Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
13 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 256-сы (кәбисә йылында 257-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 109 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Халыҡ-ара
- Ер: Пеницилиндың тыуған көнө.
- Милли
Төбәк байрамдары
- Һөнәри
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарсығанаҡты үҙгәртеү
- Дмитриев Юрий Иосифович (1915—26.01.1995), конструктор. 1956—1985 йылдарҙа Өфө агрегат производство берекмәһе «Гидромеханика» тәжрибә конструкторлыҡ бюроһының баш конструкторы. Почётлы авиатөҙөүсе (1979). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), «Почёт Билдәһе» (1956) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Иркутск өлкәһенең Залари ауылынан.
- Зефиров Николай Серафимович (1935—28.04.2017), ғалим-химик-органик. 1958 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1993 йылдан органик химия кафедраһы мөдире. 1987 йылдан СССР Фәндәр академияһы академигы, 1991 йылдан хәҙерге Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991), химия фәндәре докторы (1965), профессор (1971). «Почёт Билдәһе» (1985), Почёт (2001) һәм Дуҫлыҡ (1995) ордендары кавалеры. Сығышы менән Ярославль ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарсығанаҡты үҙгәртеү
тулы исемлек
- Кравчук Игорь Александрович (1966), спортсы, СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Шайбалы хоккей буйынса СССР-ҙың халыҡ‑ара класлы (1987) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (1988). Почёт ордены кавалеры (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Гладышева Светлана Алексеевна (1971), спортсы, йәмәғәтсе. Тау саңғыһы спорты буйынса 1987 йылдан СССР-ҙың, 1992 йылдан БДБ, 1993—1998 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 2010—2014 йылдарҙа Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1992, 1994, 1998). Тау саңғыһы спорты буйынса СССР ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1990), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1994). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Почёт (2014), Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (1994) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарсығанаҡты үҙгәртеү
тулы исемлек
- Феофилактов Владимир Иванович (1937, ғалим-инженер-механик. 1959 йылдан «Академик В. П. Макеев исемендәге конструкторлыҡ бюроһы» дәүләт ракета үҙәге хеҙмәткәре, 1970 йылдан бүлек начальнигы, 1986 йылдан — генераль конструктор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1988—2000 йылдарҙа Өфө авиация институтының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының Дәүләт ракета үҙәге ҡарамағындағы энергия ҡулайламалары кафедраһы мөдире; 1998 йылдан Мейәс машиналар эшләү заводының ғилми етәксеһе, 2003 йылдан — техник директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2000—2002 йылдарҙа «Конверсия—ТЭК« йәмғиәте президенты. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1994). СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1984). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971, 1978). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Динисламов Химмәт Нурислам улы (1942—11.1.2005), малсы, 1958—1970 йылдарҙа Әбйәлил районының «Заветы Ильича» колхозы мал ҡараусыһы, 1975—2002 йылдарҙа — һарыҡ көтөүсеһе. 2-се (1986) һәм 3-сө (1978) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Иҙәш Ҡусҡары ауылынан.
- Ишмияров Марат Хафиз улы (1947), ғалим-инженер-механик, иҡтисадсы. 1995—2005 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе генераль директорының иҡтисад мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, беренсе урынбаҫары, берекмәнең генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр кандидаты (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1999).
- Морозова Раиса Николаевна (1947), төҙөүсе. «Башкирразрезстрой» тресының Күмертау төҙөлөш-монтаж идаралығының элекке ташсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Ғәлиуллин Марс Рәсүл улы (1957), водитель. 1977 йылдан Әбйәлил районы предприятиелары, шул иҫәптән 1979—1991 йылдарҙа «Сельхозтехника» район берекмәһе водителе. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1984). КПСС Үҙәк Комитетының, СССР Министрҙар Советының, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1987). Сығышы менән ошо райондың Тал Ҡусҡары ауылынан.
- Мырҙабаева Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы (1957), ғалим-табип-педиатр, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1996 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; 1998—2007 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары, 1-се урынбаҫары; Рәсәй Федерацияһының бишенсе (2007—2011) һәм алтынсы (2011—2016) саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының президиум ағзаһы. Рәсәйҙең (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Ризуанова Гәлүсә Зәки ҡыҙы (1962), «Ағиҙел» халыҡ кәсептәре предприятиеһының техник әҙерләү һәм контроль бүлегенең элекке начальнигы, 2016 йылдан предприятиеның тәүге профсоюз ойошмаһы рәйесе, музей етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарсығанаҡты үҙгәртеү
тулы исемлек
- Семёнов Александр Сергеевич (1933—4.08.2023), педагог, йәмәғәтсе. 1959 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһы мәктәптәре һәм һөнәри-техник училищелары уҡытыусыһы, 1976—1998 йылдарҙа 48-се һөнәри училище директоры, 1998—2000 йылдарҙа ҡаланың ветерандар советы рәйесе, артабан — совет ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү уҡытыусыһы (1986), ҡаланың почётлы гражданы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Берёзовка ауылынан.
- Кодакова Наталья Васильевна (1938), педагог. 2000—2011 йылдарҙа Сибай ҡалаһы 12-се урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы, Хәрби дан музейын ойоштороусы һәм уның етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1983), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2010). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Мәмбәтов Рәфҡәт Әхмәтхан улы (1938—2018), механизатор. 1957—1995 йылдарҙа Хәйбулла районының «Маҡан» совхозы тракторсыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Баранова Людмила Фёдоровна (1948), педагог. Благовещен ҡалаһы 5-се урта мәктәбенең элекке уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Павлова Галина Михайловна (1948), педагог. 1972—2008 йылдарҙа Хәйбулла районы Өфө урта мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989). Сығышы менән хәҙерге Ҡырғыҙ Республикаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандарсығанаҡты үҙгәртеү
тулы исемлек
- 1935: Альберт Лиханов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, Рәсәй Балалар фонды президенты («Семейные обстоятельства», «Высшая мера»).
- 1951: Александр Розенбаум, СССР һәм Рәсәйҙең йырҙар авторы һәм уларҙы башҡарыусы, актёр һәм яҙыусы, Рәсәйҙең халыҡ артисы (2005).