Бурдж-Хәлифә

«Бурдж-Хәлифә»ғәр. برج خليفة‎» — «Хәлиф башняһы», 2010 йылда «Бурдж Дубай» исеме бирелә) — Дубайҙа 828 метр бейеклегендәге бейек йорт, донъяла иң бейек бина. Формаһы менән сталагмитты хәтерләтә. Тантаналы асыу 2010 йылдың 4 ғинуарында үтә[1].

«Бурдж-Халифа»
Торған урыныФлагификация/флагификация Флаг ОАЭ, Дубай
Төҙөлөш21 сентябрь 20044 ғинуар 2010
бейеклек
Антенна / осло ҡыйыҡ828 м
Түбә~643,3 м
Масса 500 000 тонна
Өҫкө ҡат~624 м
Техник параметрлар
Ҡат һаны163
Бина эсендә майҙан344 000 м²
АрхитекторыSkidmore, Owings and Merrill

Мәғлүмәт һәм фото Emporis

SkyscraperPage бит

«Бурдж-Халифа» Викиһаҡлағыста

Бина үҙенселектәре

Үтә бейек йортто төҙөү 2004 йылда башлана һәм аҙнаһына 1-2 ҡат төҙөлә. Төҙөлөшкә көн һайын 12 000 эшсе йәлеп ителә[2]. Уны төҙөү өсөн 320 мең кубометр бетон һәм 60 мең тоннанан артыҡ ҡорос арматура китә. Бетон эштәре 160 -сы ҡатта туҡтатыла, артабан 180 метрлы шпильдең металл конструкцияһын йыйыу башлана.Елдән һелкенеүҙе кәметеү өсөн бина формаһы асимметриялы[3]. Бина эсендә кондиционерҙар ҡулланыу кәрәклеген кәметеү һәм йылынмаһын өсөн тоноҡландырылған быяла термопанельдәр ҡулланылған (Дубай һауа температураһы 50 °C-тан юғарыраҡ була).

Нью-Йорк үтә бейек йорттарынан айырмалы булараҡ Бурдж-Хәлифә ҡая грунтына беркетелмәген. Бинаның нигеҙендә 45 м 1,5 м диаметрлы эленмәле свайҙар ҡулланылған. Барлығы 200 свай[3].

Төрлө сығанаҡтарҙа бинала донъяла 18 м/с тиҙлек менән иң тиҙ йөрөүсе лифт тип телгә алалар, әммә бинаның рәсми сайтында һәм лифтты этештереүсе сайтында лифт тиҙлеге 10 м/с тип бирелә. Ысынында иһә иң тиҙ йөрөүсе лифттар Тайбэй 101 үтә бейек йортонда, уларҙың тиҙлеге — 16,83 м/с.

Рекордтар

  • Донъяла иң бейектәге мәсет урынлашҡан[4], 158-се ҡатта.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Тышҡы һылтанмалар



🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары