Футбол буйынса донъя чемпионаты

К:Проект:Футбол:Последняя правка в 2024 году

Футбол буйынса донъя чемпионаты
ингл. FIFA World Cup
Нигеҙ һалына

1930; 94 йыл элек (1930)

Ҡатнашыусылар һаны

48

Бәйле турнирҙар

Конфедерациялар Кубогы

Ғәмәлдәге еңеүсе

Аргентина Аргентина (3 титул)

Иң титуллы

Бразилия Бразилия (5 титул)

Сайт

https://www.fifa.com/worldcup/

Донъя чемпионаты 2026

Футбол буйынса донъя чемпионаты, рәсми — ФИФА́-ның донъя Ку́богы (от ингл. FIFA World Cup), йыш ҡына Футбол буйынса донъя Ку́богы, ФИФА-ның донъя чемпиоаты, мундиа́ль (от исп. Copa Mundial de Fútbol) тип атала — халыҡ-ара футбол ярыштары. Донъя чемпионатын ФИФА үткәрә, унда ФИФА ағзаһы булған илдәрҙең ирҙәр йыйылма командалары ҡатнаша ала.

Донъя чемпионатының финал турнирҙары, Олимпия уйындары кеүек үк, дүрт йылға бер үткәрелә, әммә төбәк турнирҙарын иҫәпкә алһаң, һәр мундиаль өс йылдан ашыу дауам итә. Чемпионаттың һайлап алыу ярыштарында 200-ҙән ашыу команда ҡатнаша. Чемпионаттың финал турнирында 48 команда (2026 йылдан алып; 1998—2022 йылдарҙа — 32 йыйылма) ҡатнаша: һайлап алыу турниры йомғаҡтары буйынса ошондай хоҡуҡҡа эйә булған 47 командаға тиклем һәм (1938 йылдан) ҡабул итеүсе илдең йыйылма командаһы йәки ҡабул итеүсе илдәрҙең бер нисә командаһы.

Футбол буйынса донъя чемпионатының финал өлөшө ҙур аудитория йыя һәм бөтә донъяла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, 2022 йылда финалды 1,5 миллиардтан ашыу тамашасы ҡарай, ә турнирҙың дөйөм аудиторияһы бөтә донъя буйынса көйәрмәндәр һаны 4 миллиардтан артып китә.

Үҙенең бер быуатлыҡ тарихында донъя чемпионаты Австралиянан тыш бөтә ҡитғаларҙа ла уҙғарыла, әммә донъя чемпиондары исеменә Көньяҡ Америка һәм Европаның йыйылма командалары ғына лайыҡ була.

Дөйөм мәғлүмәттәр

Донъя чемпионаттары тарихында 8 ил генә чемпион исеменә лайыҡ була. Иң күп титулға Бразилия эйә — Донъя кубогын биш тапҡыр яулай. Италия һәм Германия — дүрт, Аргентина — өс, Уругвай һәм Франция — ике, ә Англия һәм Испания беренселектә бер тапҡыр еңеү яулай.

Пеле — (1958, 1962 һәм 1970 чемпионаттарында) өс тапҡыр донъя чемпионы. Тағы ла 20 уйынсы ике тапҡыр чемпион була (башлыса бразилиялылар (1958 һәм 1962 чемпионаттарында — 13, икеһе 1994 һәм 2002 чемпионаттарҙа), шулай уҡ Италия йыйылма командаһының дүрт уйынсыһы (1934 һәм 1938 чемпионаттарҙа) һәм Аргентина йыйылма командаһынан бер уйынсы (1978 һәм 1986 чемпионаттарҙа).

Тарихы

Беренсе халыҡ-ара ярыштар

Донъя чемпионаты футбол буйынса донъя тарихында беренсе футбол ярышы түгел. Һәүәҫкәр футбол 1908 йылдан Олимпия уйындары программаһына инә.

1909 йылда сэр Томас Липтон Туринда турнир ойоштора, һуңынан ул «Иң беренсе донъя чемпионаты» тип атала.

Олимпия уйындарында төрлө илдәрҙән футболсылар ҡатнаша алған футбол турниры берҙән-бер рәсми халыҡ-ара ярыштар була. Профессиональ һәм һәүәҫкәр уйын кимәле араһындағы айырманың йылдам үҫеүе сәбәпле ФИФА-ны донъя чемпионаты ойошторорға ҡарар итә.

1926 йылда ФИФА конгресында ФИФА башҡарма комитеты комиссия ойоштора һәм уға донъя чемпионатын ойоштороу мөмкинлеген өйрәнеү бурысын йөкмәтә. ФИФА Конгресы Донъя чемпионаты тураһындағы һуңғы ҡарарҙы Амстердамда 1928 йылдың 28 майында ҡабул итә.

Беренсе чемпионат

Ике Олимпия уйындарында еңеү яулаған Уругвай — футбол буйынса донъя чемпионатының беренсе ҡабул итеүсе ил[1].

Башта донъя чемпионатын үткәреүгә биш ил: Италия, Испания, Швеция, Нидерланд һәм Уругвай дәғүә итә. Күпселек Уругвай өсөн тауыш бирә. Уругвай федерацияһы ФИФА-ның бөтә финанс шарттарын үтәргә вәғәҙә бирә.

Сентенарио — Беренсе донъя чемпионытын ҡабул итеүсе стадион

Әммә Уругвайҙы турнир аренаһы итеп һайлау ойоштороусыларға ауырлыҡтар тыуҙыра: Европанан Уругвайға барыу оҙайлы һәм ҡиммәткә төшә, турнир башланырҙан ике ай алда Европаның бер федерацияһы ла үҙенең командаһын чемпионға ебәрергә планлаштырмай[1]. Риме Жюль дүрт Европа командаһын: Франция, Бельгия, Румыния һәм Югославия йыйылмаларын турнирҙа ҡатнашыуға йәлеп итә ала.

Турнирҙа бөтәһе 13 команда ҡатнаша — етеһе Көньяҡ Американан, дүртәүһе Европанан һәм икәүһе Төньяҡ Американан. 13 команда дүрт төркөмгә бүленә. Төркөм еңеүселәре ярымфиналға сыға.

Турнир финалында Көньяҡ Американың ике командаһы осраша: Монтевидеолағы «Сентенарио» стадионында 93 000 тамашасы алдында Уругвай йыйылма командаһы, Аргентинаны 4:2 иҫәбе менән еңеп, беренсе донъя чемпионы була.

Ҡатнашыусылар

Төп мәҡәлә: Футбол буйынса донъя чемпионаты (командаларҙың ҡатнашыу статистикаһы)

2018 йылдың июненә ҡарата, донъя чемпионаттарының 21 финал турнирында дөйөм алғанда ФИФА-ның 211 ағзаһынан 78-е йыйылма команда, шулай уҡ хәҙер булмаған 5 йыйылма (курсив менән бирелә) ҡатнаша. Бразилия — бөтә донъя чемпионаттарында ҡатнашҡан берҙән-бер йыйылма команда. Таблицала йыйылма командаларҙың хәҙерге исемдәре (әлеге ваҡытта булмағандарҙың һуңғы чемпионаттағы исемдәре) һәм конфедерациялар буйынса бүленеше күрһәтелгән, чемпион дәрәжәһе иҫәбе йондоҙҙар менән күрһәтелгән.

Европа (УЕФА) — 33 команда һәм 5 юҡҡа сыҡҡан

  •  Австрия
  •  Англия (*) — 1966 йылда үткәреүсе ил
  •  Бельгия
  •  Болгария
  •  Босния һәм Герцеговина
  •  Венгрия
  •  ГДР
  •  Германия (****) — 1974, 2006 йылдарҙа үткәреүсе ил[2]
  •  Греция
  •  Дания
  •  Израиль[3]
  •  Ирландия
  •  Исландия
  •  Испания (*) — 1982 йылда үткәреүсе ил, 2030 йылда икенсе ил менән бергә үткәреүсе ил
  •  Италия (****) — 1934, 1990 йылдарҙа үткәреүсе ил
  •  Нидерланд
  •  Норвегия
  •  Польша
  •  Португалия — 2030 йылда икенсе ил менән бергә үткәреүсе ил
  •  Рәсәй — 2018 йылда үткәреүсе ил
  •  Румыния
  •  Төньяҡ Ирландия
  •  Сербия
  •  Сербия һәм Черногория[4]
  •  Словакия
  •  Словения
  •  СССР
  •  Төркиә
  •  Украина
  •  Уэльс
  •  Франция (**) — 1938, 1998 йылдаҙа үткәреүсе ил
  •  Хорватия
  •  Чехия
  •  Чехословакия
  •  Швейцария — 1954 йылда үткәреүсе ил
  •  Швеция — 1958 йылда үткәреүсе ил
  •  Шотландия
  •  Югославия

Африка (КАФ) — 13 команда

  • Алжир
  •  Ангола
  •  Гана
  •  Конго Демократик Республикаһы[5]
  •  Мысыр
  •  Камерун
  •  Кот-д’Ивуар
  •  Марокко — 2030 йылда икенсе ил менән бергә үткәреүсе ил
  •  Нигерия
  •  Сенегал
  •  Того
  •  Тунис
  •  Көньяҡ Африка Республикаһы — 2010 йылда үткәреүсе ил

Азия (АФК) — 12 команда

  •  Австралия[6]
  •  Индонезия[7]
  •  Ираҡ
  •  Иран
  •  Катар — 2022 йылда үткәреүсе ил
  •  Ҡытай
  •  Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы
  • Күвейт
  • БҒӘ
  •  Сәғүд Ғәрәбстаны
  •  Корея Республикаһы — 2002 йылда икенсе ил менән бергә үткәреүсе ил
  •  Япония — 2002 йылда икенсе ил менән бергә үткәреүсе ил

Төньяҡ Америка (КОНКАКАФ) — 11 команда

  •  Гаити
  •  Гондурас
  •  Канада — 2026 йылда икенсе ил менән бергә үткәреүсе ил
  •  Коста-Рика
  •  Куба
  •  Мексика — 1970, 1986 йылдарҙа үткәреүсе ил, 2026 йылда икенсе ил менән бергә үткәреүсе ил
  •  Панама
  •  Сальвадор
  •  АҠШ — 1994 йылда үткәреүсе ил, 2026 йылда икенсе ил менән бергә үткәреүсе ил
  •  Тринидад һәм Тобаго
  •  Ямайка

Көньяҡ Америка (КОНМЕБОЛ) — 9 команда

  •  Аргентина (***) — 1978 йылда үткәреүсе ил, 2030йылда бер матч
  •  Боливия
  •  Бразилия (*****) — 1950, 2014 йылдарҙа үткәреүсе ил
  •  Колумбия
  •  Парагвай — 2030 йылда бер матч
  •  Перу
  •  Уругвай (**) — 1930 йылда үткәреүсе ил, 2030 йылда бер матч
  •  Чили — 1962 йылда үткәреүсе ил
  •  Эквадор

Океания (ОФК) — 1 команда

  •  Яңы Зеландия

Һөҙөмтәләр

Футбол буйынса бөтә донъя чемпионаттары

ЙылҮткәрелеү
урыны
ФиналсыларЯрымфиналсылар
ЧемпионИҫәп2-се урын3-сө урынИҫәп4-се урын
1930  Уругвай
Уругвай
4:2
Аргентина

АҠШ
(1)
Югославия
1934  Италия короллеге
Италия
2:1
өҫтәлмә ваҡыт

Чехословакия

Германия
3:2
Австрия
1938  Франция
Италия
4:2
Венгрия

Бразилия
4:2
Швеция
1942Икенсе донъя һуғышы арҡаһында үткәрелмәй
1946Икенсе донъя һуғышы эҙемтәләре арҡаһында үткәрелмәй
1950  Бразилия
Уругвай
2:1(2)
Бразилия

Швеция
3:1(2)
Испания
1954  Швейцария
ФРГ
3:2
Венгрия

Австрия
3:1
Уругвай
1958  Швеция
Бразилия
5:2
Швеция

Франция
6:3
ФРГ
1962  Чили
Бразилия
3:1
Чехословакия

Чили
1:0
Югославия
1966  Англия
Англия
4:2
өҫтәлмә ваҡыт

ФРГ

Португалия
2:1
СССР
1970  Мексика
Бразилия
4:1
Италия

ФРГ
1:0
Уругвай
1974  ФРГ
ФРГ
2:1
Нидерланд

Польша
1:0
Бразилия
1978  Аргентина
Аргентина
3:1
өҫтәмә ваҡыт

Нидерланд

Бразилия
2:1
Италия
1982  Испания
Италия
3:1
ФРГ

Польша
3:2
Франция
1986  Мексика
Аргентина
3:2
ФРГ

Франция
4:2
өҫтәмә ваҡыт

Бельгия
1990  Италия
ФРГ
1:0
Аргентина

Италия
2:1
Англия
1994  АҠШ
Бразилия
0:0
(3:2 пен)

Италия

Швеция
4:0
Болгария
1998  Франция
Франция
3:0
Бразилия

Хорватия
2:1
Нидерланд
2002  Корея Республикаһы
 Япония

Бразилия
2:0
Германия

Төркиә
3:2

Корея Республикаһы

2006  Германия
Италия
1:1
(5:3 пен)

Франция

Германия
3:1
Португалия
2010  КАР
Испания
1:0
өҫтәлмә ваҡыт

Нидерланд

Германия
3:2
Уругвай
2014  Бразилия
Германия
1:0
өҫтәлмә ваҡыт

Аргентина

Нидерланд
3:0
Бразилия
2018  Рәсәй Федерацияһы
Франция
4:2
Хорватия

Бельгия
2:0
Англия
2022  Катар
Аргентина
3:3
(4:2 пен)

Франция

Хорватия
2:1
Марокко
2026  Канада
 Мексика
 АҠШ
2030  Испания
 Португалия
 Марокко
 Уругвай
 Аргентина
 Парагвай
2034  Сәғүд Ғәрәбстаны
1 — 1930 йылда өсөнсө урын өсөн матч үткәрелмәй. Югославия һәм АҠШ ярымфиналда Уругвай һәм Аргентинанан бер үк 6-1 иҫәбе менән еңелә. Әммә ФИФА бөтә чемпионатта сығыш яһау һөҙөмтәләре буйынса АҠШ йыйылма командаһына өсөнсө урын, ә Югославия йыйылма командаһын дүртенсе урын тапшыра.
2 — 1950 йылда рәсми финал матчы үткәрелмәй, сөнки тәүге урындарҙың яҙмышы дүрт команданың һуңғы төркөм этабында хәл ителә. Әммә Уругвай һәм Бразилия йыйылма командалары араһындағы һуңғы раунд матчы ысынбарлыҡта финал булып сыға, сөнки нәҡ был уйында 2:1 иҫәбе менән еңеп, Уругвай финал төркөмөндә беренсе урын ала һәм чемпион титулын яулай. Швеция менән Испания араһындағы матчта шведтар 3:1 иҫәбе менән еңә һәм өсөнсө урынға сыға.

Донъя чемпионаттары тарихында иң яҡшы бомбардирҙар

Түңәрәк йәйәләрҙә уйынсы уйнаған, әммә туп индермәгән, квадрат йәйә менән уйынсы составта булған, әммә майҙанға сыҡмаған турнирҙар күрһәтелгән.

Мирослав Клозе — донъя чемпионаттары тарихында иң яҡшы бомбардир (16)
ФутболсыКомандаГолдарМатчтарУртасаТурнирҙар
1Мирослав Клозе  Германия16240,672002, 2006, 2010, 2014
2Роналдо  Бразилия15190,79[1994], 1998, 2002, 2006
3Герд Мюллер  ФРГ14131,081970, 1974
4Жюст Фонтен  Франция1362,171958
Лионель Месси  Аргентина260,502006, (2010), 2014, 2018, 2022
6Пеле  Бразилия12140,861958, 1962, 1966, 1970
Килиан Мбаппе  Франция140,862018, 2022
8Шандор Кочиш  Венгрия1152,201954
Юрген Клинсман  ФРГ
 Германия
170,651990, 1994, 1998
10Хельмут Ран  ФРГ10101,001954, 1958
Гари Линекер  Англия120,831986, 1990
Габриэль Батистута  Аргентина120,831994, 1998, 2002
Теофило Кубильяс  Перу130,771970, 1978, (1982)
Томас Мюллер  Германия190,532010, 2014, (2018), (2022)
Гжегож Лято  Польша200,501974, 1978, 1982

Донъя чемпионаттары финал уйындарының иң яҡшы бомбардирҙары

4 туп
  • Килиан Мбаппе (2018 — 1, 2022 — 3)
3 мяча
2 мяча
  • Джино Колаусси (1938 — 2)
  • Сильвио Пиола (1938 — 2)
  • Хельмут Ран (1954 — 2)
  • Пауль Брайтнер (1974, 1982)
  • Марио Кемпес (1978 — 2)
  • Роналдо (2002 — 2)
  • Лионель Месси (2022 — 2)

Уйналған матчтар һаны буйынса лидерҙар

Лионель Месси — 26 матчта уйнаусы
2022-12-18 торошло
ФутболсыКомандаМатчтарТурнирҙар
1Лионель Месси  Аргентина262006, 2010, 2014, 2018, 2022
2Лотар Маттеус  ФРГ
 Германия
251982, 1986, 1990, 1994, 1998
3Мирослав Клозе  Германия242002, 2006, 2010, 2014
4Паоло Мальдини  Италия231990, 1994, 1998, 2002
5Криштиану Роналду  Португалия222006, 2010, 2014, 2018, 2022
6Уве Зеелер  ФРГ211958, 1962, 1966, 1970
Владислав Жмуда  Польша1974, 1978, 1982, 1986
Диего Марадона  Аргентина1982, 1986, 1990, 1994
9Гжегож Лято  Польша201974, 1978, 1982
Кафу  Бразилия1994, 1998, 2002, 2006
Филипп Лам  Германия2006, 2010, 2014
Бастиан Швайнштайгер  Германия2006, 2010, 2014
Хавьер Маскерано  Аргентина2006, 2010, 2014, 2018

Йыйылма команда сығыштары статистикаһы

Түбәндә ярымфиналға сыҡҡан командалар статистикаһы килтерелә. Олимпия турниры сиктәрендә футбол буйынса ярыштары 1924 һәм 1928 йылдарҙа үткәрелгән тәүге ике донъя чемпионаты иҫәпкә алынмай.

Командачемпион
титулдары
Донъя чемпионы
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
2-се урын
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
3-сө урын
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
4-се урын¹
(* — донъя чемпионаты хужаларын)
 Бразилия51958, 1962, 1970, 1994, 20022 (1950*, 1998)2 (1938, 1978)2 (1974, 2014*)
 Германия41954, 1974*, 1990, 20144 (1966, 1982, 1986, 2002)4 (1934, 1970, 2006*, 2010)1 (1958)
 Италия1934*, 1938, 1982, 20062 (1970, 1994)1 (1990*)1 (1978)
 Аргентина31978*, 1986, 20223 (1930, 1990, 2014)
 Франция21998*, 20182 (2006, 2022)2 (1958, 1986)1 (1982)
 Уругвай1930*, 1950--3 (1954, 1970, 2010)
 Англия11966*--2 (1990, 2018)
 Испания2010--1 (1950)
 Нидерланд--3 (1974, 1978, 2010)1 (2014)1 (1998)
 Чехословакия--2 (1934, 1962)--
 Венгрия--2 (1938, 1954)--
 Швеция--1 (1958*)2 (1950, 1994)1 (1938)
 Хорватия--1 (2018)2 (1998, 2022)-
 Польша---2 (1974, 1982)-
 Австрия---1 (1954)1 (1934)
 Португалия---1 (1966)1 (2006)
 Бельгия---1 (2018)1 (1986)
 АҠШ---1 (1930)-
 Чили---1 (1962*)-
 Төркиә---1 (2002)-
 Югославия----2 (1930, 1962)
 СССР----1 (1966)
 Болгария----1 (1994)
 Корея Республикаһы----1 (2002*)
 Марокко----1 (2022)

¹ 1930 йылда — ярымфиналсылар

Донъя кубогын яулаған һигеҙ команданың 6-һы турнир хужалары булараҡ быға еңә. Донъя чемпионатында еңгән, әммә үҙ илендә уңышҡа өлгәшмәгән йыйылмалар — Бразилия, ул 1950 йылда Уругвай йыйылмаһынан, ә 2014 йылда — Германия йыйылмаһынан ярымфиналында еңелә, шулай уҡ был иҫәпкә Испания ла инә. Англия йыйылма командаһы чемпион титулына тик «өйҙәге» донъя чемпионатында ғына өлгәшә. Чемпион булмаған башҡа командалар йыш ҡына «өйөндәге» чемпионаттарҙа тарихтағы иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә (Швеция 1958 йылда — 2-се урын, Чили 1962 йылда — 3-сө урын, Мексика 1970 һәм 1986 йылдарҙа — сирекфинал, 2002 йылда Корея һәм Япония Республикаһы — 4-се урын һәм 1/8 финал, Рәсәй 2018 йылда — сирекфиналда; Швейцария 1954 йылда үҙенең иң яҡшы һөҙөмтәһен ҡабатлай — 1/4 финал; 1938 йылда Францияның 1/4 финалы һәм 1950 йылда Бразилияның икенсе урыны ла шул ваҡыттағы иң яҡшы һөҙөмтә була).

Донъя чемпионаттарында ҡатнашыу

Донъя чемпионаттарының финал турнирҙарында бөтәһе 78 илдең йыйылмаһы ҡатнаша. Түбәндә донъя чемпионатының финал өлөшөнә иң күп сығыш яһаусы командалар һанап үтелә:

Чемпионатта
ҡатнашыуҙар
Йыйылма
22  Бразилия
20  Германия
18  Италия
 Аргентина
17  Мексика
16  Англия
 Франция
 Испания
14  Уругвай
 Бельгия
  • Бразилия һәм Германия һайлап алыу турнирҙарының береһендә лә еңелмәй (Германия чемпионатта ике тапҡыр, 1930 һәм 1950 йылдарҙа ҡатнашмай). Италия ике, Аргентина бер һайлап алыу турнирында еңелә (Италия өс, Аргентина дүрт чемпионатта ҡатнашмай).

Чемпионат үткәреү урынын һайлау

ЧемпионатОйоштороусы илҮткәреү датаһы һәм урыныКандидаттар[8]
1930  Уругвай18 май 1929, Барселона  Венгрия,  Италия,  Испания,  Нидерланд, Швеция
1934  Италия9 октябрь 1932, Стокгольм  Швеция
1938  Франция13 август 1936, Берлин  Аргентина,  Өсөнсө рейх
1942[9]Турнир үткәрелмәй  Аргентина,  Бразилия,  Өсөнсө рейх
1946[10]-
1950  Бразилия26 июль 1946, Люксембург-
1954  Швейцария
1958  Швеция23 июнь 1950, Рио-де-Жанейро
1962  Чили10 июнь 1956, Лиссабон  Аргентина,  ФРГ
1966  Англия22 август 1960, Рим  ФРГ,  Испания
1970  Мексика8 октябрь 1964, Токио  Аргентина
1974  ФРГ6 июль 1966, Лондон  Испания
1978  Аргентина  Мексика
1982  Испания  ФРГ
1986  Колумбия[11]9 июнь 1974, Стокгольм-
 Мексика20 май 1983, Цюрих  Канада,  АҠШ
1990  Италия19 май 1984, Цюрих  СССР,  Англия,  Греция
1994  АҠШ4 июль 1988, Цюрих  Бразилия,  Марокко
1998  Франция1 июль 1992, Цюрих  Марокко,  Швейцария
2002  Корея Республикаһы/  Япония31 мая 1996, Цюрих  Мексика
2006  Германия7 июль 2000, Цюрих  Англия,  Марокко,  КАР,  Бразилия
2010  КАР15 май 2004, Цюрих  Мысыр,  Марокко,  Ливия/  Тунис
2014  Бразилия30 октябрь 2007-
2018  Рәсәй Федерацияһы2 декабрь 2010, Цюрих  Англия,  Бельгия/  Нидерланд,  Испания/  Португалия,  Австралия,  Мексика,  АҠШ,  Япония
2022  Катар  Австралия,  АҠШ,  Корея Республикаһы,  Япония,  Англия,  Бельгия/  Нидерланд,  Индонезия,  Испания/  Португалия,  Мексика,  Рәсәй Федерацияһы
2026  Канада/  Мексика/  АҠШ13 июнь 2018, Мәскәү  Марокко
2030Основные:  Испания/  Португалия/  Марокко
Почётные:  Уругвай/  Аргентина/  Парагвай
4 октябрь 2023  Чили,  Украина,  Греция/  Мысыр/  Сәғүд Ғәрәбстаны
2034  Сәғүд Ғәрәбстаны31 октября 2023  Ҡытай,  Индонезия/  Малайзия/  Сингапур/  Таиланд/  Вьетнам,  Австралия,  Зимбабве,  Мысыр,  Нигерия,  Үзбәкстан,  Ҡаҙағстан
2038  Ҡытай,  Гана

Әлеге ваҡытта киләһе донъя чемпионатын үткәреү урынын ФИФА Башҡарма комитеты ағзаларытауыш биреү юлы менән турнирға тиклем кәмендә 6 йыл ҡалғас билдәләй. 2010 йылғы донъя чемпионатын үткәреү урыны 2004 йылда, 2007 йылда 2014 йылғы донъя чемпионатын, 2018 һәм 2022 йылғы донъя чемпионаттарын үткәреүселәре асыҡлана.

1930 йылдан алып 1998 йылға тиклем бөтә донъя чемпионаттары йә Европала, йә Америкала үтә. 1934—1938 һәм 1954—1958 йылдарҙа Европала чемпионат рәттән уҙа. 1958 йылдан һуң ярышты сиратлап: бер чемпионатты Европала, икенсеһен Америкала үткәрергә ҡарар ителә.

1982 йылда донъя чемпионаты Испанияла үткәрелә, шул ваҡыттан алып футбол мөхитендә, ниндәй илдә үтеүенә ҡарамаҫтан[12], был турнирҙы ҡайһы берҙә испанса «мундиаль» тип атайҙар (был һүҙ «донъя, донъя чемпионаты» тигәнде аңлата).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары