Футбол буйынса донъя чемпионаты 2018

Футбол буйынса донъя чемпионаты 2018 (рус. Чемпионат мира по футболу 2018 года) — ФИФА-ның футбол буйынса 21-се донъя чемпионаты, уның йомғаҡлау өлөшө Рәсәйҙә[1] 2018 йылдың 14 июненән 15 июленә тиклем ойошторола[2]. Рәсәй үҙ тарихында донъя чемпионатын тәүге тапҡыр ҡабул итә, шулай уҡ чемпионат Көнсығыш Европала тәүге тапҡыр үтә[3]. Шулай уҡ ул тәүге тапҡыр донъяның ике өлөшөндә — Европала һәм Азияла уҙғарыла[4]. Турнир Рәсәйҙең 11 ҡалаһының 12 стадионында үтә[5]. Был донъя чемпионатында судьяларҙың видеоассистенты (VAR) беренсе тапҡыр ҡулланыла[6].

Футбол буйынса донъя чемпионаты 2018
Розыгрыш какого турнираФутбол буйынса донъя чемпионаты
Логотип
Рәсем
Квалифицирован длямужской футбол[d]
Спорт төрөФутбол
Дәүләт Рәсәй
УрынЛужники (стадион), Лукойл Арена[d], Газпром Арена[d], Ростех Арена[d], Ак Барс Арена[d], Нижний Новгород[d], "Һамар Арена", Волгоград Арена[d], Мордовия Арена[d], Ростов Арена, Фишт[d] һәм Центральный стадион[d]
Алдағычемпионат мира по футболу 2014[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсеЧемпионат мира по футболу 2022[d]
Номер издания21
Ваҡиға ваҡыты2018
Башланыу датаһы14 июнь 2018
Тамамланыу датаһы15 июль 2018
ОйоштороусыФИФА[d]
Персонаж-талисманЗабивака[d]
Ҡатнашыусылар һаны32
Команда-участницаСборная России по футболу на чемпионате мира 2018 года[d], Egypt at the 2018 FIFA World Cup‎[d], сборная Саудовской Аравии по футболу на чемпионате мира 2018 года[d], Uruguay at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Iran at the 2018 FIFA World Cup[d], Morocco at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Portugal at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Spain at the 2018 FIFA World Cup[d], Australia at the 2018 FIFA World Cup[d], Denmark at the 2018 FIFA World Cup[d], France at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Peru at the 2018 FIFA World Cup[d], Argentina at the 2018 FIFA World Cup[d], Croatia at the 2018 FIFA World Cup[d], Iceland at the 2018 FIFA World Cup[d], Nigeria at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Brazil at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Costa Rica at the 2018 FIFA World Cup[d], Serbia at the 2018 FIFA World Cup[d], Switzerland at the 2018 FIFA World Cup[d], Germany at the 2018 FIFA World Cup[d], Mexico at the 2018 FIFA World Cup[d], South Korea at the 2018 FIFA World Cup[d], Sweden at the 2018 FIFA World Cup[d], Belgium at the 2018 FIFA World Cup[d], England at the 2018 FIFA World Cup‎[d], Panama at the 2018 FIFA World Cup[d], Tunisia at the 2018 FIFA World Cup[d], Colombia at the 2018 FIFA World Cup[d], Japan at the 2018 FIFA World Cup[d], Poland at the 2018 FIFA World Cup[d] һәм Senegal at the 2018 FIFA World Cup‎[d]
ЕңеүсеФутбол буйынса Франция йыйылма командаһы
Статистика буйынса алдаГарри Кейн[d]
Финальная частьфинал чемпионата мира по футболу 2018[d]
Уйналған матчтар һаны64
Индерелгән голдар/йыйылған мәрәйҙәр һаны169
Рәсми сайтfifa.com/worldcup/archiv…
ҺештегWorldCupRussia2018
 Футбол буйынса донъя чемпионаты 2018 Викимилектә

Франция йыйылма командаһы, финал матчында Хорватия йыйылма командаһын 4:2 иҫәбе менән еңеп, үҙ тарихында икенсе тапҡыр чемпион була. Өсөнсө урын өсөн уйында Англия йыйылма командаһы, Бельгия йыйылма командаһын 2:0 иҫәбе менән еңеп, бронза миҙал яулай. Финал матчы 15 июлдә Мәскәүҙә «Лужники» стадионында үтә. Был Европа йыйылма командаһы рәттән 4 тапҡыр еңеү яулаған дүртенсе донъя чемпионаты була.

2018 йылда ФИФА Советы был чемпионатты «тарихта иң яҡшыһы» тип таный[7][8]. ФИФА-ның 2018 йылғы финанс отчетына ярашлы, чемпионат турнир үткәрелеү тарихында иң отошлоһо була һәм ойошмаға 5,357 миллиард доллар килем һәм 3,533 миллиард доллар саф килем килтерә[9]. Бойондороҡһоҙ эксперттар фекеренсә, Рәсәй стадиондары сит илдәрҙәге оҡшаш стадиондар менән сағыштырғанда 95,2 миллиард һумға ҡиммәтерәккә төшә[10].

Үткәрелеү урынын һайлау

Рәсәй делегацияһы тауыш биреү һөҙөмтәләре иғлан ителгәндән һуң. Алғы планда (һулдан уңға): Ринат Дасаев, Виталий Мутко, Андрей Аршавин, Игорь Шувалов, Вячеслав Колосков.

2009 йылдың 18 мартында ФИФА 2018/2022 донъя чемпионатын үткәреүгә 9 ғариза ҡабул ителеүе тураһында белдерә. Улар: Австралия, Англия, Индонезия, Мексика, Рәсәй, АҠШ, Япония, Португалия һәм Испания (берлектәге ғариза), Бельгия һәм Нидерланд (берлектәге ғариза). Бынан тыш, Корея Республикаһы һәм Катар 2022 йылғы донъя чемпионатын үткәреүсене һайлауҙа ғына ҡатнашыуҙары тураһында белдерә.

2010 йылдың 2 декабрендә Цюрихта донъя чемпионатын ҡабул итеүсе ил исеме иғлан ителә[11]. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй икенсе турҙа уҡ, яртыһынан күберәк тауыш йыйып, икенсе турҙа еңеү яулай[12]:

ҒаризаларБеренсе турИкенсе тур
Рәсәйя9
Испания / Португалия7
Нидерланд / Бельгия4
Англия

Рәсәйҙе 2018/2022 йылда футбол буйынса донъя чемпионатын үткәреү хоҡуғына дәғүә итеүсе ил итеп күрһәтеүҙе хуплаусы ойоштороу комитетын Игорь Шувалов етәкләй[13].

Һайлап алыу турниры

2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионатының һайлап алыу турнирына йәрәбә тартыу Санкт-Петербургтың Константиновский һарайында 2015 йылдың 25 июлендә үтә[14][15]. ФИФА-ның бөтә 208 ағзаһы ла (ҡабул итеүсе ил Рәсәйҙе иҫәпкә алмағанда) ҡатнашыуға ғариза бирә, турнирҙы 206 команда башлай.

Һайлап алыу һөҙөмтәһендә 31 команда квалификациялана, шул иҫәптән быға тиклем донъя чемпионаттарында еңгән 8 команданың 7-һе инә. Элекке донъя чемпиондарынан финал турнирына үтә алмаған берҙән-бер команда — Италия йыйылма командаһы. Алдағы ике чемпионатта бөтә 8 донъя чемпионы ла ҡатнаша. Донъя чемпионатында Исландия һәм Панама йыйылма командалары тәү тапҡыр ҡатнаша.

Финал турнирына үтеүселәр

ЙыйылмаСығыу юлыСығыу датаһыФинал
өлөшөндә
ҡатнашыу
РәттәнҺуңғы
ҡатнашыу
Яҡшы һөҙөмтә
РәсәйОйоштороусы2 декабрь 20104 (11)[16]22014Төркөм этабы (1994, 2002, 2014)
4-се урын (1966 — СССР)
 БразилияКОНМЕБОЛ, һайлап алыу раунды, 1-се урын28 март 201721Чемпион (1958, 1962, 1970, 1994, 2002)
ИранАФК, A төркөмө, 1-се урын12 июнь 201752Төркөм этабы (1978, 1998, 2006, 2014)
 ЯпонияАФК, B төркөмө, 1-се урын31 август 201761/8 финал (2002, 2010)
МексикаКОНКАКАФ, 5-се раунд, 1-се урын1 сентябрь 20171671/4 финал (1970, 1986)
БельгияУЕФА, H төркөмө, 1-се урын3 сентябрь 20171324-се урын (1986)
КореяАФК, A төркөмө, 2-се урын5 сентябрь 20171094-се урын (2002)
Сәғүд ҒәрәбстаныАФК, В төркөмө, 2-се урын5120061/8 финал (1994)
ГерманияУЕФА, C төркөмө, 1-се урын5 октябрь 20179 (19)[17]7 (17)2014Чемпион (2014)
Чемпион (1954, 1974, 1990 — ФРГ)
АнглияУЕФА, F төркөмө, 1-се урын156Чемпион (1966)
ИспанияУЕФА, G төркөмө, 1-се урын6 октябрь 201711Чемпион (2010)
НигерияКАФ, B төркөмө, 1-се урын7 октябрь 2017631/8 финал (1994, 1998, 2014)
Коста-РикаКОНКАКАФ, 5-се раунд, 2-се урын521/4 финал (2014)
ПольшаУЕФА, E төркөмө, 1-се урын8 октябрь 2017812006Бронза миҙал (1974, 1982)
ЕгипетКАФ, E төркөмө, 1-се урын8 октябрь 2017319901/8 финал (1934)[18]
Төркөм этабы (1990)
ИсландияУЕФА, I төркөмө, 1-се урын9 октябрь 20171дебют
СербияУЕФА, D төркөмө, 1-се урын2 (12)[19]12010Төркөм этабы (2010);
4-се урын (1930, 1962 — Югославия)
ПортугалияУЕФА, B төркөмө, 1-се урын10 октябрь 2017752014Бронза миҙал (1966)
ФранцияУЕФА, A төркөмө, 1-се урын156Чемпион (1998)
УругвайКОНМЕБОЛ, һайлап алыу раунд, 2-се урын11 октябрь 2017133Чемпион (1930, 1950)
 АргентинаКОНМЕБОЛ, һайлап алыу раунд, 3-сө урын1712Чемпион (1978, 1986)
КолумбияКОНМЕБОЛ, һайлап алыу раунд, 4-се урын621/4 финал (2014)
ПанамаКОНКАКАФ, 5-се раунд, 3-сө урын1дебют
СенегалКАФ, D төркөмө, 1-се урын10 ноябрь 20172120021/4 финала (2002)
МароккоКАФ, C төркөмө, 1-се урын11 ноябрь 2017519981/8 финала (1986)
ТунисКАФ, A төркөмө, 1-се урын2006Төркөм этабы (1978, 1998, 2002, 2006)
ШвейцарияУЕФА, ҡаршы матчтар еңеүсеһе12 ноябрь 201711420141/4 финал (1934, 1938, 1954)
ХорватияУЕФА, ҡаршы матчтар еңеүсеһе52Бронза миҙал (1998)
ШвецияУЕФА, ҡаршы матчтар еңеүсеһе13 ноябрь 20171212006Көмөш миҙал (1958)
ДанияУЕФА, ҡаршы матчтар еңеүсеһе14 ноябрь 2017520101/4 финала (1998)
АвстралияАФК, континенталь-ара ҡаршы матчтар еңеүсеһе15 ноябрь 2017420141/8 финал (2006)
ПеруКОНМЕБОЛ, континенталь-ара ҡаршы матчтар еңеүсеһе16 ноябрь 2017119821/4 финал (1970)
Икенсе төркөм турниры (1978)

Ҡалалар һәм стадиондар

Ҡалалар

Аргентина һәм Хорват көйәрмәндәре Мәскәүҙә Никольский урамында. Был урам Донъя чемпионаты ваҡытында бөтә донъя көйәрмәндәренең йәлеп итеү урынына әүерелә[20].

Тәүҙә, ғаризаға ярашлы, донъя чемпионатын үткәреү мөмкинлеге булған ҡалалар исемлегенә 14 тораҡ пункт инә[21].

Һуңғараҡ Воронеж өлкәһе губернаторы Алексей Гордеев Рәсәй спорт министры Виталий Муткоға һәм Рәсәй футбол союзы президенты Сергей Фурсенкоға Воронежды кандидат ҡалалар исемлегенә индереүҙе һорап мөрәжәғәт итә, әммә һуң була[22]. Стадиондарҙың береһен Мәскәүҙең юлдаш ҡалаһы Подольск ҡалаһында төҙөү планлаштырыла[23], әммә 2011 йылдың октябрендә Мәскәү өлкәһе губернаторы Борис Громов яңы стадион төҙөү рентабелһеҙ булыуы арҡаһында «төбәк ғариза биреүҙән баш тартты» тип белдерә[24].

Бөтә кандидат ҡалалар 3 төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә уйындарҙы үткәреүгә тулыһынса әҙер булған ҡалалар инә: Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Сочи һәм Екатеринбург. Икенсе төркөмгә турнирға әҙер булыу ихтималлығы булғандар — Краснодар һәм Һамар, ә өсөнсө төркөмгә «проблемалары булған» ҡалалар инә[25].

2018 йылда донъя чемпионаты уйындары үтергә тейешле ҡалалар исемлеге 2012 йылдың сентябрендә раҫлана[26].

Донъя чемпионаты матчтары үткән ҡалаларҙың йомғаҡлау исемлеге[27]:

  1. Мәскәү (Үҙәк кластер)[28][29]
  2. Калининград (Төньяҡ-көнбайыш кластер)[28][30]
  3. Санкт-Петербург (Төньяҡ-көнбайыш кластер)[28][31]
  4. Түбәнге Новгород (Волга кластеры)[28][32]
  5. Волгоград (Волга кластеры)[28][33]
  6. Ҡазан (Волга кластеры)[28][34]
  7. Һамар (Волга кластеры)[28][35]
  8. Саранск (Волга кластеры)[28][36]
  9. Дондағы Ростов (Көньяҡ кластер)[28][37]
  10. Сочи (Көньяҡ кластер)[28][38]
  11. Екатеринбург (Урал кластеры)[28][39]

Стадиондар

Донъя чемпионатына әҙерлек программаһы сиктәрендә иҫкергән стадиондар реконструкциялана һәм ғәмәлдәгеләре яңыртыла, шулай уҡ донъя чемпионаты өсөн махсус төҙөлгән стадиондар — Рәсәйҙең 11 ҡалаһында барлығы 12 стадион төҙөлә.

  • Екатеринбургта: «Екатеринбург Арена» (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 33 061 тамашасы[40]). Был стадион 2006 һәм 2011 йылдар араһында, Рәсәйҙә донъя чемпионаты үткәреүҙән алда ремонтлана[41]. Артабан, стадион ФИФА талаптарына яраҡлаштырылып, 7 миллиард һумлыҡ сираттағы реконструкция үткәрелә, ул 2017 йылдың декабрендә тамамлана.
  • Волгоградта: «Волгоград Арена» (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 43 713 тамашасы[42])). Волгоградтың төп аренаһы иҫке «Үҙәк» стадионы урынында төҙөлә: яңы стадион Мамай Ҡурғаны янында урынлашҡан. 2018 йылдың 3 апрелендә сафҡа индерелә[43].
  • Һамарҙа: Һамар Арена (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 41 970 тамашасы[44]). Рәсми рәүештә төҙөлөш 2014 йылдың 21 июлендә башлана. 2018 йылдың 21 апрелендә тамамлана.
  • Түбәнге Новгородта: «Түбәнге Новгород стадионы» (чемпионат барышында һыйҙырышлығы — 43 319 тамашасы)[45]). Стадионды төҙөү буйынса эштәр 2015 йылда башлана һәм 2017 йылдың декабрендә тамамлана[46].
  • Саранскиҙа: "Мордовия Арена"ла (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 41 685 тамашасы[47]). Саранскиҙағы стадион 2012 йылда Бөтә Рәсәй Спартакиадаһын асыу өсөн файҙаланыуға индерелергә тейеш була, әммә пландарға үҙгәреш индерелә. Артабан стадионды асыу 2017 йылда кисектерелә. Аренала тәүге матч 2018 йылдың 21 апрелендә үтә.
  • Дондағы Ростовта: "Ростов Арена"ла (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 43 472 тамашасы[48]). Буласаҡ стадиондың урыны Дон йылғаһының һул ярында һайлана. 2017 йылдың 22 декабрендә стадион төҙөлөшө тамамлана.
  • Калининградта: «Калининград стадионы» (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 33 973 тамашасы[49]). Тәүге бағаналар 2015 йылдың сентябрендә ҡағыыла. Яңы стадионда беренсе матч 2018 йылдың 11 апрелендә үтә.
  • Ҡазанда: "Ҡазан Арена"ла (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 42 873 тамашасы[50]). Стадион 2013 йылда Бөтә донъя йәйге Универсиада өсөн төҙөлә. Унда 2015 йылда ФИНА-ның донъя чемпионаты һәм 2017 йылда футбол буйынса Конфедерациялар кубогы үтә. Бынан тыш, стадион урындағы «Рубин» футбол клубы өсөн төп арена булып тора.
  • Сочиҙа: «Фишт» стадионы (чемпионат барышында һыйҙырышлығы — 44 287 тамашасы[51]). Был донъя тарихында Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу һәм ябыу тантаналарын ҡабул иткән 22 стадиондың береһе. Сочи-2014-тән һуң арена 2017 йылда футбол буйынса Конфедерациялар кубогын һәм 2018 йылда донъя чемпионатын үткәреү өсөн реконструкциялана.
  • Санкт-Петербургта: Санкт-Петербург стадионы (чемпионат ваҡытындағы һыйҙырышлығы — 64 468 тамашасы[52]). Стадион 2007 йылда һүтелгән С. М. Киров исемендәге стадион урынында төҙөлә башлай. 2016 йылдың 29 декабрендә төҙөлөш рәсми рәүештә тамамлана[53]. Санкт-Петербургтың «Зенит» клубының төп аренаһы. Стадионда 2017 йылда футбол буйынса Конфедерациялар кубогы һәм 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты, шулай уҡ 2020 йылда футбол буйынса УЕФА-ның Европа чемпионаты үтә.
  • Мәскәүҙә ике стадион:
    • «Открытие Банк Арена» (Спартак) (чемпионат осорондағы һыйҙырышлығы — 44 190 тамашасы[54]). «Спартак» клубының төп аренаһы булып тора. ФИФА-ның 2018 йылғы донъя чемпионаты ваҡытындағы талаптары арҡаһында стадион «Открытие Банк Арена» урынына «Спартак» тип атала. Тәүге матч 2014 йылдың 5 сентябрендә үтә.
    • «Лужники» стадионы, (чемпионат барышында һыйҙырышлығы — 78 011 тамашасы[55]). Рәсәйҙең иң ҙур стадионы; уны реконструкциялау 2013 йылда башлана һәм 2017 йылдың ноябрендә файҙаланыуға тапшырыла.

Донъя чемпионатын асыу матчы Мәскәүҙә «Лужники» стадионында үтә, унда финалы ла үтә. Ярымфинал матчтарының береһе Санкт-Петербургта, икенсеһе Мәскәүҙә үтә[56][57].

 Рәсәй Федерацияһы
МәскәүСанкт-ПетербургҠазанЕкатеринбург
ЛужникиСанкт-ПетербургҠазан АренаЕкатеринбург Арена[58]
Һыйҙырышлыҡ: 78 011[55]Һыйҙырышлыҡ: 64 468[52]Һыйҙырышлыҡ: 42 873[50]Һыйҙырышлыҡ: 33 061[40]
Мәскәү
Санкт-Петербург
Саранск
Спартак[58]Мордовия Арена[58]
Һыйҙырышлыҡ: 44 190[54]Һыйҙырышлыҡ: 41 685[47]
ҺамарСочи
Һамар Арена[58]Фишт[58]
Һыйҙырышлыҡ: 41 970[44]Һыйҙырышлыҡ: 44 287[51]
Ростовтағы ДонТүбәнге НовгородКалининградВолгоград
Ростов АренаТүбәнге Новгород[58]Калининград[58]Волгоград Арена[58]
Һыйҙырышлыҡ: 43 472[48]
Һыйҙырышлыҡ: 43 319[45]
Һыйҙырышлыҡ: 33 973[49]
Һыйҙырышлыҡ: 43 713[42]

2018 йылдың август башында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте донъя чемпионатын үткәреү өсөн төҙөлгән стадиондарҙы һәм уға бәйле объекттарҙы артабан файҙаланыу концепцияһын раҫлай[59].

Турнир символикаһы

Эмблема

Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионатының рәсми логотибы 2014 йылдың 28 октябрендә Беренсе канал эфирында тәҡдим ителә. 2018 йылғы донъя чемпионаты эмблемаһы — футбол буйынса донъя чемпионаты силуэты сағыла. Йыһанды яулау, икона яҙыуы һәм футболға һөйөү логотиптың өс өлөшө булып тора, тип хәбәр ителә турнирҙы ойоштороу комитетының матбуғат-релизында.

Забивака

Талисман

Турнирҙың рәсми талисманы — бүре Забивака. Ул 2016 йылдың 22 октябрендә Беренсе канал эфирында тауыш биреү юлы менән һайлана. Презентацияла билдәле футболсылар Роналдо (Бразилия) һәм Звонимир Бобан (Хорватия) ҡатнаша[60].

Уның кейемендә аҡ, зәңгәр һәм ҡыҙыл төҫтәрҙең ҡушыла, Рәсәй флагының төҫөн символлаштыра.

Забивакиҙың скульптура һүрәттәре 2018 йылда донъя чемпионаты матчтары үткән ҡалаларҙа ҡуйыла.

Гимн

Төп мәҡәлә: ru:Live It Up (песня Ники Джема)

«Telstar 18»

«Live It Up» — Пуэрто-Рико йырсыһы Никки Джемдың Америка актеры, рэперы Уилл Смит һәм Косово йырсыһы Эра Истрефи менән башҡарған йыры[61]. Йыр 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионатының рәсми йыры итеп һайлана. Дипло — 2018 йылдың 25 майында сыҡҡан трек продюсеры[62][63][64].

Рәсми туп

«Adidas Telstar 18» — футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионатының рәсми тубы. Легендар Adidas Telstar тубы исеме менән аталған, ул икосаэдр формаһындағы тәүге туптарҙың береһе — ҡара-аҡ телевизорҙарҙа бер төҫлө тупҡа ҡарағанда яҡшыраҡ күренә[65].

Туп ФИФА һәм УЕФА чемпионаттары өсөн туп менән күптән тәьмин итеүсе Adidas компанияһы тарафынан проектлана һәм Adidas-тың иҫке партнеры Forward Sports (Сиалкот, Пакистан) тарафынан эшләнә.

Халыҡҡа тупты Мәскәүҙә 2014 йылғы донъя чемпионатының Алтын тубы еңеүсеһе Лионель Месси 2017 йылдың 9 ноябрендә күрһәтә[66][67].

Финал турниры

Йәрәбә һалыу һәм командаларға бүлеү

Йәрәбә 2017 йылдың 1 декабрендә Дәүләт Кремль һарайында үткәрелә һәм финал турниры өсөн төркөмдәр составы билдәләнә[68]. Унда 32 команда ҡатнаша. Беренсе кәрзингә ойоштороусы булараҡ Рәсәй һәм 2017 йылдың 16 октябрендәге ФИФА рейтингы буйынса ете алдынғы команда эләгә. Рәсәй автоматик рәүештә «А» төркөмөндә беренсе юлды биләй. Ҡалған ете төркөмдә беренсе юлдыы 1-се кәрзиндән башҡа ете команда ала. Шулай уҡ ФИФА-ның 2017 йылдың 16 октябрендәге рейтингына ярашлы 2, 3 һәм 4-се кәрзиндәр барлыҡҡа килә.
Иҫкәрмә: ФИФА рейтингы йәйәләрҙә күрһәтелгән.

1-се кәрзин2-се кәрзин3-сө кәрзин4-се кәрзин
Рәсәй (ойоштороусы, 65)
Германия (1)
Бразилия (2)
Португалия (3)
Аргентина (4)
Бельгия (5)
Польша (6)
Франция (7)
Испания (8)
Перу (10)
Швейцария (11)
Англия (12)
Колумбия (13)
Мексика (16)
Уругвай (17)
Хорватия (18)
Дания (19)
Исландия (21)
Коста-Рика (22)
Швеция (25)
Тунис (28)
Египет (30)
Сенегал (32)
Иран (34)
Сербия (38)
Нигерия (41)
Австралия (43)
 Япония (44)
Марокко (48)
Панама (49)
Корея (62)
Сәғүд Ғәрәбстаны (63)
A төркөмөB төркөмөC төркөмөD төркөмө
Рәсәй Португалия Франция  Аргентина
Сәғүд Ғәрәбстаны Испания Австралия Исландия
Египет Марокко Перу Хорватия
Уругвай Иран Дания Нигерия
E төркөмөF төркөмөG төркөмөH төркөмө
 Бразилия Германия Бельгия Польша
Швейцария Мексика Панама Сенегал
Коста-Рика Швеция Тунис Колумбия
Сербия Корея Англия  Япония

Команда составтары

Командаларға тәүҙә 30 уйынсынан торған алдан исемлек тапшырырға тейеш була. Турнирҙың йомғаҡлау ғаризаһына 23 уйынсы инә (шул иҫәптән өс ҡапҡасынан да кәм түгел). Йәрәхәт алған осраҡта йыйылма команда уйынсыһы 24 сәғәт эсендә алмаштырыла ала.

30 уйынсы исемлегенә алдан индерелгән уйынсылар, 26 майҙа УЕФА Чемпиондар лигаһы финалында уйнарға йыйыныусыларҙан тыш, 2018 йылдың 21 майынан 27 майына тиклем ял итергә тейеш була.

Йәрәхәттәр

Йәрәхәттәре арҡаһында чемпионатта уйнамаған уйынсылар:

  • Алекс Окслейд-Чемберлен[69] («Ливерпуль», Англия)
  • Джозеф Гомес[70] («Ливерпуль», Англия)
  • Серхио Ромеро[71] («Манчестер Юнайтед», Англия)
  • Мануэль Лансини[72] («Вест Хэм Юнайтед», Англия)
  • Дани Алвес[73] («Пари Сен-Жермен», Франция)
  • Ларс Штиндль[74] («Боруссия» (Мёнхенгладбах), Германия)
  • Ахмед эль-Шенави[75] («Замалек», Египет)
  • Франк Фабра[76](«Бока Хуниорс», Аргентина)
  • Зухаир Феддаль[77] («Реал Бетис», Испания)
  • Данилу Перейра[78] («Порту», Португалия)
  • Роланду[79] («Олимпик Марсель», Франция)
  • Квон Чхан Хун[80] («Дижон», Франция)
  • Александр Кокорин[81] («Зенит» (СПб), Рәсәй)
  • Георгий Джикия[82] («Спартак» (Мәскәү), Рәсәй)
  • Виктор Васин[83] (ЦСКА (Мәскәү), Рәсәй)
  • Константин Рауш[84] («Динамо» (Мәскәү), Рәсәй)
  • Юссеф Мсакни[85] («Аль-Духаиль», Катар)
  • Лоран Косельни[86] («Арсенал» (Лондон), Англия)
  • Матиас Корухо («Пеньяроль», Уругвай)
  • Мойзес Симон[87] («Гент», Бельгия)

Судьялар

Донъя чемпионаты матчтарын үткәреү өсөн ФИФА тарафынан раҫланған судьялар исемлеге[88] Б[89]:

АФК
Наваф Шукралла
Алиреза Фагани
Мохаммед Абдулла Мохамед
Равшан Ирматов
Рюдзи Сато
КАФ
Мехди Абид Шариф
Бакари Гассама
Гехад Гриша
Джанни Сиказве
Маланг Дьедиу
Бамлак Тессема
КОНКАКАФ
Рикардо Монтеро
Сесар Рамос
Джон Питти
Хоэль Агилар
Марк Гейгер
Джаир Марруфо
КОНМЕБОЛ
Нестор Питана
Сандро Риччи
Вильмар Рольдан
Энрике Касерес
Андрес Кунья
Хулио Баскуньян
ОФК
Мэттью Конгер
Норбер Оата
УЕФА
Феликс Брых
Антонио Матеу Лаос
Джанлука Рокки
Бьорн Кёйперс
Шимон Марциняк
Сергей Карасёв
Милорад Мажич
Дамир Скомина
Джюнейт Чакыр
Клеман Тюрпен

Ҡатнашыусылар өсөн лагерҙар

32 йыйылма команда ҡулланған һәм донъя чемпионаты турнирына тиклем һәм уның барышында күнекмәләр үткән база лагерҙары ФИФА тарафынан 2018 йылдың 9 февралендә һәр ҡатнашыусы команда өсөн иғлан ителә[90]

Асыу тантанаһы

Донъя чемпионатын асыу тантанаһы 14 июндә 17:30 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты) «Лужники» стадионында башлана. Турнирҙың беренсе уйыны башланыуға сәғәт ярым ҡалғас, тамашасыларға Рәсәй моделе Наталья Водянова һәм испан ҡапҡасыһы Икер Касильяс донъя чемпионатының төп бүләген — футбол буйынса донъя чемпионаты Кубогын күрһәтә.

Рәсми рәүештә чемпионатты Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин[91] һәм ФИФА президенты Джанни Инфантино аса[92][93].

Вена халыҡ операһы солисы Аида Ғарифуллина һәм британ йырсыһы Робби Уильямс «Фәрештәләр» (рус. «Angels») йырын башҡаралар. Йыр башҡарылған саҡта турнирҙа ҡатнашҡан бөтә 32 илдең флагтары майҙанға сығарыла, ә Бразилия футболсыһы Роналдо бүре Забивака һәм малайҙарҙың береһе менән бергә 2018 йылғы донъя чемпионатының рәсми тубына символик тибә. Лужникиҙа асыу тантанаһында бөтәһе 800-гә яҡын кеше ҡатнаша[94]. Феликс Михайлов шоуҙың режиссеры була[95]. 2018 йылғы донъя чемпионатын асыу матбуғатта киң яҡтыртыла һәм бөтә донъя спорт берләшмәһен илһамландыра[96].

Төркөм этабы

     Чемпион      Көмөш призёр      Бронза призёр      4-се урын      Сирек финалсылар      1/8 финал      Төркөм этабы
     A төркөмө      B төркөмө      C төркөмө      D төркөмө      E төркөмө      F төркөмө      G төркөмө      H төркөмө

Командаларҙы классификациялау критерийҙары

Төркөмдәрҙәге командаларҙың урындары түбәндәге ҡағиҙәләр буйынса билдәләнә[97]:

1. Бөтә төркөм матчтарында тупланған дөйөм мәрәйҙәр;2. Бөтә төркөм матчтарында индерелгән һәм үткәрелгән туптар айырмаһы;3. Бөтә төркөм уйындарында тупланған голдар һаны;

Үрҙә һанап үтелгән критерийҙар буйынса ике йәки унан да күберәк команда тигеҙ күрһәткестәргә эйә булһа, уларҙың урындары түбәндәге өҫтәмә критерийҙар буйынса билдәләнә:

4. Төркөм этабы матчтарында ҡаралған командалар араһында тупланған мәрәйҙәр;5. Төркөм этабы матчтарында ҡаралған командалар араһында индерелгән һәм үткәрелгән туптар айырмаһы;6. Төркөм этабы матчтарында ҡаралған командалар араһында индерелгәнн туптар һаны;7. Фейр-плей мәрәйҙәре

  • Беренсе һары карточка: минус 1 мәрәй;
  • Тура булмаған ҡыҙыл карточка (икенсе һары карточка): минус 3 мәрәй;
  • Тура ҡыҙыл карточка: минус 4 мәрәй;
  • Һары карточка һәм Ҡыҙыл карточка: минус 5 мәрәй;

8. ФИФА-ның Ойоштороу комитеты тарафынан йәрәбә һалыу.

Чемпион

Статистика

Бомбардирҙар

Иҫкәрмә: Йәйәләрҙә пенальтиҙан индергән голдар һаны.

6 гол
  • Гарри Кейн (3)
4 гол
3 гол
  • Эден Азар (1)
  • Диего Коста
  • Ерри Мина
  • Артём Дзюба (1)
  • Эдинсон Кавани
  • Марио Манджукич
  • Иван Перишич
2 гол
  • Миле Единак (2)
  • Джон Стоунз
  • Серхио Агуэро
  • Филиппе Коутиньо
  • Неймар
  • Мохамед Салах (1)
  • Ахмед Муса
  • Сон Хын Мин
  • Вахби Хазри
  • Луис Суарес
  • Лука Модрич (1)
  • Андреас Гранквист (2)
  • Такаси Инуи
1 гол
  • Деле Алли
  • Джесси Лингард
  • Гарри Магуайр
  • Киран Триппьер
  • Анхель Ди Мария
  • Габриэль Меркадо
  • Лионель Месси
  • Маркос Рохо
  • Миши Батшуайи
  • Ян Вертонген
  • Кевин Де Брёйне
  • Дрис Мертенс
  • Тома Мёнье
  • Маруан Феллайни
  • Насер Шадли
  • Аднан Янузай
  • Ренато Аугусто
  • Паулиньо
  • Тиагу Силва
  • Роберто Фирмино
  • Тони Кроос
  • Марко Ройс
  • Матиас Йёргенсен
  • Юссуф Поульсен
  • Кристиан Эриксен
  • Карим Ансарифард (1)
  • Гильфи Сигурдссон (1)
  • Альвред Финнбогасон
  • Яго Аспас
  • Иско
  • Начо
  • Радамель Фалькао
  • Хуан Кинтеро
  • Хуан Куадрадо
  • Кендалл Уостон
  • Халид Бутаиб
  • Юссеф Эн-Несири
  • Карлос Вела (1)
  • Ирвинг Лосано
  • Хавьер Эрнандес
  • Виктор Мозес (1)
  • Фелипе Балой
  • Андре Каррильо
  • Паоло Герреро
  • Ян Беднарек
  • Гжегож Крыховяк
  • Рикарду Куарежма
  • Пепе
  • Ким Ён Гвон
  • Юрий Газинский
  • Александр Головин
  • Марио Фернандес
  • Салим аль-Давсари
  • Салман аль-Фарадж (1)
  • Мбайе Ньянг
  • Садио Мане
  • Мусса Ваге
  • Александар Коларов
  • Александар Митрович
  • Фахреддин Бен-Юссеф
  • Дилан Бронн
  • Ферджани Сасси (1)
  • Хосе Хименес
  • Рафаэль Варан
  • Бенжамен Павар
  • Поль Погба
  • Самюэль Умтити
  • Милан Бадель
  • Домагой Вида
  • Андрей Крамарич
  • Иван Ракитич
  • Анте Ребич
  • Гранит Джака
  • Блерим Джемайли
  • Йосип Дрмич
  • Стивен Цубер
  • Джердан Шакири
  • Людвиг Аугустинссон
  • Ула Тойвонен
  • Эмиль Форсберг
  • Синдзи Кагава (1)
  • Юя Осако
  • Гэнки Харагути
  • Кэйсукэ Хонда
Автоголдар

Гол индереүгә ярҙам итеүселәр

2 гол тапшырыуы
  • Эвер Банега
  • Лионель Месси
  • Эден Азар
  • Кевин Де Брёйне
  • Тома Мёнье
  • Юри Тилеманс
  • Филиппе Коутиньо
  • Хуан Кинтеро
  • Хамес Родригес
  • Артём Дзюба
  • Александр Головин
  • Вахби Хазри
  • Карлос Санчес
  • Антуан Гризманн
  • Люка Эрнандес
  • Виктор Классон
1 гол тапшырыуы
  • Джесси Лингард
  • Рубен Лофтус-Чик
  • Гарри Магуайр
  • Рахим Стерлинг
  • Киран Триппьер
  • Эшли Янг
  • Габриэль Меркадо
  • Маркос Рохо
  • Тоби Алдервейрелд
  • Ромелу Лукаку
  • Дрис Мертенс
  • Насер Шадли
  • Виллиан
  • Габриэл Жезус
  • Дуглас Коста
  • Неймар
  • Марио Гомес
  • Марко Ройс
  • Томас Дилейни
  • Николаи Йёргенсен
  • Кристиан Эриксен
  • Абдаллах Саид
  • Файсал Фаджр
  • Серхио Бускетс
  • Андрес Иньеста
  • Даниэль Карвахаль
  • Хуан Куадрадо
  • Жоэль Кэмпбелл
  • Ирвинг Лосано
  • Хавьер Эрнандес
  • Виктор Мозес
  • Кеннет Омеруо
  • Рикардо Авила
  • Паоло Герреро
  • Йосимар Йотун
  • Камиль Гросицкий
  • Рафал Кужава
  • Гонсалу Гедеш
  • Рафаэл Геррейру
  • Жоау Моутинью
  • Адриен Силва
  • Ли Джэ Сон
  • Чу Се Чон
  • Алан Дзагоев
  • Роман Зобнин
  • Марио Фернандес
  • Илья Кутепов
  • Абдуллах Утаиф
  • Мбайе Ньянг
  • Душан Тадич
  • Хамди Наггез
  • Уссама Хаддади
  • Родриго Бентанкур
  • Луис Суарес
  • Оливье Жиру
  • Корантен Толиссо
  • Милан Бадель
  • Марцело Брозович
  • Домагой Вида
  • Шиме Врсалько
  • Матео Ковачич
  • Лука Модрич
  • Марио Манджукич
  • Иван Перишич
  • Йосип Пиварич
  • Марио Гавранович
  • Денис Закариа
  • Джердан Шакири
  • Брель Эмболо
  • Ула Тойвонен
  • Такаси Инуи
  • Синдзи Кагава
  • Юто Нагатомо
  • Гаку Сибасаки
  • Кэйсукэ Хонда

Дисквалификациялар

Ҡыҙыл карточка алған йәки төрлө матчтарҙа ике һары карточка йыйған уйынсы киләһе уйынды үткәрмәй[98]. Уйынсынының дисквалификациялауы башланған этаптан һуң йыйылма команда уйындарҙан төшөп ҡалған осраҡта санкция күләме өҫтәмә билдәләнә.

ФутболсыларКомандаҠағиҙә боҙоуУйнамаған матчтар
Карлос Санчес КолумбияН төркөмөндә Японияға ҡаршы уйында Н төркөмөндә Польшаға ҡаршы уйын
Юссуф Поульсен ДанияС төркөмөндә Перуға ҡаршы уйында

С төркөмөндә Австралияға ҡаршы уйында

С төркөмөндә Францияға ҡаршы уйын
Жером Боатенг ГерманияF төркөмөндә Швецияға уйында F төркөмөндә Кореяға ҡаршы уйын
Армандо Купер ПанамаG төркөмөндә Бельгияға ҡаршы уйында

G төркөмөндә Англияға ҡаршы уйында

G төркөмөндә Тунисҡа ҡаршы уйын
Майкл Амир Мурильо ПанамаG төркөмөндә Бельгияға ҡаршы уйында

G төркөмөндә Англияға ҡаршы уйында

G төркөмөндә Тунисҡа ҡаршы уйын
Игорь Смольников РәсәйА төркөмөндә Уругвайға уйында 1/8 финалда Испанияға ҡаршы уйын
Карим Аль-Ахмади МароккоB төркөмөндә Иранға ҡаршы уйында

B төркөмөндә Испанияға ҡаршы уйында

Чон У Ён КореяF төркөмөндә Мексикаға ҡаршы уйында

F төркөмөндә Германияға ҡаршы уйында

Себастиан Ларссон ШвецияF төркөмөндә Германияға ҡаршы уйында

F төркөмөндә Мексикаға ҡаршы уйында

1/8 финалда Швейцарияға ҡаршы уйын
Эктор Морено МексикаF төркөмөндә Германияға ҡаршы уйында

F төркөмөндә Швецияға ҡаршы уйында

1/8 финал Бразилияға ҡаршы уйын
Штефан Лихтштайнер ШвейцарияE төркөмөндә Бразилияға ҡаршы уйында

E төркөмөндә Коста-Рикаға ҡаршы уйында

1/8 финалда Швецияға ҡаршы уйын
Неманья Матич СербияE төркөмөндә Швейцарияға ҡаршы уйында

E төркөмөндә Бразилияға ҡаршы уйында

Александар Митрович СербияE төркөмөндә Швейцарияға ҡаршы уйында

E төркөмөндә Бразилияға ҡаршы уйында

Фабиан Шер ШвейцарияE төркөмөндә Бразилияға ҡаршы уйында

E төркөмөндә Коста-Рикаға ҡаршы уйында

1/8 финалда Швецияға ҡаршы уйын]
Мбайе Ньянг СенегалH төркөмөндә Японияға ҡаршы уйында

H төркөмөндә Колумбияға ҡаршы уйында

Ферджани Сасси ТунисG төркөмөндә Бельгияға ҡаршы уйында

G төркөмөндә Панамаға ҡаршы уйында

Хавьер Маскерано АргентинаD төркөмөндә Нигерияға ҡаршы уйында

1/8 финалда Францияға ҡаршы уйында

Эвер Банега АргентинаD төркөмөндә Нигерияға ҡаршы уйында

1/8 финалда Францияға ҡаршы уйында

Блез Матюиди ФранцияC төркөмөндә Перуға ҡаршы уйында

1/8 финалда Аргентинаға ҡаршы уйында

1/4 финалда Уругвайға ҡаршы уйын
Николас Отаменди АргентинаD төркөмөндә Хорватияға ҡаршы уйында

1/8 финалда Францияға ҡаршы уйында

Криштиану Роналду ПортугалияB төркөмөндә Иранға ҡаршы уйында

1/8 финалда Уругвайға ҡаршы уйында

Матиас Йёргенсен ДанияС төркөмөндә Францияға ҡаршы уйында

1/8 финалда Хорватияға ҡаршы уйында

Эктор Эррера МексикаF төркөмөндә Германияға ҡаршы уйында

1/8 финалда Бразилияға ҡаршы уйында

Каземиро БразилияЕ төркөмөндә Швейцарияға ҡаршы уйында

1/8 финалда Мексикаға ҡаршы уйында

1/4 финалда Бельгияға ҡаршы уйын
Микаэль Лустиг ШвецияF төркөмөндә Мексикаға ҡаршы уйында

1/8 финалда Швейцарияға ҡаршы уйында

1/4 финалда Англияға ҡаршы уйын
Валон Бехрами ШвейцарияE төркөмөндә Бразилияға ҡаршы уйында

1/8 финалда Швецияға ҡаршы уйында

Михаэль Ланг Швейцария1/8 финалда Швецияға ҡаршы уйында
Вильмар Барриос КолумбияH төркөмөндә Японияға ҡаршы уйында

1/8 финалда Англияға ҡаршы уйында

Родриго Бентанкур УругвайA төркөмөндә Рәсәйға ҡаршы уйында

1/4 финалда Францияға ҡаршы уйында

Тома Мёнье БельгияG төркөмөндә Панамаға ҡаршы уйында

1/4 финалда Бразилияға ҡаршы уйында

1/2 финалда Францияға ҡаршы уйын
Юрий Газинский РәсәйА төркөмөндә Уругвайға ҡаршы уйында

1/4 финалда Хорватияға ҡаршы уйында

Үткәрелгән туптар иҫәбе

Үткәрелгән туптар иҫәбе
01234567811
Лукаш Фабьянский Мухаммед аль-Уваис Каспер Шмейхель Алисон Вильфредо Кабальеро Мэтью Райан Тибо Куртуа Игорь Акинфеев Джордан Пикфорд Хайме Пенедо
Стив Манданда Яссир аль-Мусайлим Эссам аль-Хадари Давид Оспина Мануэль Нойер Франко Армани Давид Де Хеа Эйдзи Кавасима Даниел Субашич
Аймен Матлути Алиреза Бейраванд Чо Хён У Мохамед эль-Шенави Ханнес Тоур Халльдоурссон Гильермо Очоа
Ловре Калинич Педро Гальесе Фернандо Муслера Мунир Мохамеди Кейлор Навас Руй Патрисиу
Муэз Ассен Фрэнсис Узохо Войцех Щенсный Уго Льорис
Хадим Н’Диай Абдуллах аль-Майюф
Владимир Стойкович Фарук Бен-Мустафа
Робин Ульсен Янн Зоммер

Бүләктәр

Лука Модрич Владимир Путиндан "Алтын туп"ты ҡабул итә
Килиан Мбаппе Эммануэль Макрондан «Иң яҡшы йәш уйынсы» премияһын ҡабул итә
ФИФА-ның Донъя Кубогы — Францияла

Турнир йомғаҡтары буйынса түбәндәге бүләктәр тапшырыла[99]:

  • чемпионаттың иң яҡшы уйынсыһына
    • Алтын туп — Лука Модрич
    • Көмөш туп — Эден Азар
    • Бронза туп — Антуан Гризманн
  • лучшему бомбардиру чемпионата
    • Алтын бутса — Гарри Кейн
    • Көмөш бутса — Антуан Гризманн
    • Бронза бутса — Ромелу Лукаку
  • Льва Яшин исемендәге приз — чемпионаттың иң яҡшы ҡапҡасыһына — Тибо Куртуа
  • Иң яҡшы йәш уйынсы — Килиан Мбаппе
  • Ғәҙел уйын призы — Испания
  • Турнирҙың иң яҡшы голы — Бенжамен Павар (Аргентинаға матчта)[100]

Символик йыйылма команда

ФИФА ойошманың рәсми сайтында көйәрмәндәр тауышы менән ойошторолған донъя чемпионатының символик командаһын атай[101][102].

  • Ҡапҡасы
    • Тибо Куртуа
  • Һаҡсылар
    • Марсело
    • Рафаэль Варан
    • Диего Годин
    • Тиагу Силва
  • Ярымһаҡсылар
    • Филиппе Коутиньо
    • Лука Модрич
    • Кевин Де Брёйне
  • Һөжүм итеүселәр

ФИФА шулай уҡ статистик мәғлүмәттәр нигеҙендә донъя чемпионатының альтернатив символик командаһын баҫтырып сығара[103].

  • Ҡапҡасы
    • Тибо Куртуа
  • Һаҡсылар
    • Андреас Гранквист
    • Ерри Мина
    • Тиагу Силва
    • Рафаэль Варан
  • Ярымһаҡсылар
    • Денис Черышев
    • Филиппе Коутиньо
    • Лука Модрич
  • Һөжүм итеүселәр
    • Антуан Гризманн
    • Эден Азар
    • Гарри Кейн

Йөрөш

Түбәндә ФИФА-ның рәсми сайтында (официальный сайт ФИФА|) баҫылған матч отчеттары нигеҙендә айырым матчтарға, стадиондарға, команда матчтарына, турнир этаптарына йөрөшө тураһында мәғлүмәттәр килтерелә.

Турнир йомғаҡтары буйынса донъя чемпионатына килеүселәр һаны — 3 031 768 кеше, һәр уйынға уртаса килеүселәр һаны — 47 371 кеше, ә трибуналарҙың тулыуы уртаса 98,43 % тәшкил итә. Уртаса килеүселәр һаны буйынса 2018 йылғы чемпионат 21 донъя чемпионаты араһында унынсы була.

Матчтарға йөрөш

Стадиондарға йөрөш

Иң күп килеүселәр «Лужники» стадионында теркәлә һәм ете уйынға 546 077 тамашасы килә. Шулай уҡ Лужникиҙа турнирға уртаса килеүселәр һаны юғары — 78 011 кеше.

Дөйөм һәм уртаса килеүселәр һаны буйынса чемпионаттың иң насар стадионы — Екатеринбург: 4 матчта 125 437 тамашасы һәм уртаса 31 359 кеше. Иң насар уртаса тулыу кимәле Волгоградта — 92,07 %.

Чемпионаттың 12 аренаһының 10-ы 95 процент, ә бишәүһе 99 проценттан ашыу тулы була.

Исемлектәге ареналар 2018 йылда донъя чемпионатында һыйҙырышлылығы буйынса бүленә.

Командаларға йөрөш

Турнирҙа ҡатнашыусы командалар араһында Рәсәй, Мексика һәм Аргентина командалары матчтарына стадион трибуналары 100 % тула. Иң насары Египет командаһы — 90,8 %.

Рәсәйҙә уртаса һаны 61 349 көйәрмән менән иң яҡшыһы. Перу 39 121 тамашасы менән иң насар уртаса күрһәткескә эйә. Франция матчтарына килеүселәр иң күбе — 7 матчта 380 568 кеше, ә Перу 3 уйында 117 364 тамашасы менән иң түбәне.

Был бүлектәге мәғлүмәттәр уртаса килеүселәр иҫәбе буйынса бүленә.

Этаптарға йөрөш

Был бүлектә турнир этаптарына йөрөү тураһында мәғлүмәттәр бирелә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары