Прометий

Прометий (лат. Prometium, Pm) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор элементы. Тәртип номеры - 61.Лантаноид. Тәбиғәттә осрамай тиерлек, сөнки ундағы барлыҡ изотоптар радиоактивлы. Тәүге тапҡыр яһалма рәүештә 1945 йылда алынған. Иң оҙаҡ тора торған изотобы — прометий-145, ярым тарҡалыш осоро 18 йыл була.

Прометий
Кем хөрмәтенә аталғанПрометей
АлдағыНеодим
Асыусы йәки уйлап табыусыДжейкоб Маринский[d][1], Lawrence E. Glendenin[d][1] һәм Charles D. Coryell[d][1]
Асыу датаһы1945[1]
Табылыу урыныОк-Риджская национальная лаборатория[d][1]
Элемент символыPm[2]
Химик формулаPm[3]
Каноническая формула SMILES[Pm][3]
Атом һаны61[4]
Электр кирелеге1,13
Ионный радиус0,97 ангстрем[5] һәм 1,09 ангстрем[5]
Әселәнеү дәрәжәһе2 һәм 3
Вики-проектWikiProject Elements[d]
Связанное изображение
 Прометий Викимилектә

Символы

Прометий элементының символы - Pm (Прометий тип уҡыла).

Тарихы

Прометий, ҡыҫҡа ваҡытлы радиоактив элемент булараҡ, тәбиғәттә бик аҙ күләмдә осрай (баһалауҙар буйынса, ул Ер ҡабығында бер нисә йөҙ грамм) һәм күп тикшеренеүселәрҙең тырышлығына ла ҡарамаҫтан, аналитик рәүештә табыла алмай.

Прометий 1945 йылда америка химигы Д. Маринский, Л. Гленденин һәм Ч. Кориэлл прометийҙы урандан ион алмашлы ыҫмала ярҙамында бүлеп сығарған

1947 йылда, прометийҙың химик үҙенсәлектәрен тикшереү үткәргәс, яңы элемент барлығы иҫбатлана[6].

Исеменең килеп сығышы

Мифик герой - ут урлап, уны кешеләргә тапшырған титан Прометей исеменән алып ҡушылған.

1950 йылда IUPAC Атом үлсәүе буйынса комиссия 61-се элементҡа прометий исеме бирә, бөтә иҫке — иллиний, флоренций, прометей һәм циклоний — кире ҡағыла.

Сығарып алыу

Металлик прометийҙы PmF3 металлотермия ысулы менән алалар.147Pm атом реакторҙарында барлыҡҡа килә торған төрлө радиоактив изотоп элементтар ҡатнашмаһынан айырып алына.

Ҡулланылышы

Радиолюминофорҙарға өҫтәмә булараҡ ҡулланыла, прометий уларҙы β-нурланыштан яҡтыртырға мәжбүр итә. Шул уҡ ваҡытта, α-нурланышҡа нигеҙләнгән матдәләрҙән айырмалы булараҡ, ул радиолюминофорҙарҙың тиҙ туҙыуына килтермәй[7].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Прометий// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 21-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары