Малагаси теле

Малагаси теле (малаг. malagasy, малаг. مـَلـَغـَسـِ) — башлыса Мадагаскар утрауыда йәшәүсе малагаси халҡының теле. Шулай уҡ Мадагаскар Республикаһының дәүләт теле булып тора. Африкала берҙән-бер австронезия теле.

Малагаси
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме

Malagasy

Илдәр

Мадагаскар Мадагаскар, Комор Утрауҙары Комор Утрауҙары,
Реюньон Реюньон, Майотта Майотта

Рәсми статусы

Мадагаскар Мадагаскар

Был телдә һөйләшеүселәр

яҡынса 18 млн. (2007)

Классификация
Категория

Африка телдәре

Австронезия ғаиләһе

Малай-полинезия телдәре
Көнбайыш ареал
Калимантан зонаһы
Баритос тармағы
Көнсығыш төркөм
Әлифба

латиница, сурабе

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

млг 418

ISO 639-1

mg

ISO 639-2

mlg

ISO 639-3

mlg һәм башҡалар

Был телдә Википедия

Бынан тыш, малагаси телендә һөйләшеүселәр Реюньон, Комор, Сейшел һәм башҡа яҡын тирәләге утрауҙарҙа, тағы ла элекке колониаль метрополия — Францияла йәшәй.

Тарихы

Малагаси теле яҡындағы Африка телдәре менән бәйле түгел. Ул австронезия ғаиләһенә ҡараған малай-полинезия телдәренең иң көнбайышта таралған тел булып тора. Был фактXVIII быуатта уҡ асыҡланған. Малагаси теле Индонезия, Малайзия һәм Филиппин телдәренә туған. Уға иң яҡындары — Калимантан утрауында таралған телдәр. Малагаси теленең база лексикаһы 90 процетҡа мааньян теленә (Калимантан утрауының көньяғында Барито йылғаһы тирәһендә таралған) тап килә. Был тап ошо төбәктән сыҡҡан кешеләр Мадагаскарға күсеп ултырған тигәнде аңлата. Күсеп килеүҙең сәбәбе теүәл генә билдәле түгел. Һуңғараҡ Индонезия күскенселәре Көнсығыш Африканан килгән халыҡтар һәм ғәрәптәр менән ҡушылған.

Малагаси телендә банту, суахили һәм ғәрәп телдәренән, шулай уҡ француз (Мадагаскар колониаль хөкүмәтенең элекке теле) һәм инглиз (XVIII быуатта утрауҙа базалары булған пираттарҙың теле) телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар.

Телдә XV быуаттан алып яҙма әҙәбиәт, ауыҙ-тел ижадының шиғри риүәйәттәре һәм легендаларының бай традицияһы бар.

Малагаси теленең диалекттары картаһы

Орфографияһы

1823 йылдан телдең латин алфавиты нигеҙендә яҙыуы бар. Быға тиклем «магик» һәм астрологик текстарҙа сурабе ғәрәп алфавиты файҙаланылған. Орфография башлыса фонетик принциптарға нигеҙләнә, шулай ҙа ҡайһы бер айырмалыҡтар күҙәтелә. Һүҙҙәр аҙағында i хәрефе y хәрефенә алышына, ә o хәрефе [u]? һымаҡ уҡыла.

Алфавит 21 хәрефтән тора: a, b, d, e, f, g, h, i, j, k, l, m, n, o, p, r, s, t, v, y, z.

Шулай уҡ диакритик билдәләр ҡулланыла, әммә уларҙың ҡулланылыуы стандарттарға ҡаршы килә. Мәҫәлән, баҫымды билдәләү өсөн акут, гравис, умлаут билдәләренең ирекле ҡулланылыуы мөмкин. Һуңғы билдә, тильда менән бер рәттән, n хәрефе өҫтөндә ҡуйғанда уны [ŋ]? веляр сонорға әйләндерә. Циркумфлекс француз теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр орфографияһында һаҡлана.

Фонологияһы

Тауыш төҙөлөшөнә тартынҡыларҙы һәм һуҙынҡыларҙы ҡәтғи сиратлаштырыу хас. Тамыр һүҙҙәренең күпселеге (90 % самаһы) тартынҡынан башлана. Бер тамыр һүҙ ҙә тартынҡы һүҙ менән тамамланмай[1].

Һуҙынҡылар

Күтәрелеш / РәтАлғыУртаАртҡы
Юғарыi, y
[i]?
o
[u]?
Уртасаe
[e]?
ao, ô
[o]?
Түбәнгеa
[a]?

Тартынҡылар

Малагаси теле консонантизмы үҙенсәлектәренең береһе — преназализланған тартынҡыларҙың булыуы. Улар айырылғыһыҙ тауыш комплекстары биргән шартлаулы һәм аффрикаттар менән бер үк ваҡытта танау артикуляцияһы ваҡытында барлыҡҡа килә.

ИренләшкәнАльвеолярРетрофлексВелярТамаҡ
Танауmnŋ
ШартлаулыЯңғырауbdg
Һаңғырауptk
Преназ. шартлаулыЯңғырауᵐbⁿdᵑg
Һаңғырауᵐpⁿtᵑk
АффрикатЯңғырауdzɖʳ
Һаңғырауtsʈʳ
Преназ. аффрикатЯңғырауⁿdzᶯɖʳ
Һаңғырауⁿtsᶯʈʳ
ФрикативЯңғырауvz
Һаңғырауfsh
Латеральl
Ҡалтыраулыr

Баҫым

Малагаси теле өсөн һанлы баҫым элементтары менән динамик баҫым хас. Ҡатмарлы һүҙҙәрҙә баҫым ҡағиҙә булараҡ һуңғынан алдағы ижеккә төшә (mòra, karàma, farafàra), ә -ka, -tra, -na ялғауҙары менән бөткән һүҙҙәрҙә — һүҙ аҙағынан өсөнсө ижеккә. Яһалма һүҙҙәрҙә һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә баҫым башҡа ижектәргә төшөүе мөмкин: ôperà.

Баҫым ҡайһы берҙә мәғәнә айырыу ролен уйнай:

  • vòvo («мурҙа») — vovò («эт өрөүе»);
  • gàga («аптыраған») — gagà («аптырағыҙ»).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Аракин В. Д. Мальгашский язык. — М.: Издательство восточной литературы, 1963. — 64 с. — (Языки зарубежного Востока и Африки).

Һылтанмалар

Википедия

Ҡалып:Языковые семьи Африки

🔥 Top keywords: Баш битМария-АнтуанеттаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыВикипедияМахсус:ЭҙләүВикипедия:ТасуирламаВикипедия:БелешмәВикипедия:БерләшмәИкенсе донъя һуғышыВикипедия:Яуаплылыҡтан баш тартыуВикипедия:Рәхим итегеҙМахсус:Һуңғы үҙгәртеүҙәрПортал:Ағымдағы ваҡиғалар/Башвики наградаларыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЦиблиев Василий ВасильевичБашҡорт милли кейемеҠалып:Этот участникСалауат ЮлаевАрыҫлан петроглифтарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт алфавитыҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүВикипедия:Алфавитлы күрһәткесҠылымӘзербайжан телеМурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙыВикипедия:КатегорияВикипедия:BarГаметаБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыӨфөКатегория:Башҡортостан райондарыТалха ҒиниәтуллинМәжит ҒафуриӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанQR-кодХәсән НазарПАмерика Ҡушма Штаттары