Ғәрәп илдәре лигаһы

Ғәрәп Лигаһы (ғәр. جامعة الدول العربية‎ Җәмғиәт әд-Дүүәл әл-Ғәрабиә; ҒЛ) — ғәрәп дәүләттәрен һәм ғәрәп теле рәсми тел булған дәүләттәрҙе берләштергән халыҡ-ара ойошма. 22 дәүләт-ағзаһы бар.

Ғәрәп илдәре Лигаһы
جامعة الدول العربية

     Государства — члены Лиги арабских государств
Ағза
Штаб-квартира

Каир, Египет

Ойошма төрө

Халыҡ-ара ойошма

Рәсми тел

ғәрәп

Етәкселәре
Генераль секретарь

Мысыр Набиль аль-Араби

Ғәрәп парламанты рәйесе

Ливан Набих Берри

Нигеҙләнгән
Ойоштороу ниәте протоколы

7 октября 1944 года

Рәсми ойошоу ваҡыты

22 март 1945й

Бөтөрөлгән
-
Сайт

www.arableagueonline.org

 Ғәрәп илдәре лигаһы Викимилектә

Маҡсаттары

Лиганың маҡсаттары 1945 йылда ҡул ҡуйылған килешеүҙә билдәләнә һәм «унда ҡатнашыусы дәүләттәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыуҙы, улар араһында хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырыу, уларҙың бойондороҡһоҙлоғон һәм суверенитетын һаҡлау, ғәрәп илдәренең эштәрен һәм мәнфәғәттәрен ҡарау өсөн берҙәм сәйәси һыҙатты үҫтереүҙе» күҙ уңында тота. Хеҙмәттәшлек сәйәси аспекттар менән генә сикләнмәй, шулай уҡ иҡтисади, финанс, аралашыу, мәҙәни, социаль мәсьәләләр һәм һаулыҡ өлкәһендә үҙ-ара эш итеүҙе лә үҙ эсенә ала. Бынан тыш, хеҙмәттәшлек гражданлыҡ, паспорт, виза, енәйәтселәрҙе экстрадициялау мәсьәләләрен үҙ эсенә ала[5].

Составы

Ғәрәп дәүләттәре лигаһы составына ғәрәп телле 18 ил, Фәләстин дәүләте һәм ғәрәп донъяһы менән тығыҙ бәйләнгән Көнсығыш Африканың (Комор, Сомали һәм Джибути) өс мосолман иле инә. Ғәрәп лигаһының 22 ағзаһының 19-ында ғәрәп теле күпселек граждандарҙың туған теле булып тора[6].

Лига дәүләттәренең дөйөм майҙаны 5,25 миллион квадрат километр тәшкил итә, унда 500 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Лиганың ағзалары — төбәктең иң бай (Катар, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Күвейт, Сәғүд Ғәрәбстаны, Оман, Бахрейн) һәм иң ярлы илдәре (Сомали, Комор, Мавритания, Йемен, Судан, Джибути). Лига составына донъяның сәйәси яҡтан тотороҡло илдәре иҫәбенә ингән 8 монархия һәм йыш ҡына көслө сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡтар арҡаһында тарҡалған 14 республика инә.

Етәкселеге

Ойошманың юғары етәксе органы булып Лига Советы тора. Һәр ағза советта бер тауышҡа эйә, ғәҙәттә сит ил эштәре министры йәки Советтың даими вәкиле була. Совет йылына ике тапҡыр, март һәм сентябрь айҙарында, йыйыла[7]. Кәм тигәндә ике илдең үтенесе буйынса Советтың ғәҙәттән тыш сессияһы саҡырылыуы ихтимал. Лига Советы ҡабул иткән ҡарарҙар тауыш биргән илдәр өсөн мотлаҡ булырға тейеш[8][9].

Совет сессиялары араһында Генераль секретариат идара итә, уға 5 йылға һайланған Генераль секретарь етәкселек итә. Бынан тыш, Лигала иҡтисади совет, оборона буйынса берләштерелгән комитет һәм башҡа даими комитеттар бар[7][9].Штаб-фатиры Ҡаһирәлә (1979—1991 йылдарҙа Туниста) урынлаша[7]. Рәсми теле — ғәрәп теле.

Ғәрәп парламенты

2005 йылдың 27 декабрендә Ҡаһирәлә 2005 йылдың мартында Ғәрәп лигаһының Алжир саммиты ойошторған Ваҡытлы ғәрәп парламентының беренсе сессияһы үтә. Парламент спикеры итеп Күвейт парламентының Тышҡы бәйләнештәр буйынса комитеты рәйесе Мөхәммәт Йәссим Әл-Сакр һайлана. Тәүге биш йыл эсендә Ғәрәп парламенты Ғәрәп лигаһына ингән һәр 22 илдең (шул иҫәптән Фәләстин дәүләтен) парламентынан 4 вәкилде ебәреү аша ойошторола)[10]). Артабан туранан-тура һайлауға күсеү планлаштырыла. Ғәрәп парламентының штаб-фатиры Дамаск ҡалаһында урынлаша.

Ғәрәп парламенты эше социаль, иҡтисади һәм мәҙәни өлкәләрҙәге мәсьәләләр менән сикләнә[11].


Кеше хоҡуҡтары

1968 йылда Лига Советы Кеше хоҡуҡтары буйынса Даими ғәрәп комиссияһын булдыра; әммә 2008 йылға ҡарата уның вәкәләттәре бик сикләнгән булып ҡала[12].2004 йылда Ғәрәп кеше хоҡуҡтары хартияһы Лига илдәре тарафынан ҡабул ителә һәм 2008 йылда үҙ көсөнә инә.

Ҡораллы көстәре

2015 йылдың 29 мартында Лиганың 26-сы сессияһында ойошмаға ағза дәүләттәрҙең башлыҡтары хәүефһеҙлек өлкәһендә янаған хәүефтәргә бергәләп ҡаршы тороу өсөн берҙәм төбәк ҡораллы көстәрен булдырыу тураһында килешә[13].

25 августа Ғәрәп дәүләттәре лигаһына ингән илдәрҙең сит ил эштәре министрҙары һәм оборона министрҙары 27 августа ҡул ҡуясағы тураһында хәбәр ителде.Ҡаһирәлә пан-ғәрәп ойошмаһының махсус кәңәшмәһендә ғәрәп ҡораллы көстәрен ойоштороу протоколы төҙөлә[14].

Тарихы

Лиганы булдырыу

Ғәрәп бойондороҡһоҙ дәүләттәрен берләштереү идеяһын Англия Икенсе донъя һуғышы ваҡытында тәҡдим итә, сит ил эштәре министры Эден бер нисә тапҡыр Англияның бындай проектты хупларға әҙер булыуын белдерә. Ғәрәп илдәре араһында мөнәсәбәттәрҙе нығытыу һәм сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм социаль өлкәләрҙә ғәмәлдәрҙең координацияһы маҡсатынан 1944 йылдың 7 октябрендә Александрияла Сүриә, Иордания, Ираҡ, Ливан һәм Мысыр тарафынан Лиганы булдыру тураһында протокол имзалана[15]. 1945 йылдың 22 мартында Ғәрәп Лигаһын булдырыу тураһында килешеү имзалана. Юғарыла һаналған илдәрҙән тыш уға Сәғүд Ғәрәбстаны ла ҡул ҡуя[16].

Шул уҡ йылдың 5 майында килешүегә Төньяк Йемен ҡушыла[5] 1956 йылдың 19 ғинуарында ойошмаға — Судан, 28 мартында Ливия инә. 1958 йылда ойошмаға Марокко һәм Тунис ҡушыла.

Бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, Лига төбәктә Британия яҡлы сәйәсәт алып бара. Һөҙөмтәлә 1949 йылда Лига составында ике дошмандарса фракция барлыҡҡа килә: Ираҡ һәм Трансиордания Британия яҡлы булып ҡала, ә Мысыр һәм Сәғүд Ғәрәбстаны АҠШ-ты хуплай. Һөҙөмтәлә Лига юҡҡа сығыуға яҡын була[17].

1950 йылда Лига Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында күҙәтеүсе статусын ала. Шул уҡ ваҡытта ғәрәп донъяһында бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш башлана. 1952 йылда Мысырҙа июль революцияһынан һуң Лига үҙ ағзаларының айырым ғәрәп илдәренең бойондороҡһоҙлоғон алыуға йүнәлтелгән ғәмәлдәрен координациялай башлай. Шулай итеп, Лига Азия һәм Африка төбәктәренең ғәрәп илдәрен берләштереүгә хеҙмәт итә. БМО-ның Азия һәм Африка илдәренән килгән ағзаларының һаны һиҙелерлек артҡандан һуң, Лиганың ойошмалағы йоғонтоһо кәмей башлай[7].

Лигалағы ҡапма-ҡаршылыҡтар

Лигала сираттағы бүленеш 1967 йылғы ғәрәп-израиль конфликтында еңелеү менән бәйле: Мысыр һәм Иордания АҠШ ярҙамы менән утты туҡтатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуя һәм Алжир, Ираҡ һәм Фәләстин азатлыҡ ойошмаһы яғынан ҡырҡа тәнҡиткә дусар була. Сүриәнең 1970 йылда Иорданияла һәм 1975 йылда Ливанда граждандар һуғышына ҡыҫылыуы, 1972 йылда Иорданияның Көнбайыш яры буйынса тәҡдиме, Шулай уҡ Мысырҙың 1977 йылда Израиль дәүләтен таныуы ике яҡлы ҡабул ителә. 1979 йылда Мысыр-Израиль солох килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң Мысырҙың Лигаға ағзалығы туҡтатыла, уға ҡарата санкциялар индерелә, Лиганың штаб-фатиры Тунисҡа күсерелә. 1989 йылда ғына Мысырҙың Лигала ағзалығы тергеҙелә, штаб-фатир Ҡаһирәгә 1991 йылда ҡайтарыла[7].

Яңы аңлашылмаусанлыҡтар Ҡултыҡ һуғышы (1990—1991) менән бәйле була. Сәғүд Ғәрәбстаны, Мысыр, Сүриә һәм Марокко Ираҡҡа ҡаршы коалиция була, шул уҡ ваҡытта Иордания, Йемен һәм Ливия нейтралитет һаҡлай.[7]. BBC News ойошмаһы Израилдең 1948 йылдан алып 1993 йылға тиклем үткәргән иҡтисади бойкоттарын Лига тарихында декларация ниәттәре сиктәренән сыҡҡан берҙән-бер декларация була[9].

Шул уҡ ваҡытта Лига иҡтисади мәсьәләләр менән дә уңышлы шөғөлләнә. Ғәрәп дәүләттәре лигаһының иҡтисади сәйәсәте сиктәрендә 1959 йылда беренсе ғәрәп нефть конгресы үткәрелә, ә 1964 йылда Ғәрәп лигаһының мәғариф, мәҙәни һәм ғилми ойошмаһы (ЙӘКИ АЛЕКСО|) (Arab League Educational, Cultural and Scientific Organization, йәки ALECSO) ойошторола [8]. Бынан тыш, 1953 йылда Ғәрәп телекоммуникациялар союзы (Arab Telecommunications Union), 1954 йылда Ғәрәп почта союзы (Arab Postal Union), 1959 йылда исемен, 1965 йылда Ғәрәп финанс ойошмаһы (Arab Financial Organization) тип исемен үҙгәрткән Ғәрәп үҫеш банкы ғәрәп финанс ойошмаһы (Arab Development Bank)кеүек бөтә ғәрәп учреждениелары ойошторола. Лиганың бөтә ағза дәүләттәре өсөн асыҡ булған һуңғыһы тәбиғи ресурстар һәм ауыл хужалығы продукцияһы менән пошлинаһыҙ сауҙа итеү мөмкинлеген бирә, был капитал һәм хеҙмәт хәрәкәтенә булышлыҡ итә.[11].

Ғәрәп яҙы

2010—2011 йылдарҙа ғәрәп донъяһы илдәрен солғап алған һәм [Ғәрәп яҙы|Араб яҙы] тип аталған протест тулҡыны ойошмаға тағы бер ҡаршылыҡ тулҡынын тыуҙыра[8].

 Ливия
2011 йылдың февралендә Ғәрәп лигаһы Ливиялағы сыуалыштар һәм властарҙың уларҙы баҫтырыу буйынса ғәмәлдәре арҡаһында Ливияның ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыуын туҡтата[18].2011 йылдың 13 мартында Ғәрәп лигаһы Ливияның һауа киңлеген ябыу тәҡдимен ҡарай, Ғәрәп лигаһына ингән бөтә илдәр тиерлек был тәҡдимде хуплай.

 Сүриә
2011 йылдың ноябрендә Ғәрәп лигаһы, хөкүмәттең демонстранттарға ҡарата көс ҡулланыуын хуп күрмәүҙе иҫәпкә алып, Сүриәнең ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыуын туҡтата[19]. 2014 йылдың мартында Лига «тыныс халыҡты үлтереүҙе» ғәйепләй һәм конфликттың бөтә яҡтарын граждандар һуғышын туҡтатыу өсөн көс һалырға саҡыра. «Башар әл-Асад режимы ҡылған ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтереүҙе хупламайбыҙ», — тиелә белдереүҙә[20].

Ағза-дәүләттәр

Лига ағзалары булған дәүләттәр (Лигаға инеү тарихы менән)[21]:

Ғәрәп дәүләттәре лигаһының киңәйеү тарихы

Ғәрәп дәүләттәре лигаһының генераль секретарҙары

Аҫта Ғәрәп дәүләттәре лигаһының генераль секретарҙары к-рһәтелгән[21]:

Ғәрәп дәүләттәре лигаһының саммиттары

#ИлДатаһы
1 Ҡаһирә1964 йылдың 13-17 ғинуары.
2 Александрия1964 йылдың 5-11 сентябре
3 Касабланка1965 йылдың 13-17 сентябре
4 Хартум1967 йылдың 29 августы
5 Рабат1969 йылдың 21-23 декабре
6 Алжир1973 йылдың 26-28 ноябре
7 Рабат1974 йылдың 29 октябре
8 Ҡаһирә1976 йылдың 25-26 октябре
9 Бағдад1978 йылдың 2-5 ноябре
10 Тунис1979 йылдың 20-22 ноябре
11 Амман1980 йылдың 21-22 ноябре
12 Фес1981йылдың 25 ноябре, 1982 йылдың 6-9 сентябре
13 Касабланка1985 йыл
14 Амман1987 йылдың 8 ноябре.
15 Алжир1988 йылдың июне
16 Касабланка1989 йыл
17 Багдад1990 йыл
18 Ҡаһирә1996 йыл
19 Амман2001 йылдың 27-28 марты
20 Бейрут2002 йылдың 27-28 марты
21 Шарм-эш-Шейх2003 йылдың 1 марты
22 Тунис2004 йылдың 22-23 майы
23 Алжир2005 йылдың 22-23 марты
24 Хартум2006 йылдың 28-30 марты
25 Әр-Рияд2007 йылдың 27-28 марты
26 Дамаск2008 йылдың 29-30 марты
27 Доха2009 йылдың 28-30 марты
28 Сирт2010 йылдың 27-28 марты
29 Бағдад2012 йылдың 27-29 марты
30 Доһа2013 йылдың 21-27 марты
31 Кувейт2014 йылдың 25-26 марты
32 Шарм-эш-Шейх2015 йылдың 28-29 марты
33 Нуакшот2016 йылдың 20 июле
34 Амман2017 йылдың 23-29 марты
35 Дахран2018 йылдың 15 апреле
36 Тунис2019 йылдың апреле

Ғәрәп дәүләттәре лигаһының сираттан тыш саммиттары

Хәҙерге ваҡытҡа ҡарата 11 сираттан тыш саммит үткәрелгән.

#Ил/ҠалаДатаһы
1 Ҡаһирә1970 йылдың 21-27 сентябре
2 Әр-Рияд1976 йылдың 17-28 октябре
3 Касабланка1985 йылдың 7-9 сентябре
4 Амман1987 йылдың 8-12 ноябре
5 Алжир1988 йылдың 7-9 июне
6 Касабланка1989 йылдың 23-26 июне
7 Бағдад1990 йылдың 28-30 марты
8 Ҡаһирә1990 йылдың 9-10 августы
9 Ҡаһирә1996 йылдың 22-23 июне
10 Ҡаһирә2000 йылдың 21-22 октябре
11 Әр-Рияд2016 йылдың 7 ғинуары

Системаға индерелмәгән ике саммит

#ИлДатаһы
1 Аншас1946 йылдың 28-29 майы
2 Бәйрүт1958 йылдың 13-15 ноябре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  • Profile: Arab League. BBC News. Дата обращения: 6 август 2013. Архивировано 13 август 2013 года.
  • Ғәрәп илдәре лигаһы // Энциклопедия «Кругосвет».
  • А. Я. Вышинский, С. А. Лозовский. Лига Арабских Государств // Дипломатический словарь. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1948.
  • Arab League. Энциклопедия Британника. Дата обращения: 6 август 2013. Архивировано 13 август 2013 года.
🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары