерайс штатында ҙур булмаған Трес-Корасойнс ҡалаһында ярлы ғаиләлә тыуа. Футбол йәш Эдсондың иң яратҡан мауығыуҙарының береһе була. Атаһы, элекке футболсы Дондиньо улын тәүге уҡытыусыһы була һәм спорт оҫталығының ҡайһы бер серҙәре менән бүлешә. 7 йәшендә Эдсон урындағы балалар командаһы өсөн сығыш яһай башлай, унда матур уйыны һәм һөҙөмтәле һөжүме менән айырылып тора. Бер ваҡыт командала Бразилия йыйылма командаһының элекке уйынсыһы Валдемар де Брито күнекмәләр үткәрә, был Пелеға артабанғы яҙмышын күҙалларға ярҙам итә лә инде. Остазы уның уйынын Сан-Паулу штатындағы «Сантос» клубында ҡарауҙы ойоштора. Тиҙҙән 15 йәшлек Пеле һуңынан бөтөн донъяға билдәле буласаҡ клуб составына инә.

Профессиональная карьера

«Сантос»

1956 йылдың сентябрендә, уға 16 йәш булғанда, беренсе тапҡыр клубтың рәсми матчына сыға («Коринтианс»ҡа ҡаршы) — һәм гол индерә. «Сантос» (19561974) өсөн сығыш яһағанда 11 тапҡыр Сан-Паулу штаты чемпионы исемен яулай (шул тиклем үк турнирҙың иң яҡшы бомбардиры була — 1958 йыл иң һөҙөмтәле була: 58 гол). Футбол буйынса 6 тапҡыр Бразилия кубогын һәм икешәр тапҡыр Либертадорес һәм Ҡитға-ара Кубоктарын яулай.

Швециялағы 1958 йылдағы Донъя чемпионатында Пеленың милли йыйылма командалағы дебюты ла «сантос» өсөн сығыштары кеүек үк тәьҫирле була. СССР-ға ҡаршы уйында команда составында сыға. Уэльс йыйылма командаһы менән сирек финал матчында еңеү голын индерә. Франция командаһы менән сирек финал матчында турнир хужаларының ҡапҡаһына ике туп индереп, хет-трик эшләй. 17 йәшлек Пеле белгестәр, тамашасылар һәм дәғүәселәре араһында берҙәм танылыу яулап, донъя беренселеге тарихында иң йәш чемпион була.

1962, 1966 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында йәрәхәте һөҙөмтәһендә үҙен тулыһынса күрһәтә алмай. 1970 йылдағы финал турниры (пеленың биографияһындағы дүртенсе турнир) уның һәм тотош команда өсөн тримфаль була — күп эксперттар йыйылма команданы Бразилия тарихында иң көслөһө тип иҫәпләй. Өсөнсө тапҡыр ФИФА донъя кубогын яулаған Бразилия футболсылары уны ғүмерлеккә үҙҙәрендә ҡалдырыу хоҡуғын ала, ә Пеле, 1970 йылда йыйылма команда Мексикала донъя чемпионатында еңгәндән һуң, тарихта берҙен-бер өс тапҡыр донъя чемпионы була. Уның Мексикала донъя чемпионаттарының финал кубогындағы уйындарҙа ҡатнашҡандан алып 100-сө голын индереүе лә символик мәғәнәғә эйә. Ул үҙе ошо турнирҙарҙа 14 матчта уйнай, 12 гол индерә. Дөйөм алғанда, йыйылма команда өсөн уйындарҙа (92 матч), ул дәғүәсеһенең ҡапҡаһына 77 гол индерә — әлегәсә был ҡаҙанышты берәү ҙә үткәне юҡ. Шул уҡ ваҡытта ул команданы бер тапҡыр ҙа капитан булараҡ алып сыҡмай.

Футбол ҡаҙаныштары

Сантос
  • Бразилия чемпионы (6): 1961, 1962, 1963, 1964, 1965 (Бразилия Кубогы эйәһе), 1968 (Робертан Кубогы эйәһе)
  • Сан-Паулу штаты чемпионы (10): 1958, 1960, 1961, 1962, 1964, 1965, 1967, 1968, 1969, 1973
  • Рио-Сан-Паулу чемпионы (3): 1959, 1963, 1964
  • Либертадорес кубогы эйәһе (2): 1962, 1963
  • Ҡитға-ара кубогы эйәһе (2): 1962, 1963
  • Ҡитға-ара чемпиондарҙың Суперкубогы эйәһе (1): 1968
Нью-Йорк Космос
  • NASL чемпионы (1): 1977
Бразилия

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары