Азия уйындары

Ҡалып:Нет карточки

Азия уйындары эмблемаһы

Азия уйындары (шулай уҡ азиада тип тә йөрөтөлә) — Азияның бөтә илдәре атлеттары араһында 1951 йылдан башлап дүрт йыл һайын үткәрелә торған спорт ярышы. Уйындар Халыҡ-ара Олимпия комитеты күҙәтеүе аҫтында үтә. Миҙалдар һәр спорт төрөндә бирелә: беренсе урын өсөн — алтын, икенсегә — көмөш, өсөнсөгә — бронза.

Ярышты үҙ иленән вәкәләтлек иткән Милли Олимпия комитеты башлай. Дәүләт флагы һәм гимны наградалар тапшырыу тантанаһын оҙата. Һәр ил отҡан миҙалдар һанын күрһәтеп торған таблицалар файҙаланыла. Тик танылған дәүләттәр генә сығыш яһай, шулай ҙа ҡайһы бер суверенһыҙ дәүләттәр ҙә ҡатнашҡылай. Тайвань «Ҡытай Тайбэйы» булараҡ сығыш яһай.

Ун бишенсе йәйге уйындар Дохала — Катар баш ҡалаһында 2006 йылдың 1— 15 декабрендә үтте. Ун алтынсы йәйге уйындар Ҡытайҙа, Гуанчжоуҙа, 2010 йылдың 12—27 ноябрендә булды.

Ун етенсе уйындар Көньяҡ Кореяла, Инчхонда, 2014 йылдың 19 сентябренән 4 октябренә тиклем барҙы.

Тарихы

Алыҫ Көнсығыш Уйындары-Чемпионат

Азия уйындары бәләкәй спорт ярышынан башлана. Алыҫ Көнсығыш уйындары-чемпионат өс ил: Япон империяһы, Филиппин һәм Ҡытай Республикаһы араһында берҙәмлекте һәм хеҙмәттәшлекте күрһәтеү өсөн ойошторола. Беренсе уйын Манилала 1913 йылда үткәрелә. Башҡа Азия илдәре һуңынан ҡушыла. Был уйындар 1938 йылда, Япония Ҡытайға бәреп ингәс һәм Тымыҡ океан төбәгендә экспансия башлағас өҙөлә.

Азия уйындарының барлыҡҡа килеүе

Икенсе донъя һуғышынан һуң Азияның бер нисә иле бойондороҡһоҙлоҡ ала. Яңы илдәрҙең күпселеге үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу өсөн ярыштарҙың яңы төрөн индерергә була. 1948 йылдың авгусында Лондондағы Ун дүртенсе Олимпия уйындары барышында Һиндостан Олимпия комитеты Азия спорт командалары башлыҡтарына Азия уйындары үткәреү идеяһы тураһында фекер алышырға тәҡдим итә. Улар "Азия Атлеттар Федерацияһы"н ойошторорға ҡарар итә. 1949 йылдың февралендә ул рәсми ойошторола һәм «Азия уйындары федерацияһы» тип атала. Беренсе Азия уйындарын Нью-Делиҙа үткәрергә булалар.

Федерацияны үҙгәртеү

1962 йылда Федерацияла Тайвань менән Израилде ҡабул итеү буйынса фекерҙәр төрлөлөгө килеп тыуа. Уйынды ҡабул итеүсе Индонезия был илдәрҙе Федерацияға индереүгә ҡаршы була.1970 й. Көньяҡ Корея Төньяҡ Корея яғынан килеп тыуған хәүеф арҡаһында уйынды үткәрә алмай, уйын Бангкокта — Таиланд баш ҡалаһында — Корея сараларын ҡулланып үткәрелә. 1973 й. АҠШ менән ҡайһы бер илдәрҙең Тайванде таныуы һәм Израилдәге Ғәрәп милли оппозицияһы арҡаһында фекер айырымлыҡтары килеп сыға. 1977 йылда Пакистан Бангладеш һәм Һиндостан менән конфликт арҡаһында уйынды үткәрә алмай. Уйын тағы Бангкокка күсерелә.Был ваҡиғаларҙан һуң Азияның Милли Олимпия комитеттары Азия уйындары Федерацияһының уставын үҙгәртергә була. Азияның Олимпия советы тигән яңы берекмә ойошторола. Был совет 1986 йылдан бирле уйындарҙы күҙәтеү аҫтында тота.

Тайвань ҡабул ителә, ләкин Азияның Олимпия советы уны, Халыҡ-ара олимпия комитеты стандарттарына ярашлы, «Ҡытай (Тайбэй)» тип атай. Израиль сығарыла һәм Европа ярыштарына индерелә.

Киңәйеү

1994 йыл уйындарына, ҡайһы бер илдәрҙең ҡаршы төшөүенә ҡарамаҫтан, АОС элекке совет республикаларын — Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан һәм Тажикстанды — саҡыра.

2006 йылда Австралияны АОС-ҡа алыуҙан баш тарталар.

2010 йылда Азия уйындарына тәү башлап крикет индерелә.

Йәйге Азия уйындары исемлеге

2014 йылға тиклем Азия уйындарын ҡабул иткән илдәр.Ҡыҙыл нөктәләр Уйын булған ҡалаларҙы күрһәтә
Японияның 1958 йылғы Азия уйындарына бағышланған маркаһы
ЙылҺанУрынДатаИлдәр
1951I Нью-Дели, Һиндостан4—11 март11
1954II Манила, Филиппин1—9 май19
1958III Токио, Япония24 май — 1 июнь16
1962IV Джакарта, Индонезия24 август — 4 сентябрь12
1966V Бангкок, Таиланд9—20 декабрь16
1970VI[1] Бангкок, Таиланд (2)9—20 декабрь16
1974VII Теһран, Иран1—16 сентябрь19
1978VIII[2] Бангкок, Таиланд (3)9—20 декабрь19
1982IX Нью-Дели, Һиндостан (2)19 ноябрь — 4 декабрь23
1986X Сеул, Корея Республикаһы20 сентябрь — 5 октябрь23
1990XI Пекин, Ҡытай22 сентябрь — 7 октябрь36
1994XII Хиросима, Япония2—16 октябрь42
1998XIII Бангкок, Таиланд (4)6—20 декабрь41
2002XIV Пусан, Корея Республикаһы29 сентябрь — 14 октябрь44
2006XV Доха, Катар1—15 декабрь45
2010XVI Гуанчжоу, Ҡытай12—27 ноябрь45
2014XVII Инчхон, Корея Республикаһы19 сентябрь — 4 октябрь
2018XVIII Джакарта, Индонезияноябрь
2023XIX

Дөйөм миҙалдар иҫәбе

 Место  Ил АлтынКөмөшБронзаБөтәһе
1  ҠХР1,3429006532,895
2  Япония9579809132,850
3  Корея Республикаһы6966067612,063
4  Иран159161175495
5  Ҡаҙағстан140141200481
6  Һиндостан139178285602
7  Таиланд121159233513
8  КХДР98132166396
9Ҡалып:TPE82125255452
10  Филиппин63112215390
11  Үзбәкстан6396114273
12Ҡалып:INA6095203358
13  Малайзия5688132276
14  Пакистан446393200
15  Сингапур3755101193
Total4,3134,2955,13613,744

Спорт төрҙәре исемлеге

  • Академик ишеү — 1982 йылдан
  • Бадминтон — 1962 йылдан
  • Баскетбол — һәр ваҡыт
  • Бейсбол — 1994 йылдан
  • Бильярд — 1998 йылдан
  • Бодибилдинг — 2002—2006 йылдар
  • Бокс — 1954 йылдан
  • Көрәш — 1954 йылдан
  • Боулинг — 1978 йыл, 1986 йылдан
  • Һыуҙағы поло
  • Велоспорт — 1951 йыл, 1958 йылдан
  • Волейбол — 1958 йылдан
  • Гандбол — 1982 йылдан
  • Гимнастика — 1974 йылдан
  • Гольф — 1982 йылдан
  • Байдаркала һәм каноэла ишеү — 1990 йылдан
  • Дзюдо — 1986 йылдан
  • Кабадди — 1990 йылдан
  • Карате — 1994 йылдан
  • Ат спорты — 1982—1986 йылдар, 1994 йылдан
  • Крикет — 2010 йылдан
  • Еңел атлетика — һәр ваҡыт
  • Өҫтәл теннисы — 1958—1966 йылдар, 1974 йылдан
  • Елкәнле спорт — 1970 йыл, 1978 йылдан
  • Йөҙөү — һәр ваҡыт
  • Регби-7 — 1998 йылдан
  • Самбо — 2014 йылдан
  • Сепактакрау — 1990 йылдан
  • Сквош — 1998 йылдан
  • Хәҙерге заман бишбәйгеһе — 1994 йыл, 2002 йыл
  • Софтбол — 1990 йылдан
  • Софт-теннис — 1994 йылдан
  • Спорт бейеүе — 2010 йылдан
  • Йәйәнән атыу — 1978 йылдан
  • Атыу — 1954 йылдан
  • Теннис — 1958—1966 йылдар, 1974 йылдан
  • Триатлон — 2006 йылдан
  • Тэквондо — 1986 йылдан
  • Ауыр атлетика — 1951—1958 йылдар, 1966 йылдан
  • Ушу — 1990 йылдан
  • Фехтование — 1974—1978 йылдар, 1986 йылдан
  • Футбол — һәр ваҡыт
  • Үләндәге хоккей — 1958 йылдан
  • Шахмат — 2006 йылдан

Башҡа Азия уйындары

Төп Азия уйындарынан тыш, шулай уҡ Ҡышҡы Азия уйындары (1986 йылдан), Биналағы Азия уйындары (2005 йылдан таҡ йылдарҙа), Пляждағы Азия уйындары (2008 йылдан йоп йылдарҙа), шулай уҡ төбәк (Үҙәк Азия, Көнсығыш Азия, Көньяҡ Азия, Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм Көнбайыш Азия) уйындары үткәрелә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары