Халыҡ-ара олимпия комитеты

олимпия хәрәкәтен координациялаусы халыҡ-ара ойошма

Халыҡ-ара олимпия комитеты ( рус. Международный олимпийский комитет, ҡыҫҡ. МОК, франц. Comité international olympique, ингл. International Olympic Committee) — Олимпия уйындарын тергеҙеү һәм олимпия хәрәкәтен пропагандалау өсөн ойошторолған халыҡ-ара ойошма. Комитеттың штаб-фатиры  Лозаннала (Швейцария) урынлашҡан.

Халыҡ-ара олимпия комитеты
ингл. International Olympic Committee
франц. Comité international olympique
Нигеҙләү датаһы23 июнь 1894[1]
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһыInternational Olympic Committee һәм Comité International Olympique
Ҡыҫҡаса атамаһыIOC һәм CIO
НигеҙләүсеПьер де Кубертен һәм Деметриус Викелас[d]
Ойошма етәксеһенең вазифаһыпрезидент МОК[d]
ЕтәксеТомас Бах[d]
Рәсми телФранцуз теле һәм инглизсә
Девиз тексыCitius, Altius, Fortius – Communiter
Дәүләт Швейцария
Ойошма ағзаһыInternational Association for Sports and Leisure Facilities[d][2]
Ағзалар һаны103[3]
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһыassociation[d]
Барлыҡҡа килеү урыныПариж
Бойһонған ойошма (филиал)Olympic Channel Services[d], Олимпийская вещательная служба[d], Европа олимпия комитеттары, Ассоциация национальных олимпийских комитетов Африки[d], Панамериканская спортивная организация[d], Азия олимпия советы һәм Национальные олимпийские комитеты Океании[d]
МилкеOlympics.org[d], Olympics.com athletes database[d] һәм Olympic Channel на русском[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуыЛозанна[d], Швейцария
Château de Vidy[d][4]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайтolympics.com/ioc
Официальный блогolympics.com/ioc/news
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһеОлимпия уйындары
Зона обслуживаниябөтә донъяла[d]
Категория членовКатегория:Члены Международного олимпийского комитета[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһыCollection Sports Heritage NOC*NSF[d][5][6]
Cтатус официального наблюдателя в организацииБМО-ның Генераль Ассамблеяһы[7]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр6 569 913, 160 866 һәм 46 200 ± 99[8]
 Халыҡ-ара олимпия комитеты Викимилектә
Лозаннала Халыҡ-ара олимпия комитетының штаб-фатиры

Халыҡ-ара олимпия комитеты  1894 йылдың 23 июнендә Парижда  барон Пьер де Кубертен башланғысы менән ойошторола. Грек Деметриус Викелас Халыҡ-ара олимпия комитетының беренсе президенты була[9].

Йыл һайын 23 июндә Халыҡ-ара Олимпия көнө билдәләнә.   

Халыҡ-ара олимпия комитетының  бурыстары

Халыҡ-ара олимпия комитеты, Олимпия хартияһына ярашлы, олимпия хәрәкәтенә  һәм Олимпия уйындарының үҫешенә етәкселек итә. Халыҡ-ара олимпия комитеты спортты үҫтереүҙе, спорт ярыштары үткәреүҙе дәртләндерә,  Олимпия уйындарының даими үтеп тороуын тәьмин итә.

Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарына бөтә хоҡуҡтарға эйә.  Шул уҡ ваҡытта Олимпия уйындарын үткәреү буйынса эшмәкәрлекте Халыҡ-ара олимпия комитеты түгел, ә уйындар үтә торған илдә булдырылған Ойоштороу комитеты атҡара.  

Халыҡ-ара олимпия комитетын финанслау

Халыҡ-ара олимпия комитеты һәр төрлө шәхси сығанаҡтарҙан финанслана.  Средстволарҙың күп өлөшө телевизион  компанияларҙан һәм бағыусыларҙан килә. Ошо  партнерҙар арҡаһында Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарын үткәреүгә, милли олимпия комитеттарының  һәм халыҡ-ара спорт делегацияларының эшмәкәрлегенә тос ҡына ярҙам күрһәтә ала. 

2010 йыл башына ҡарата Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарын трансляциялауға хоҡуҡтарҙы һатыуҙан  (бөтә күләмдең 53 проценты), бағыусыларҙан (34 процент),  билеттар һатыуҙан (11 процент) һәм лицензиялар биреүҙән (2 процент) килем ала.  Халыҡ-ара олимпия комитетының кереме   2008 йылда  $2,4 млрд тәшкил итә.

Халыҡ-ара олимпия комитетында ҡарарҙар ҡабул итеү барышы

Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкәләттәре уның органдары тарафынан атҡарыла, был органдар:

  1. Сессия  (йылына 1 тапҡыр үткәрелә)
  2. Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты  
  3. Президент. 

Сессия   Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының дөйөм йыйылышы рәүешендә үткәрелә.  Сессия —  Халыҡ-ара олимпия комитетының юғары органы, уның ҡарарҙары  ҡайтанан ҡаралмай.

Халыҡ-ара олимпия комитетының сираттан тыш сессияһы  Президент тарафынан йә Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының кәм тигәндә өстән бер өлөшөнөң яҙма талабы буйынса үткәрелә ала.   

Сессия түбәндәге вәкәләттәргә эйә:

  • Олимпия хартияһына төҙәтеүҙәр тәҡдим итеү һәм индереү
  • Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларын, Почётлы президентты, Почётлы ағзаларын һайлау
  • Президентты, вице-президентты һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты Башҡарма комитетының башҡа ағзаларын һайлау
  • Олимпия уйындарын ойоштороусы ҡаланы һайлау  
  • Халыҡ-ара олимпия комитетының йыллыҡ отчетын һәм бюджетын раҫлау.

Сессияла Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының яртыһы плюс бер тауыш кәрәкле кворумды булдыра. Сессияның ҡарарҙары тауыштарҙың ябай күпселеге менән ҡабул ителә; ләкин Олимпизмдың нигеҙ принциптарына, Олимпия хартияһының ҡағиҙәләренә йәки Олимпия хартияһына ингән башҡа положениеларға  үҙгәрештәр индереү өсөн  тауыштарҙың өстән ике өлөшө кәрәк.  Халыҡ-ара олимпия комитетының һәр ағзаһы бер тауышҡа эйә. Тауыштарҙы һанағанда тауыш биреүҙән тотҡарланып тороусыларҙың тауышы, шулай уҡ буш йә боҙолған бюллетендәр иҫәпкә алынмай. Ышаныс ҡағыҙы буйынса тауыш биреү рөхсәт ителмәй.  Йәшерен тауыш биреү был Олимпия хартияһында ҡаралған осраҡтарҙа, йә рәйестең ҡарары буйынса, йә Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының  сессияла ҡатнашҡан ағзаларының кәм тигәндә сирегенең үтенесе буйынса үткәрелә. Тауыштар һаны тигеҙ булғанда хәл иткес ҡарарҙы рәйес сығара. 

Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары

Халыҡ-ара олимпия комитетында физик шәхестәр ағза булып тора, уларҙың һаны 115-тән артмай, шуларҙың 70-е ниндәй ҙә булһа вазифа йә эшмәкәрлеккә бәйле түгел, 15 ағза — ғәмәлдәге спортсы,  15 ағза — халыҡ-ара спорт федерациялары йә уларҙың ассоциациялары вәкиле, тағы 15 ағза милли олимпия  комитеттарының йә уларҙың ассоциацияларының вәкиле булып тора. Оҙаҡ ваҡыт Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары итеп гел  ирҙәр һайлана,  ҡатын-ҡыҙҙар Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы итеп тәүге тапҡыр тик 1981 йылда ғына һайлана[10].

Милли олимпия комитеттары Халыҡ-ара олимпия комитеты таныуы нигеҙендә эш итә.

2016 йыл башына ҡарата Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылған 206 милли олимпия комитеты бар.

Уларҙың 193-ө Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы булған дәүләттәрҙеке, ә тағы 13-ө (Америка  Самоаһы, Аруба, Бермуд утрауҙары, Британия  Виргин утрауҙарыВиргин Утрауҙары (АҠШ), Гонконг, Гуам, Кайман  Утрауҙары, Кук утрауҙары, Фәләстин Дәүләте, Пуэрто-Рико, Косово Республикаһы, Ҡытай Тайбэйы) төрлө  статуслы  территорияларҙан вәкиллекте тормошҡа ашыра. 

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан танылған бөтә дәүләттәрҙең милли олимпия комитеттары Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан да танылған.  Милли олимпия комитеттарының һәр береһе үҙ ҡитғаһындағы  континенталь олимпия ассоциацияһына буйһона:

  • Африка — ANOCA (ингл. Association of National Olympic Committees of AfricaAssociation of National Olympic Committees of Africa — Африка милли олимпия комитеттары ассоциацияһы)
  • Америка — PASO (ингл. Pan American Sports OrganisationPan American Sports Organisation — Панамерика спорт ойошмаһы)
  • Азия — OCA (ингл. Olympic Council of AsiaOlympic Council of Asia — Азия олимпия советы)
  • Европа — EOC (ингл. European Olympic CommitteesEuropean Olympic Committees — Европа олимпия комитеттары)
  • Океания — ONOC (ингл. Oceania National Olympic CommitteesOceania National Olympic Committees — Океанияның милли олимпия комитеттары)

Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты

ВазифаИсем-шәрифеИл
ПрезидентТомас Бах  Германия
Вице-президентНәүәл әл-Мөтәүәкил  Марокко
Вице-президентКрейг Риди  Бөйөк Британия
Вице-президентДжон Коутс  Австралия
Вице-президентЦайцин Ю  КНР
Генераль директорКристоф де Кеппер  Бельгия
АғзаВу Чин-куо  Ҡытай Республикаһы
АғзаРене Фазель  Швейцария
АғзаХики Патрик  Ирландия
АғзаБокель Клаудиа  Германия
АғзаСамаранч Хуан Антонио (кесе)  Испания
АғзаБубка Сергей Назарович  Украина
АғзаЛухан Вили Калтшмитт  Гватемала
АғзаДефранц Анита  АҠШ
АғзаЭрденер Угур  Төркиә
АғзаЛиндберг Гунилла  Швеция

Халыҡ-ара олимпия комитеты комиссиялары, комитеттары һәм структуралары 

2015 йылдың 23 июненә ҡарата 

Комиссия/комитетИнглизсә атамаһы Ойошторолоу йылыРәйесе
Башҡарма комитетIOC Executive Board1921 Томас Бах
Спортсылар комиссияһыAthletes’ Commission1981 Клаудия Бокель
Спортсыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре комиссияһы[11]Athletes’ Entourage Commission Сергей Бубка
Аудит комитетыAudit Committee Пьер-Оливье Бекерс-Вьёжан
Коммуникациялар буйынса комиссияCommunications Commission Камил Эйрлингс
Пхёнчхан-2018-ҙең координация комиссияһыCoordination Commission For PyeongChang 2018 Гунилла Линдберг
Токио-2020-нең координация комиссияһыCoordination Commission For Tokyo 2020 Джон Коатс
Буэнос-Айрес-2018-ҙең координация комиссияһыCoordination Commission YOG Buenos Aires 2018 Фрэнк Фредерикс
Мәҙәниәт һәм олимпия мираҫы буйынса комиссия[12]Culture and Olympic Heritage Commission Ламбис Николау
Delegate MembersDelegate Members Патрик Хики
Этика комиссияһыEthics Commission1999 Юссуфа Ндиай
ЮОИ-2020-нең баһалау комиссияһыEvaluation Commission YOG 2020 Ян Ян (A)
ЗОИ-2022-нең баһалау комиссияһыEvaluation Commission Olympic Winter Games 2022 Александр Жуков
Финанс комиссияһыFinance Commission Ын Сер Мианг
Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларын һайлау комиссияһы[13]IOC Members Election Commission Принцесса Анна
 ВАДА башҡарма комитетында һәм Ойоштороусылар советында Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкилдәреIOC Representatives on the WADA Executive Committee and Foundation Board Крэйг Риди
Хоҡуҡ эштәре буйынса комиссия[14]Legal Affairs Джон Коатс
Маркетинг буйынса комиссия  Marketing Commission Цунэкадзу Такэда
Медицина һәм фән буйынса комиссия[15]Medical And Scientific Commission Угур Эрденер
Олимпия белеме биреү буйынса комиссия[16]Olympic Education Commission Филип Крэйвен
Олимпия программаһы буйынса комиссияOlympic Programme Commission Франко Карраро
Олимпия теләктәшлеге буйынса комиссияOlympic Solidarity Commission1981 Ахмед аль-Фахад ас-Сабах
Йәмәғәтселек менән бәйләнештәр һәм спорт аша социаль үҫеш комиссияһы[17]Public Affairs And Social Social Development Through Sport Марио Песканте
«Спорт һәм әүҙем йәмғиәт» комиссияһы[18]Sport And Active Society Commission1983 Сэм Рамсами
«Үҫеш һәм мираҫ» комиссияһы[19]Sustainability and Legacy Commission1995 Альбер II
«Ҡатын-ҡыҙҙар спортта» комиссияһы[20]Women In Sport Commission2004 Лидия Нсекера
Олимпия каналыOlympic Channel Лэрри Пробст
Olympic Channel Services S.A. (Швейцария)Olympic Channel Services S.A. Томас Бах
Olympic Broadcasting Services S.A. (Швейцария)Olympic Broadcasting Services S.A. Ричард Паунд

Халыҡ-ара олимпия комитеты президенттары 

Халыҡ-ара олимпия комитетының бөтә  президенттары,  Брендедждан башҡалары, европалы була.

ПрезиденттарИлПрезидентлыҡ йылдарыИҫкәрмәләр
Деметриус Викелас Греция18941896
Барон Пьер де Кубертен  Франция18961916 һәм 191919251925—1937 йылдарҙа Халыҡ-ара олимпия комитетының Почётлы Президенты
Барон Годфруа де Блоне  Швейцария19161919 (вазифа башҡ.)
Граф Анри де Байе-Латур  Бельгия19251942
Зигфрид Эдстрём  Швеция19461952 (вазифа башҡ. 19421946)
Эвери Брендедж  АҠШ19521972Халыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия уйындарында спортсы булараҡ ҡатнашҡан тәүге президенты
Лорд Майкл Моррис, 3-сө барон Килланин  Ирландия19721980
Маркиз Хуан Антонио Самаранч  Испания198020012001—2010 йылдарҙа Халыҡ-ара олимпия комитетының Почётлы Президенты
Граф Жак Рогге  Бельгия20012013Халыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия уйындарында спортсы булараҡ бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан тәүге президенты (1968, 1972 һәм 1976). 2013 йылдан Почётлы Президент
Томас Бах[21]  Германия2013 йылданХалыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия чемпионы булған тәүге президенты (1976, фехтование)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Ҡалып:Https://www.nflreddit.net/ 2024 Olympics2024 Olympics 2020 йыл 12 октябрь архивланған.

Һылтанмалар

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары